Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март , 12:12

“Туған телгә тоғролоҡ өсөн” миҙалы булдырылды

Башҡортостан Республикаһының  башҡорт, рус һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр  уҡытыусылары ассоциацияһы идаралығы тарафынан туған тел уҡытыусылары өсөн “Туған телгә тоғролоҡ өсөн” миҙалы булдырылған.

“Туған телгә тоғролоҡ өсөн”  миҙалы булдырылды
“Туған телгә тоғролоҡ өсөн” миҙалы булдырылды

Тәүге миҙал  “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара һәм “Туған тел һәм әҙәбиәт йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында еңеүселәргә биреләсәк.

Был миҙалға туған телде һаҡлауға, үҫтереүгә тос өлөш индергән телһөйәр, илһөйәр уҡытыусылар, тәрбиәселер, тел белгестәре, методистар лайыҡ буласаҡ.

Мәрхәбә Собханғолова.

Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас