Атамаһынан уҡ күренеп тороуынса, аманат – ул киләсәк быуынға тапшырылырға тейешле васыят, мираҫ. Был проект үткән менән бөгөнгөнө, быуындарҙы бәйләүсе күпер булып тора. Ул Башҡортостан халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға, милли йолаларға хөрмәт тәрбиәләүгә, башҡорт телен өйрәнеү һәм фольклор саралары үткәреү өсөн балалар менән эшләүгә мәҙәни-мәғариф мөхитен булдырыуға, кәрәкле ҡорамалдар, костюмдар һәм биҙәүестәр менән йыһазландырыуға йүнәлтелгән. Маҡсаты - башҡорт телен һаҡлау һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа туған телдәрен яратырға, үҙ халҡының мәҙәниәтен һәм йолаларын хөрмәт итергә өйрәтеү. Бәләкәстәр проект ярҙамында башҡорт телен ябай ғына итеп өйрәнмәйәсәк, улар милли мөхиткә сумып, тарихты һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе беләсәк.
Башҡорт теле бүлмәһендә һәр мөйөш башҡорт һәм мәҙәни рух менән һуғарылған: 1,6 миллион һумлыҡ грант аҡсаһына интерактив ҡорамалдар, проектор менән экран, башҡорт стилендәге йыһаздар, тирмә, Башҡортостан картаһы, сағыу келәмдәр, балалар һәм өлкәндәр өсөн 20 комплект башҡорт халыҡ милли костюмдары, милли биҙәүестәр һатып алынған, ысын этно-мөхит булдырылған.
Проектта 15 сара үткәреү ҡаралған, атап әйткәндә: уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе, ата-әсәләр менән берлектә “Башҡорт бауырһағы" оҫталыҡ дәресе, унда балалар башҡорттарҙың милли ризыҡтары менән танышасаҡ һәм милли тәмлекәсте әҙерләүҙә ҡатнашасаҡ, ағинәйҙәр “Башҡорт биҙәктәре” оҫталыҡ дәресе үткәрәсәк, унда балалар башҡорт милли кейеме менән танышасаҡ һәм уны үҙҙәре әҙерләйәсәк, “Кис ултырыу” башҡорт йолаһы, “Был - мода!” флешмобы, “Һабантуй” халыҡ байрамы, “Яратам тыуған яғым, Башҡортостан!” һүрәттәр конкурсы һәм экскурсиялар менән тулы программа көтә. Проекттың йомғаҡлау сараһы булып райондың бөтә балалар баҡсалары балалары, шулай уҡ ата-әсәләр һәм педагогтар ҡатнашлығында район мәҙәниәт һарайында үтәсәк “Дуҫлыҡ урамы” тигән ҙур район фестивале торасаҡ.
Балалар баҡсаһы коллективының шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығының иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Ғөбәйҙуллина, район мәғариф бүлегенең мәктәпкәсә тәрбиә буйынса методисы Лира Бәхтийәрова Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Монасипова, килде. Башҡорт теле бүлмәһен асыу хоҡуғы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Ринат ҡыҙы һәм фонд директоры, “Аманат – Балаларға” проекты етәксеһе Гөлнара Айҙар ҡыҙына бирелде һәм бүлмәнең ҡыҙыл таҫмаһы киҫелгәс, барыһы ла бүлмәгә үтте. Ҡунаҡтарҙы балалар баҡсаһы мөдире Галина Сөләймәнова етәкселегендә “Сәскәләр” башҡорт төркөмө (тәрбиәселәре Гөлнара менән Альфира Батыршиналар) ихлас ҡаршы алды, балалар илһамланып башҡортса шиғырҙар һөйләнеләр, йыр-бейеүҙәр башҡарҙылар. Артабан ҡунаҡтарҙы бүлмә менән таныштырҙылар, интерактив ҡорамалдарҙың эшмәкәрлеген һынап, балалар электрон уйындар, шахмат уйнап та ҡаранылар.
- Бөгөндән үҙ эшен башлаған проект – ул ябай башланғыс ҡына түгел, ә мәҙәниәтте үҫтереүгә, быуындар араһындағы бәйләнеште нығытыуға аҙым. Район хакимиәте башлығы Венер Вахитов исеменән "Бала саҡ ҡалаһы" мәктәпкәсә белемде хуплау һәм үҫтереү фонды командаһына рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Ә балаларға әйтергә теләйем – туған телегеҙҙе, мәҙәниәтегеҙҙе һәм тыуған ерегеҙҙе яратығыҙ, хөрмәт итегеҙ, - тине Гөлнара Ғөбәйҙуллина.
Грант ярҙамында башҡорт мөхитле бүлмә ысын белем һәм ижад мөйөшөнә әүерелгән. Бында ингән һәр бала башҡорт теленең матурлығын асһын һәм үҙ мәҙәниәте менән ғорурланһын! – тигән теләктә ҡалды сарала ҡатнашыусылар.
Был сара быйылғы Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге һәм мәктәпкәсә белем биреү йылында айырыуса мәртәбәле булды.