Махсус хәрби операция башланып, өлөшләтә мобилизация иғлан ителгән тәүге көндәрҙән ҡулына ҡорал алып, именлек һағына баҫҡан Айрат Хәлитов та ошондай ҡурҡыу белмәҫ илһөйәр егеттәребеҙҙең береһе.
Мораҡ ауылында тыуып үҫә Айрат. Мәктәпте тамамлағас, Красноусолдағы һөнәрселек училищеһында иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Хәрби хеҙмәткә саҡырылғанға тиклем “Заветы Ильича” колхозында эшләй. Төньяҡ Кавказда, Ставрополь өлкәһендә хеҙмәт итә ул.
Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас инде Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшкә урынлаша, ғаилә ҡора. Ишле ғаилә башлығы Айрат Марс улы. Ҡатыны Дарья менән 4 бала үҫтерәләр. Иң бәләкәйенә 1 йәш кенә әле, тип шат йылмая яугир балалар хаҡында һүҙ сыҡҡас.
МХО-ға саҡырылғанға тиклем Айрат Марс улы вахта ысулы менән Себер тарафтарында, скважиналарҙы капиталь ремонтлаусы булып эшләгән.
- Вахта тамамланып, 14 августа ялға ҡайтҡайным, 22 сентябрҙә инде өлөшләтә мобилизация буйынса илде һаҡларға юлландым, - ти ул. – Хәрби әҙерлек үткәндән һуң Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Башҡорт полкы составында Луганскиҙың Кременной йүнәлешенә ебәрҙеләр. Һәләк булған райондаштарыбыҙ Максим Чернов, Алмаз Шафиҡов менән тәүге көндәрҙән һуңғы көндәренәсә бергә булдыҡ. Икеһе лә күҙ алдында, укрофашистарҙың оборона линияһын өҙөү өсөн барған аяуһыҙ алыш ваҡыттарында һәләк булды. Шулай уҡ бер осор “Опер” - Динар Мөхәрмәтов менән дә иңгә-иң терәп тигәндәй бергә хеҙмәт иттек. Фронтта бер йотом һыу, бер ҡабым икмәгеңде бүлешеп, бер туғанға әйләнгән яуҙашыңды, бигерәк тә райондаштарыңды юғалтыу бик ауыр, - тип уларҙы иҫкә алды Айрат Марс улы. - Дим Рәхимов менән дә тәүге көндәрҙән бергәбеҙ.
“Бабай” позывнойлы Айрат тәүге осорҙа Луганскиҙа булһа, һуңынан уларҙы Донецкиға, Авдеевка йүнәлешенә күсерәләр.
Атыусы булып хеҙмәт итә башлаған Айрат Марс улы ҡаты алыштар ваҡытында үҙен ышаныслы, ҡыйыу һәм яуаплы мәлдә дөрөҫ ҡарар ҡабул итеп, яуҙаштарын бергә туплай белгән оҫта ойоштороусы итеп таныта һәм был йылдар арауығында отделение командиры, взвод командиры ярҙамсыһы, һуңынан взвод командиры дәрәжәһенә тиклем күтәрелә.
- Хәл иткес бер алыш ваҡытында нацистарҙың бер танкыһын яндырҙыҡ, БМП-ны һәм бер әсирҙе “ҡулға төшөрҙөк”, - ти яугир. - Шул яуҙан һуң инде офицер званиеһы бирҙеләр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сираттағы яуаплы операция барышында офицер, замполит Айрат Хәлитов ҡаты яралана.
- Был юлы беҙҙең алға укрофашистарҙың Уманское менән Нетайлово ауылдары араһындағы урман һыҙатында урынлашҡан терәк пунктын алыу бурысы ҡуйылғайны. Беҙ бурысты юғалтыуһыҙ ғына үтәнек һәм тәүлек буйы уны “үҙебеҙҙә тоттоҡ”, - тип һуңғы алышын күҙ алдынан үткәрә яугир. – Тик төндә дошмандың “Баба-Яга”һы һөжүм итеп, траншеяға танкка ҡаршы ҡулланылған 7 килограмлы мина ырғытты...
- 6 кеше шундуҡ һәләк булған, ике кеше – мин һәм тағы бер яугир ғына иҫән ҡалдыҡ, - тип дауам итте ул бер аҙ тын торғандан һуң. – Аңыбыҙға килеп, башҡаларға бер нисек тә ярҙам итә алмауыбыҙҙы аңлағас, һуңғы көсөбөҙгә өҫтөбөҙгә өйөлгән тупраҡты таратып ер аҫтынан сығып, 4 саҡрым самаһы шыуышып Тоненькое тигән ауылға барып сыҡҡанбыҙ. Иҫән ҡалыуыбыҙ үҙе бер мөғжизә. Аллаһы Тәғәлә балаларым хаҡына һаҡлап ҡалғандыр мине, тим. Мина ярсығынан муйыным, аяғым ныҡ яраланғайны...
Яралы яугирҙарҙы шундуҡ Макеевкалағы госпиталгә оҙаталар. Һуңынан Екатеринбург, Новосибирск, Силәбе, Өфөләге хәрби госпиталдәрҙә дауаланып, бик күп операциялар үткәрә Айрат Марс улы.
- Әле бына 24 февралдә генә ғаиләм янына ҡайттым. 4 апрелгә тиклем өйҙә булып, һуңынан медкомиссия үтергә барам инде. Муйындағы яралар яйлап уңала, тик аяҡ баҫырға бирмәй әлегә, - ти ул.
Әңгәмә барышында Айрат Хәлит улы алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға даими ярҙамдары өсөн район халҡына, Мораҡ ауылынан Татьяна Исаевна етәкселегендәге ирекмәндәр штабына, һәр йүнәлештәге яҡташ яугирҙар менән тығыҙ бәйләнештә булып, уларҙың үтенестәрен ирекмәндәргә еткереп, ярҙам сараһын тапҡан район ирекмәндәре штабы етәксеһе Рәмзиә Насироваға ҙур рәхмәтен еткерҙе.
- Райондан гумконвой килеүе алғы һыҙыҡтағылар өсөн оло әһәмиәткә эйә, алыҫта, тыуған яҡта, ауылда яҡташтарың, ауылдаштарыңдың онотмайынса, һиңә ихлас ярҙам итергә тырышыуын, уларҙың һиңә ышаныуын аңлау яугирҙарҙа ябай һүҙҙәр менән аңлата алмаҫлыҡ хис-тойғо уята, рухи көс бирә, - ти Айрат Марс улы. - Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда ла ауылдаштарыңдың һине ысын герой итеп ҡаршылауҙары ҙур әһәмиәткә эйә.
- Хәрби комиссариатта МХО ветераны Илья Макаров, район етәкселеге, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды координаторҙары һәр яҡлап ярҙам итергә әҙерҙәр, иғтибарлылар, - ти яугир.
- Айрат Марс улы, хәл иткес алыштар ваҡытында, ғөмүмән алғы һыҙыҡта дрондар ниндәй роль уйнай? - тип ҡыҙыҡһынам яугирҙан.
- Бөгөн дрондар хәрәкәт итеүсе көстәрҙең “ҡолағы” һәм “күҙе”. Дрондар бик күп бурыстар үтәй: урындарҙы разведкалай, артиллерия утына төҙәтмәләр индерә, алғы һыҙыҡҡа медикаменттар һәм кәрәкле әйберҙәр килтерә, урындарҙы минаһыҙландырыу һәм миналау, боеприпастарҙы ташлау кеүек мөһим заданиеларҙы ла үтәй, - тип яуапланы тәжрибәле офицер.
МХО-лағы ҡаһарманлығы, батырлығы өсөн Айрат Хәлитов “Суворов”, II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ”, “Батырлыҡ өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнгән. Яугирҙың тиҙерәк һауығыуын теләргә генә ҡала.
Мәрхәбә Собханғолова.