Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Март , 16:10

“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны

Кисә Ғафури районынан бер төркөм ижадсылар Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзында ҡунаҡта булдылар. “Табын” район гәзите ҡарамағында эшләп килгән “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһенең  - 40, гәзиттең 35 йыллығына арналған әҙәби-музыкаль ҡунаҡханаға Ғафуриҙан сыҡҡан яҙыусылар, шағирҙар, ғалимдар, журналистар йыйылғайны.

“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны

Тәүҙә баш ҡала ҡунаҡтары һәм Өфөләге яҡташтар Мәжит Ғафури һәйкәленә сәскәләр һалды, беренсе халыҡ шағиры янында уға арналған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, иҫтәлеккә фотоға төштө.

Яҙыусылар союзында ғафуриҙарҙы Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов ҡаршы алып, яңыртылған бина менән таныштырҙы һәм һорауҙарға яуап бирҙе.

Ҡунаҡханаға килеүселәрҙе “Табын” гәзитенең үткәне һәм бөгөнгөһө менән гәзиттең баш мөхәррире Гөлдәр Кинйәбаева таныштырҙы. “Мағаш тауышы” тураһында уның етәксеһе Гөлшат Вәлиева һөйләне. Өфөлә яҡташтар ойошмаһын етәкләүсе Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин,  ғалим, профессор Ғиниәт Ҡунафин, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, шағирә Гөлнур Яҡупова, сатирик Марсель Сәлимов, педагог, яҙыусы Фәнзил Санъяров, “Мәжит Ғафури - ХХI” мәҙәниәт фонды советы директоры, доцент Люция Камаеваның фәһемле фекер-теләктәре ҡыҙыҡһыныу уятты.

Кисәлә ижадсы балаларҙың – Гөлнур Яҡупова призына “Табын” гәзите бына инде 25 йыл уҙғарып килгән “Өмөтлө ҡәләм” конкурсы еңеүселәренең дә матур итеп сығыш яһауы быуындар бәйләнешен нығытты.

Әҙәби-музыкаль ҡунаҡханаға ғафуриҙарҙың килеү идеяһын тәҡдим итеп, уны ойоштороуға күп көс һалған дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, журналист, шағир, Башҡортостандың Милли архивы директоры урынбаҫары Нияз Сәлимовҡа оло рәхмәт һүҙҙәре әйтелеп, алда ла бындай осрашыуҙар үтеп торһон ине тигән теләктә ҡалдылар был сарала ҡатнашыусылар. Әле үҙе “Йондоҙ” район гәзитендә эшләгән сағында уҡ бынан 40 йыл элек “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһенә нигеҙ һалып, район ижадсыларын үҙ янында туплаған, 1991 йылдың 1 ғинуарында саф башҡорт телендәге үҙаллы баҫма булыраҡ “Табын” гәзитенең беренсе һаны донъя күрһен өсөн янып-көйөп эшләгән гәзиттең беренсе мөхәррире  Ниязбай Булатбай улы бөгөн дә тыуған яғы менән бәйләнешен өҙмәй, элекке хеҙмәттәштәрен ярҙамынан ташламай.

Әҙәби берекмә ағзаларының шиғырҙары, йыр-бейеү менән үрелеп барған матур кисәне Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин йәнле итеп алып барҙы.

Ижадсыларҙың, яҡташтарҙың осрашыуы күмәкләп Мәжит Ғафури һәм Фәрғәт Ғәлин һүҙҙәренә Рәмил Ғимрани ижад иткән Ғафури районы гимнын башҡарыу менән тамамланды.

“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
“Мағаш тауышы” баш ҡалала яңғыраны
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас