Заман ауырлығына һылтанмай, дәртләнеп, матур итеп тормош көткән, балалар үҫтергән Айгөл Әнүәр ҡыҙы менән Айрат Әхәт улы Шәмсетдиновтарҙың сәстәрен-сәскә бәйләп, бергә тормош ҡороуҙарына 20 йыл. Шул йылдар эсендә улар ете балаға ғүмер бүләк итеп, туғандарының етем ҡалған дүрт балаһын да үҙ ҡосаҡтарына алғандар. 2019 йылда атай-әсәйҙәре ярҙамы менән ике яҡлы йорт һалып сыҡҡандар, аҙаҡтан балалар артҡас, өйҙәрен тағы ла ҙурайтҡандар. Бөгөнгө көндә 18 йәшлек оло ҡыҙҙары Наҙгөл Стәрлетамаҡ медицина колледжының 3-сө курсында, Айсыуаҡ ошо уҡ ҡалала ауыл хужалығы техникаһы белгестәре әҙерләүсе колледжда һөнәр үҙләштерә. Таңгөл Имәндәш мәктәбенең 6-сы, Искәндәр 4-се кластарында белем ала. Ислам ауыл мәктәбенең 1-се класында уҡып йөрөй. Алсаҡ, яғымлы Кинйәгә әле 4 йәш, ә бәләкәс Йәмил ике генә айлыҡ. Туғандары Марсель Стәрлелә колледж тамамлап, әрме хеҙмәтендә үҙ бурысын намыҫлы үтәп ҡайтҡан, әле Себерҙә төҙөлөш эшендә эшләп йөрөй. Юнир Айсыуаҡ уҡыған колледжда агроном һөнәрен үҙләштерһә, Алиса Наҙгөл уҡыған медицина колледжының 2-се курсында уҡый, Динар Имәндәш мәктәбенең 7-се класында белем ала.
Шәмсетдиновтарҙың күркәм йорто ла айырым ҡото, нурлылығы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Ҡалҡыу урында ҡояштай балҡып ултырған йорттоң матур ҡапҡаһын асып инеү менән төрлө техника, ҙур ҡура тулы мал-тыуар күҙгә ташлана. Арыраҡ урынлашҡан оҫтаханала техника йүнәтеү, ремотлау кәрәк-яраҡтары, ҡатын-ҡыҙ теле менән әйткәндә, тимер-томор теҙелеп киткән. Йортта ғаилә өсөн бар кәрәк-яраҡ булдырылған. Өйгә һыу, канализация үткән, хужа үҙе ут яғып та, электр менән дә йылытыу өсөн уңайлы махсус ҡоролма эшләп ҡуйған. Балалар ҙа тыйнаҡ ҡына, һәр кем үҙ эше менән мәшғүл. Сәңгелдәктә ятҡан кескәй Йәмилде һәр береһе килеп ҡарап, алмашлап бәүелтеп тә ала. Ғаиләнең матбуғат баҫмаларына ла битараф түгеллеге күренеп тора, район, республика гәзит, журналдары өй күрке булып ята. Аш-һыу бүлмәһендә хужабикәнең бәхетле йәшәү серҙәре тураһында һөйләүен һорағас, ул ябай ғына итеп: “Балалар үҙҙәре бер-береһен ҡарашып үҫә, шуға ла ҡыйын түгел. Киреһенсә, улар менән көндөң үткәне лә һиҙелмәй. Эшләп үҫкәс, балалар ҙа һәр саҡ нимә менәндер мәшғүл. Айрат та, мин дә биш балалы ғаиләлә үҫкәнбеҙ. Ҡасандыр Айратты атаһы техникаға, эшкә өйрәтеп үҫтерһә, бөгөн ул балаларына өйрәтә”, - тип яуапланы.
Эйе, Айраттың атаһы Әхәт ағай районда данлыҡлы комбайнёр булған кеше. Атанан күргән - уҡ юнған, тигәндәй, Айрат та 12 йәштән атаһы менән комбайнға ултырып йөрөп, уның ярҙамсыһы булып эшләп үҫкән. Техниканы биш бармағы кеүек белә, тиһәң дә һис арттырыу булмаҫ. Шуға ла ике еңел машина, "Беларусь", ҡаргиҙәрҙәре һәйбәт хужа ҡулында күкрәк киреп ултыра. Иҫке Тайышта тыуып-үҫеп, күрше Имәндәш ауылына йөрөп уҡып урта белем алған егет бер осор ауылда клуб мөдире булып эшләй, шунда Таш-Аҫты ауылына өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән йәш ҡыҙ ҙа иптәштәре менән тайыштағы клубҡа килә. Клуб мөдире ҡыҙҙы күреү менән уға ғашиҡ була һәм тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға ҡарар итә, ҡыҙҙы урлап алып ҡайта. Бына шулай барлыҡҡа килә уларҙың ғаиләһе.
- Бер йыл үткәс кенә ЗАГС-ҡа индек. Миңә ул саҡта 19 йәш ине. Ошо ауылда ҡалғаныма үкенмәйем. Ҡайным да, ҡәйнәм дә һәйбәт булдылар. Бар эшкә тиһәң дә була, һыйыр һауырға ла ҡәйнәм өйрәтте. Ул да алдынғы сөгөлдөр үҫтереүсе булып эшләп, звено башлығы ла булған кеше, - ти Ҡауарҙы ауылынан килен булып төшкән Айгөл Әнүәр ҡыҙы үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп.
Шәмсетдиновтар бөгөн ҡура тултырып мал-тыуар тота, йәйгеһен ҡаҙ, өйрәк аҫрайҙар. Айрат Иҫке Тайыш мәктәбендә ҡарауылсы булып эшләй, шулай уҡ яҙҙан-көҙгәсә өс ауылдан һөт йыя. Кешегә техника менән бесән сабышып, килтереп тә төрлө ярҙам күрһәтә. Туғыҙ йыл элек машина йөрөтөргә таныҡлыҡ алған Айгөл үҙе лә ҡыҙыу бесән ваҡытында машина менән яланға ашарға алып барып, һөт йыйышып, бар эште берҙәм эшләйҙәр. Емеш-еләктән күп итеп ҡайнатма, компот эшләргә лә өлгөрә егәрле хужабикә. Айгөл Әнүәр ҡыҙы 2021 йылда “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән.
Ишле ғаиләнең был күркәм донъяһында үҙ ҡыйынлыҡтары ла барҙыр, ләкин барыһын да уларҙың тыуған йорттарының ныҡлығы, бер-береһенә ҡарата һөйөү һәм изгелек, берҙәмлек тойғоһо һаҡлай. Бер-береһе өсөн генә яралған парҙарҙың ғаилә тормошо артабан да ошолай бәхетле дауам итһен, мөхәббәт емештәре - балалары тик ҡыуаныстар килтерһен.