Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март , 09:00

Йорттар йылы, урамдар төҙөк булһын өсөн...

Йылдың-йылы марттың өсөнсө йәкшәмбеһендә (быйылғыһы 15 мартҡа тура килә) Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Һөнәри байрамдары уңайынан район халҡын йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеүсе “Тепловодоснабжение” МУП-ы директоры вазифаһын башҡарыусы Наталья Вениаминовна СОКОЛОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Йорттар йылы, урамдар төҙөк булһын өсөн...
Йорттар йылы, урамдар төҙөк булһын өсөн...

- Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан иң башта Красноусол һәм район үҙәгенә яҡын урынлашҡан бер нисә ауылды йылылыҡ, эсәр һыу менән тәьмин итеүгә яуаплы булған районда иң эреләрҙән һаналған 92 кешенән торған “Тепловодоснабжение” МУП-ының ҙур коллективының көндәлек тырышлығын билдәләп үтергә кәрәк, - тип һүҙ башланы Наталья Вениаминовна.
- Предприятие ҡарамағында күпме күп фатирлы йорт иҫәпләнә. Дөйөм милекте тотоуҙағы талаптарҙа ниндәй яңылыҡтар бар?
- Беҙҙең предприятие иңендә дөйөм 144,300 мең кв.м майҙанды тәшкил иткән 70 күп фатирлы йортто хеҙмәтләндереү тора. Яңы талаптар бөтә ҡулланыусыларҙы ла дөйөм милекте тотоу өсөн коммуналь ресурстарҙы түләргә мәжбүр итә.
Дөйөм милекте тотоу өсөн коммуналь ресурстарға түләү тәртибе түбәндәгесә башҡарыла: дөйөм милекте тотоу өсөн мотлаҡ түләүгә ҡараған коммуналь ресурстар составына һалҡын һыу менән тәьмин итеү һәм ағынты һыуҙарҙы сығарыу индерелгән, ә йылытыу берҙәм коммуналь хеҙмәт булараҡ күрһәтелә.
70 күп фатирлы йорттоң 59-ында, уларҙа дөйөм йорт иҫәп приборы булмау сәбәпле (уларҙы ҡуйырға техник мөмкинлек юҡ), йылытыу өсөн иҫәп-хисап тариф нормативы буйынса башҡарыла. 11 күп фатирлы йортта дөйөм йорт йылылыҡ иҫәпләү приборы ҡуйылған, иҫәп-хисап нигеҙендә норматив ята, ул артабан ысынбарлыҡтағы ҡулланыуға ҡарап яңынан иҫәпләнә һәм иҫәп-хисап осоронда күрһәтелә.
Дөйөм милекте тотоу өсөн мотлаҡ түләүгә ҡараған коммуналь хеҙмәттәр, шул иҫәптән һалҡын һыу менән тәьмин итеү һәм ағынты һыуҙарҙы сығарыу өсөн иҫәп-хисап тариф нормативы буйынса башҡарыла. Бөтә абоненттар өсөн дөйөм милекте тотоу өсөн коммуналь ресурстар буйынса квитанциялағы мәғлүмәт һәр коммуналь ресурс төрө буйынса асыҡлана.
- Йылытыу миҙгелен нисек тамамлайһығыҙ?
- Йылытыу миҙгеле әлегә тамамланманы, әммә уны тыныс, аварияһыҙ сығып киләбеҙ, тип әйтергә мөмкин. Береһе тамамланып өлгөрмәне, киләһе – 2026-2027 йылғы көҙгө-ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерлек башлана.
- Уҙған йылда ниндәй эштәр башҡарылды?
- 2025 йылда предприятие эшсәндәре тарафынан башҡарылған эштәр тураһында һөйләгәндә, Красноусолдағы күп фатирлы: Свердлов урамы, 130/1, Пугачёв урамының 47, 49, 51-се, К.Маркс урамы, 6-сы йорттарҙың ҡыйыҡтары өлөшләтә ремонтланды, Ленин урамы, 31 һәм Гагарин урамы, 54/1-се йорттарҙың дөйөм 54 м оҙонлоҡта канализация коллекторы алыштырылды, Красноусол-Талбазы автомобиль юлы аҫтына тура килгән ике баҫым коллекторы өлөшләтә алыштырылды, Мәхмүтов урамында һыу үткәргестәр (145 м) төҙөлдө, ҡаҙанлыҡтарҙың ҡыйыҡтары ремонтланды һәм косметик ремонт уҙғарылды, алты ҡаҙанлыҡта сәнәғәт хәүефһеҙлегенә экспертиза үткәрелде. Район үҙәгендәге туҙған йылылыҡ селтәрҙәрен яңыға алыштырыу буйынса күләмле генә эштәр башҡарылды. Беҙҙең ҡарамаҡтағы 9,3 км оҙонлоғондағы йылылыҡ үткәргестәрҙең торошона килгәндә, планға ярашлы, Коммунистик урамында 1-се урта мәктәп янындағы ике метр арауыҡтағы авария хәлендәге йылылыҡ селтәре, Калмыков урамындағы 10-сы һанлы күп фатирлы йорттоң йылылыҡ трассаһы (48 м) алыштырылды, Фрунзе урамындағы 1-се һәм Коммунистик урамындағы ҡаҙанлыҡтарға ревизия үткәрелеп, йылылыҡ трассаһы минераль вата менән йылытылды, Блюхер урамындағы 9-сы һанлы күп фатирлы йорттоң йылылыҡ трассаһы (37 м) өлөшләтә алыштырылды һәм башҡа эштәр. Ойошмаларҙан яҙма мөрәжәғәттәргә ярашлы, йылытыу системаларын һәм һыу үткәргестәрҙе иретеп йәбештереү эштәре буйынса заявкаларҙы үтәнек, улар: район гәзите, Красноусолдағы 2-се урта мәктәп, “Тирәккәй” балалар баҡсаһы, прокуратура биналары.
Финанс яғы наҡыҫ булыу сәбәпле, Фрунзе, Коммунистик, Калмыков урамдарындағы йылылыҡ трассалары алыштырылмай ҡалды, әммә был участкалар 2026-2027-2028 йылдарҙа Красноусолды йылылыҡ менән тәьмин итеү буйынса инвестиция программаһына индерелде, дөйөм суммаһы 5830 мең һум тәшкил итә.
Предприятие балансында 48 км һыу үткәргес һәм 8,9 км канализация селтәрҙәре иҫәпләнә. 2025-2026 йылдарҙың йылытыу миҙгеленә әҙерлек сиктәрендә һыу үткәргес һәм канализация селтәрҙәренә, шулай уҡ һыу алыу урынының икенсе күтәрелеш насос станцияһы, канализация-насос станцияһы, биологик таҙартыу ҡоролмалары, артезиан скважиналары һәм баҫымлы һыу һаҡлағыстары ҡорамалдарына техник хеҙмәтләндереү һәм техник ремонт буйынса бөтә кәрәкле эштәр үткәрелде.
24 февралдә Балалар шифаханаһы янындағы көслө елдән зыян күргән һыу башняһында авария эҙемтәләрен бөтөрөүгә ”Тепловодоснабжение” МУП-ы ҙур тырышлыҡ һалды. Стәрлетамаҡтан бейек күтәргес саҡыртып, беҙҙең предприятие хеҙмәткәрҙәре: директор водителе Константин Геринг менән сантехник Виталий Горшков, көслө ел булыуға ҡарамаҫтан, үҙҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, 28 метр бейеклеккә күтәрелергә йөрьәт итеп, авария эҙемтәләрен бөтөрҙө.
Беҙҙең предприятие иҫәбендә 12 ҡаҙанлыҡ иҫәпләнә, уларҙың һәр береһе диспетчер контролендә тора һәм бөтә мәғлүмәттәрҙе диспетчер пунктына ебәреп, автоматик рәүештә эшләй. Шулай уҡ мәғариф учреждениеларында – 29, мәҙәниәт бүлегендәге 6 ҡаҙанлыҡты беҙҙең предприятие хеҙмәтләндерә, улар эшсе персоналһыҙ эшләй, мәғлүмәттәр диспетчерлаштырыу аша беҙҙең диспетчер пунктына тапшырыла. Был ҡаҙанлыҡтар буйынса ай һайын техник хеҙмәтләндереү үткәрелә.
- Предприятиеның һәм халыҡтың бурыстары тураһында ни әйтерһегеҙ?
- Предприятиеның дебиторлыҡ бурысына килгәндә, 2026 йыл башына ул 30 миллиондан ашыу тәшкил итте, шуның 21 миллиондан ашыуы - халыҡтан. Хәҙерге ваҡытта беҙ бурыслыларҙан аҡсаны суд аша түләттерәбеҙ. Шуның һөҙөмтәһендә, бурыслылар беҙ тәьмин иткән коммуналь хеҙмәттәргә үҙ ваҡытында һәм тулы кимәлдә түләмәгән өсөн предприятие ауыр финанс хәленә дусар булды. Был предприятиебыҙҙың тотонолған яғыулыҡ-энергетика ресурстары (газ һәм электр энергияһы) өсөн үҙ ваҡытында иҫәпләшә алмауына килтерҙе, беҙ һалым һәм эш хаҡын түләүгә тәғәйенләнгән предприятие аҡсаһын тотонорға мәжбүрбеҙ, ә уларҙы предприятиеның үҫешенә йүнәлтергә булыр ине. Яғыулыҡ-энергетика ресурстары буйынса бурыстар – тәбиғи газға - 26147 мең һум, электр энергияһына - 1000 мең һум. Финанс хәле ауыр булыуға ҡарамаҫтан, предприятиебыҙ коммуналь хеҙмәттәрҙе сифатлы һәм туҡтауһыҙ күрһәтеүҙе, шулай уҡ үҙ ҡарамағыбыҙҙағы объекттарҙа техник яҡтан хеҙмәтләндереү һәм ремонт эштәрен дауам итә. Кредитор бурыстарҙың дөйөм суммаһы 28,6 мең һум тәшкил итте.
- Билдәләп үтеүегеҙсә, предприятиеғыҙҙың ҙур булыуынан барыһын да, атап әйкәндә, ремонт, яңыртыу һәм башҡа эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн күп көс һалырға тура киләлер? Киләсәккә пландарығыҙ ниндәй?
Пландарға килгәндә, беҙ төрлө программалар ярҙамында туҙған һыу үткәргестәрҙе, йылылыҡ трассаларын һәм башҡаһын алыштырабыҙ, ремонтлайбыҙ. Мәҫәлән, быйыл "Коммуналь инфраструктура системаларын яңыртыу" федераль проектына ярашлы Коммунистик урамы осондағы канализация-насос станцияһынан алып Свердлов урамы буйлап биологик-таҙартыу ҡоролмаларына тиклемге (оҙонлоғо 6 саҡрым) арауыҡтағы баҫым коллекторын капиталь ремонтлау күҙаллана. Был проект тейешле дәүләт экспертизаһы үтеп, ыңғай яуап алынды, хәҙер финанс бүленеү менән (дөйөм 32 миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк) был участкала эш башланасаҡ.
Быйыл шулай уҡ ике инвестиция программаһы буйынса эшләйәсәкбеҙ, береһе - һалҡын һыу менән тәьмин итеү, Совет урамында 516 метр арауыҡта һыу үткәргестәргә реконструкция үткәреләсәк, икенсеһе – Ҡыҙыл партизан урамында (350 м) түбән баҫымлы полиэтилен торбалар һалынасаҡ, дөйөм суммаһы 1 миллион 500 мең һумдан ашыу. Икенсеһе – йылылыҡ менән тәьмин итеү, Калмыков урамы К.Маркс урамынан район эске эштәр бүлегенә тиклемге 356 м арауыҡта, шулай у Калмыков урамындағы 12-се йортҡаса 50 метрҙа, эске эштәр бүлегенән алып Калмыков урамы 16/2-се йорттоң йылылыҡ трассаһына тиклем 110 м, Калмыков урамы 16/2-се йорттан алып Совет урамына тиклем 50 метрҙа йылылыҡ трассаларын яңыртасаҡбыҙ. Дөйөм суммаһы 4 миллион 300 мең һумдан ашыу. Былары күләмле эштәр, ағымдағылары уғата күп.
- Байрам уңайынан коллективтың арҡа һөйәген тәшкил итеүсе хеҙмәткәрҙәрҙе лә билдәләп үтергә мөмкиндер?
- Беҙҙә кемделер айырып билдәләү мөмкин түгел, сөнки коллективта барыһы ла дөйөм эш өсөн ҙур тырышлыҡ һала, һәр ҡайһыһы үҙ эшенең оҫтаһы. Йолаға ярашлы, байрам уңайынан хеҙмәткәрҙәребеҙҙе юғары кимәлдә бүләкләүҙәргә тәҡдим итәбеҙ, әлбиттә. Байрамда экскаватор машинисы С.А.Бочкарёв БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының Маҡтау грамотаһы, электр менән иретеп йәбештереүсе Р.Р.Муллағолов министрлыҡтың Рәхмәт хатына лайыҡ буласаҡ.
ЖЭУ начальнигы Альберт Борханов, уның ҡул аҫтында 14 кеше, 39 кешене берләштергән йылылыҡ селтәрҙәре участкаһы мастерҙар Павел Ткачёв менән Шакир Хәкимов етәкселегендә эшләй, һыу үткәргес-канализация хужалығы 29 кешенән тороп, етәксеһе - Илгиз Манапов, шулай уҡ экскаватор машинистары, водителдәр.
- Наталья Вениаминовна, һөнәри байрамығыҙ уңайынан коллективҡа теләктәрегеҙ ҙә барҙыр.
- Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллективты, коллегаларҙы, ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшсәндәре көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Именлек, бәхет, иҫәнлек-һаулыҡ, барлыҡ ҡайғы-хәсрәт урап үтеүен, ошондай еңел булмаған ваҡытта предприятиеға тоғролоҡ һаҡлап, ярҙамдары өсөн барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләйем.
- Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Наталья Вениаминовна. Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ! Байрамығыҙ мөбәрәк булһын!

Йорттар йылы, урамдар төҙөк булһын өсөн...
Йорттар йылы, урамдар төҙөк булһын өсөн...
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас