Тауыштар һаны Түбәнге Ташбүкән ауылына турнир таблицаһында күтәрелергә һәм мөһим балдар алырға ярҙам итә.
Тауыш биреү 27 март, 23.59 сәғәткә тиклем дауам итә.
Тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн golos.bashkortostan.ru/poll/77
һылтанмаһы буйынса инергә һәм «Бәләкәй ауылдар» («Малые населенные пункты») номинацияһындағы исемлектә Ғафури районын һәм Түбәнге Ташбүкән ауылын табығыҙ.
Артабан «ЕБӘРЕРГӘ» («ОТПРАВИТЬ») төймәһенә баҫығыҙ, шулай һеҙҙең тауыш иҫәпләнәсәк.
Билдәле булыуынса, «Айыҡ ауыл» конкурсы - ул ауылды үҫтереүгә 6 миллион һумға тиклем ҙур финанс ярҙамы алыу мөмкинлеге. Аҡсаны төҙөкләндереүгә, социаль объекттарҙы ремонтлауға, спорт йәки балалар майҙансыҡтары төҙөүгә йүнәлтергә мөмкин. Бер ауылдың еңеүе - тотош Ғафури районының еңеүе буласаҡ.
Мәрхәбә Собханғолова.