Яңыраҡ ҡына радио ветераны 90 йәшен билдәләгәйне. Лира Фәхри ҡыҙы 40 йылдан ашыу диктор булып эшләй, тиҫтәләгән рус телендәге фильмдарҙы башҡортсаға тәржемәләүҙә ҡатнаша. Рәсимә Кәримова, Әхәт Мортазин кеүек дикторҙар менән бер рәттән, уның тауышы тиҫтәләгән йылдар буйына көндән-көн Башҡортостан радиоһын танытып торған тауыш була. Шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ та билдәле.
Лира Фәйзуллина 1936 йылда Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. Шул уҡ райондың Үтәк ауылында уҡытыусы булып эшләй. 1956 йылда "Өфөлә башҡорт радиоһы һәм телевидениеһы булдырыла" тигән хәбәр ишетеп, дикторҙар конкурсында үҙен һынап ҡарарға була. Тиҙҙән уның тауышы радио аша бөтә Башҡортостанға яңғырай башлай.
Артабан Мәскәүҙә дикторҙар курсында уҡый, күренекле СССР дикторҙары - Юрий Левитан, Ольга Высоцкая, Людмила Кайгородоваларҙан һөнәр оҫталығына өйрәнә. Өфө сәнғәт училищеһында Гөлли Мөбәрәкова, Абдулла Ғиләжевтан һабаҡ ала.
Бәхил бул, Лира Фәхри ҡыҙы!