Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Март , 18:05

Районыбыҙ предприятиелары еңеүселәр рәтендә

Баш ҡалабыҙҙағы “Өфө Экспо” күргәҙмәләр комплексында ауыл хужалығы тармағындағы иң күләмле сараларҙың береһе  булған 36-сы “Агрокомплекс” халыҡ-ара күргәҙмәһе һәм агросәнәғәт форумы  үтте.

Районыбыҙ предприятиелары еңеүселәр рәтендә
Районыбыҙ предприятиелары еңеүселәр рәтендә

Быйылғы күргәҙмә айырыуса киң майҙанда үтеп, унда ҡатнашыусы компаниялар һаны бермә-бер артҡан.  Хатта Белоруссия, Ҡытайҙан партнерҙарҙы йәлеп иткән.  Мәртәбәле был күргәҙмәлә  районыбыҙ предприятиелары ла ҡатнашты һәм төрлө номинацияларҙа еңеү яуланы.

“Иң яҡшы фермер  продукты” конкурсында “ШЭ  Фомин Н.Т.”  мейестә  бешерелгән икмәк , “Дубрава” кооперативы  балалар  туҡланыуы өсөн ҡош итенән әҙерләнгән ярымфабрикаттар өсөн Гран-приға лайыҡ булды.

 “Ғафури” ҡулланыусылар кооперативы  иһә парземан сыры өсөн  1 дәрәжә Диплом  һәм Алтын миҙал менән бүләкләнде.

Районыбыҙ предприятиелары еңеүселәр рәтендә
Районыбыҙ предприятиелары еңеүселәр рәтендә
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас