90-сы танк дивизияһының 428-се мотоуҡсылар полкы. Башҡортостан Башлығының РФ Милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин һүҙҙәренсә, был полк яугирҙарының 90 проценты Башҡортостандан. Күптәре бында өлөшләтә мобилизация сиктәрендә эләккән. Улар араһында махсус хәрби операция башланған тәүге осорҙан именлек һағына баҫып,үҙ иңенә һалынған бурысты намыҫлы үтәгән “Гном” позывнойлы яугир ҙа бар.
Алғы һыҙыҡта “Гном " ауыр һынау юлын үтә, рух ныҡлығы һәм ҡаҡшамаҫ ихтыяр күрһәтә. Аҙым һайын хәүеф янай, һәр минут ҡыйыулыҡ һәм тәүәкәллек талап итә. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан яугир үҙ бурысына тоғро ҡала һәм үҙен Ватанының ысын, ышаныслы һаҡсыһы итеп таныта.
“Гном”дың хәрби юлы Ҡазанда хәрби күнекмәләрҙән башлана. Һуңынан иптәштәре менән бер ай самаһы Ростов өлкәһенең Миллерово ҡалаһында була. 2023 йылдың ғинуарында Лугански йүнәлешенә күсеп, Северодонецк, Кременнойҙа урынлашалар. Бер йыл буйы Кременнойҙы һаҡлай улар. Яугирҙар урындағы халыҡҡа, тыныс халыҡ араһынан яраланғандарға ярҙам итә. Тап шул саҡта "Гном” үҙенең беренсе дәүләт наградаһы -“Һәләк була яҙғандарҙы ҡотҡарған өсөн" миҙалы менән бүләкләнә. Шулай уҡ “Шайморатов”, II дәрәжә “Батырлыҡ өсөн”, “428-се МСП”, “Донбасты азат иткән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә.
2024 йылдың июленән “Гном” яңы һөнәр үҙләштерә, хәҙер ул БПЛА операторы. Артур Йомағужин әйтеүенсә, заманса алышта пилотһыҙ аппараттар мөһим урын биләй.
- Дрон-бик кәрәкле һәм һөҙөмтәле ҡорал. Улар ярҙамында штурмовиктар өсөн аҙыҡ-түлек тә, боеприпастар ҙа килтерелә, дошмандың блиндаж-опорниктары юҡ ителеп, штурмлаусылар артабан хәрәкәт итә ала. БПЛА-лар шулай уҡ яугирҙарыбыҙҙы дошмандың гексокоптерҙары (Баба-яга) һөжүменән дә һаҡлай,- ти “Гном”.
Мобилизацияға тиклем Анатолий Давлеев Пермь крайында «Энергоком» ЯСЙ-дә водитель булып эшләй. Махсус хәрби операция башланғас, Ватан именлеге һағына баҫа. 2025 йылдың апрелендә Оборона министрлығы менән хеҙмәтен дауам итеү тураһында килешеү төҙөй.
“Гном” һәм уның хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк улар халыҡтың ҙур ярҙамын тоя. Ҡайһы берҙә яугиҙар үҙ үтенестәре менән дә яҡташтарына мөрәжәғәт итә. -Гуманитар ярҙамһыҙ беҙгә бик ауыр булыр ине. Ярҙамдары өсөн яҡташтарыбыҙға ҙур рәхмәт, − ти сержант.
https://tatvestnik-t.ru/articles/common_material/2026-03-13/pult-vmesto-avtomata-4612940
Башҡортостанда пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә кешеләр йыйыу дауам итә.
БПЛА операторы һөнәренең өҫтөнлөктәре:
- Хәүефһеҙлек - алғы һыҙыҡтан алыҫта.
- Гарантиялар - тулы соцпакет, вуздарҙа урын һаҡлана.
- Премиялар- уңышлы операциялар өсөн 500 мең һумға тикдем түләүҙәр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда йәшәүсе пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә теләүселәр +7 (34740) 2-14-57, +7 965 652-40-92, 112 телефон һандары буйынса шылтырата йәки Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса Красноусол хәрби комиссариатының хәрби-иҫәп пунктына (Красноусол ауылы, К.Маркс урамы, 14) мөрәжәғәт итә ала.
Махсус хәрби операция зонаһында контракт буйынса хеҙмәт итеү, хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә аҡзаларына социаль ярҙам саралары тураһында башбат.рф, “Башҡортостандың пилотһыҙ системалары ғәскәрендә хеҙмәт итеү” чат-боты сайттарында белергә була.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.