Ҡатын-ҡыҙ милләт әсәһе конкурсы бөтә Рәсәй кимәленә сыҡҡан иң арбуйлы һәм әһәмиәтле сараларҙың береһе. 2022 йылдан алып “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй статусын алып ил кимәленә сыҡты. Мәскәү, Тобольск ҡалалары, Ханты-Манси автономиялы округы, Төмән, Силәбе, Свердловск, Ҡурған, Ырымбур өлкәләре, Татарстан Республикаһы. Быйыл сараға бөтәһе 14 төбәктән 500-ҙән ашыу кеше ҡушылған. Сөнки милләт әсәләре данлауға ғына лайыҡ.
“Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” конкурсында республиканың ижтимағи-йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, гуманитар ярҙам ойоштороуға күп көс һалған, махсус хәрби операция биләмәһендә медицина ярҙамы күрһәткән һәм еңеүҙе яҡынайтыуға бөтә көстәрен һалған ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар оло иғтибарға лайыҡ булды. Район тормошонда бар яҡлап та әүҙем булған Миңзилә Рәсүл ҡыҙы менән Рәмзиә Сергеевнаны еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм ҡоростай һаулыҡ, оҙон ғүмер, ҡыуаныс-шатлыҡтар теләйбеҙ!