Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель , 10:50

Беренсе сиратта күкте яулау мөһим

Алғы һыҙыҡта йәштәрҙе оператор эшенең нескәлектәренә өйрәткән “Матроскин” позывнойлы яугир ошондай фекерҙә.

Беренсе сиратта күкте яулау мөһим
Беренсе сиратта күкте яулау мөһим

Элек ул ОМОН-да хеҙмәт иткән. Үҙ ваҡытында Санкт-Петербургта G8 саммитында, шулай уҡ Сочи ҡалаһында үткән Олимпиадала хәүефһеҙлекте тәьмин итеүе менән ғорурлана.

Ә МХО-ға тиклем Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә эшләгән. Бронь була. Әммә ул ил өсөн ауыр ваҡытта һис кенә лә ситтә ҡала алмай. 2023 йылдың апреленән "Матроскин" махсус хәрби операцияла.

Бөгөн ул алғы һыҙыҡта алған тәжрибәһенән сығып БПЛА взводтарына килгән яңы операторҙарҙы уҡыта. Йәш егеттәрҙе хәҙерге һуғыш нескәлектәре, дошман тактикаһы менән таныштыра.

 - Йәштәр бик отҡор. Хатта ҡайһы берҙә БПЛА менән идара итеү буйынса кисәге уҡыусылар менән кәңәшләшергә лә тура килә. Күкте тулыһынса яулаһаҡ - еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ. Был МХО яугирҙары бөгөн иң йыш ҡабатлаған фекер һәм буш һүҙ түгел, ә ысынбарлыҡ, - ти "Матроскин". Башҡортостандан беҙгә "Уфимец" дрондары күпләп ебәрелә, - ти әңгәмәсебеҙ. - Уларҙың двигателдәре, рамдары Өфөлә етештерелә. Яугирҙарҙың "Уфимец"ҡа ҡарата дәғүәләре юҡ. Уларҙы оптик сүс менән идара ителеүсе дрон итеп тә яраҡлаштыралар.

-  Баштараҡ  ауыр булды, әлбиттә. Әммә беҙ тиҙ арала хәҙерге һуғыш шарттарына яраҡлаша алдыҡ. Бөгөн, мәҫәлән, үҙебеҙ юғары әҙерлекле БПЛА менән идара итеүселәрҙе уҡытабыҙ. Башҡа полктарҙан ярҙам һорап килһәләр, уларҙы ла өйрәтәбеҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Сөнки бөтә фронт – ул бер бөтөн. Беҙҙең полк Пермь крайынан, Удмуртиянан, Себерҙән килгән яугирҙар менән тулылана. Беҙ берҙәм, сөнки барыбыҙ ҙа бер Еңеү өсөн килдек, - ти "Матроскин".

 

Башҡортостанда пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә кешеләр йыйыу дауам итә.

 БПЛА операторы һөнәренең өҫтөнлөктәре:

- Хәүефһеҙлек - алғы һыҙыҡтан алыҫта.

- Гарантиялар - тулы соцпакет, вуздарҙа урын һаҡлана.

- Премиялар- уңышлы операциялар өсөн 500 мең һумға тикдем түләүҙәр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда йәшәүсе пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә теләүселәр +7 (34740) 2-14-57, +7 965 652-40-92, 112  телефон һандары буйынса шылтырата йәки Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса Красноусол хәрби комиссариатының хәрби-иҫәп пунктына (Красноусол ауылы, К.Маркс урамы, 14) мөрәжәғәт итә ала.

Махсус хәрби операция зонаһында контракт буйынса хеҙмәт итеү, хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә аҡзаларына социаль ярҙам саралары тураһында башбат.рф, “Башҡортостандың пилотһыҙ системалары  ғәскәрендә хеҙмәт итеү” чат-боты сайттарында белергә була.

Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Беренсе сиратта күкте яулау мөһим
Беренсе сиратта күкте яулау мөһим
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас