Ауыҙ астырыу йәки ифтар ҡылдырыу изге ғәмәлдәрҙән һанала. Хәҙистәрҙә түбәндәгеләрҙе эшләргә ҡушыла: "Әгәр ҙә кем дә булһа ураҙа тотоусынан ауыҙ астырһа, фәрештәләр рамаҙан айы буйынса был кешене данлар, ә Ябраил, ғәләйһис-сәләм, Ҡәҙер кисендә уны сәләмләп ҡаршы алыр. Рамаҙан айында ураҙа тотоусынан ауыҙ астырыусыға Аллаһы Тәғәлә сират күперен үтеүҙе еңеләйтер".
7 мартта Красноусол мәсетендә район мосолман ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Ғәлиә Ғәли ҡыҙы менән уның тормош иптәше, арҙаҡлы райондашыбыҙ Рөфҡәт Әхмәт улы балалары – Шәйбәковтар, Бакировтар һәм Фәйзуллиндар ғаиләләре менән бергәләп төрлө ауылдарҙың имам хатиптарын, балаларға ғәрәп телен, ҡөрьән серҙәрен өйрәткән мөғәллимә- мөслимәләрҙе, туғандарын, таныштарын саҡырып, ифтар кисәһе ойошторғайны. Унда Өфөнән, Башҡортостан Диниә назараты мөфтөйө урынбаҫарҙары Морат хәҙрәт Лоҡманов, Альфред хәҙрәт Дәүләтшин, республиканың мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе Розалия Иҙрис ҡыҙы һәм башҡа абруйлы дин әһелдәре лә килгәйне. Сара барышында ауыл мәсеттәрендә балалар уҡытыуҙы ойоштороуға һәм Аҙан бәйгеләре үткәреүгә тос өлөш индергән имам-хатиптар һәм мөслимә-уҡытыусыларға Диниә назаратының Рәхмәт хаттары тапшырылды.
8 мартта инде Красноусолдан хажиә, МХО яугирының ата-әсәһе Альмира менән Миниәхмәт Ғөбәйҙуллиндар ғаиләһе лә мәсеттә ҙурлап ифтар кисәһе үткәрҙе.
Үткән йомала иһә район хакимиәте башлығы Венер Вахитов ҡорбан салдырып, Красноусол ауылы мөслимәләре менән берлектә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың яҡындарын, яраланыу сәбәпле йәки ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы бергә йыйып, ифтар мәжлесе ойошторҙо. Был изге һәм сауаплы сарала ауыл биләмәләре башлыҡтары, ирекмәндәр, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды координаторҙары, ауыл имамдары ла ҡатнашты.
Ифтарҙа ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Венер Вахитов сәләмләп, бындай сараның шәфҡәтлелек билдәһе булыуҙан тыш, халыҡты дөйөм ҡиммәттәр тирәләй туплауы, илһөйәрлек, тарихыбыҙға һәм хәҙергебеҙгә ҡарата ихтирам тойғоһон тәрбиәләүе тураһында әйтте. Тиҙерәк илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың иҫән-имен Еңеү менән ҡайтыуҙарын һәм киләсәктә лә шулай изге байрамдарҙа, тыныслыҡ-именлектә генә осрашырға яҙһын, тигән теләктәрен еткерҙе.
- Барыбыҙға ла Аллаһы Тәғәлә Рамаҙан айының бәрәкәтен бирһен. Иншалла, киләһе йылдарҙа ла ураҙаны тоторға насип итһен. Изге теләктәр фәрештәләрҙең "Амин" тигән ваҡытына тура килеп, барыбыҙға ла изге ғәмәлдәр ҡылып, Аллаһы Тәғәлә ҡушҡандарҙы теүәл үтәп йәшәргә насип итһен ине, - тип үҙенең фәһемле вәғәзен еткерҙе мәсеттең имам-мөхтәсибе Фәнил хәҙрәт Басиров.
Йыйылыусыларҙың барыһының да аҡшам, тәрәүих намаҙҙарына баҫыуы бик матур күренеш булды. Халыҡ тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, ил-көн тыныслығы, именлеге өсөн доға ҡылды.
- Берҙәмлектә - көс! Был изге айҙа ҡылған доғаларыбыҙ, тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын. Бик тә сауаплы булған ифтар мәжлесен ойоштороусыларға, шәхсән район етәксеһе Венер Фәнир улына ҙур рәхмәт, табындарыбыҙ һәр ваҡыт шулай мул, дуҫлыҡ ептәребеҙ ныҡ булһын, һуғыштар тиҙерәк тамамланып, ут эсендә йөрөгән барса уландарыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, - тигән изге теләктә таралышты ифтарға йыйылыусылар.
Мәрхәбә Собханғолова.