Ошо хәлгә бәйле район ветеринария станцияһы тарафынан районыбыҙҙа төрлө сирҙәргә ҡаршы ниндәй саралар ойошторола, мал-тыуар һәм ҡош-ҡорттарҙың хәүефһеҙлеген нисек һаҡларға? Район ветстанцияһының баш ветеринар табибы Фаил Зәйнетдинов менән әңгәмә барышында халыҡты борсоған күп һорауҙарға асыҡлыҡ индерелде.
Малдар именлеге һағында
- Дәүләт ветеринария хеҙмәтенең төп бурысы - төбәктең эпизоотик именлеген һәм малсылыҡ продукцияһының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Район ветеринария хеҙмәтендә 26 хеҙмәткәр иҫәпләнә, шуларҙың 22-һе ветеринар белгестәр. Үҙ эштәрен төплө белгән һәм бурыстарына яуаплы ҡараған ветеринар табиптар район биләмәһендә малдарҙа йоғошло ауырыуҙарҙы һәм күпләп таралған сирҙәрҙе булдырмау буйынса ғәйәт ҙур эш башҡара: диагностик тикшереүҙәр, вакцинация, дауалау-профилактик эшкәртеүҙәр алып барыла. Дөйөм алғанда, райондың эпизоотик именлеген тәьмин итеү өсөн малдарҙың ауырыуын иҫкәртеү йәһәтенән 77 төр саралар комплексы тормошҡа ашырыла. Шуларҙың 10-ы мал-тыуар һәм кешеләр өсөн дөйөм булған зооантропоноздар, 11-е айырыуса хәүефле ауырыуҙарға ҡағыла.
Ваҡытында сара күреү мотлаҡ
- Фаил Һәҙиәт улы, бөгөн илебеҙ, шулай уҡ республикабыҙҙың ҡайһы бер райондарында эпизоотик хәл көсөргәнешле төҫ ала.
- Эйе, 2025 йылда Рәсәйҙә эпизоотик хәл көсөргәнешле булды һәм ул әле лә дауам итә. Бөгөн юғары патоген ҡош киҙеүе ҡошсолоҡ тармағы өсөн айырыуса ҙур хәүеф тыуҙыра. 2025 йылда, мәҫәлән, донъяның 55 илендә 2014 сир осрағы теркәлгән. Ауырыу Рәсәйҙе лә урап үтмәне, 9 төбәктә 17 инфекция сығанағы асыҡланған. Вирустың илдән-илгә, төбәктән төбәккә күсеүенең төп сәбәпсеһе - күсмә ҡоштар. Ауырыуҙы иҫкәртеү һәм уны булдырмау маҡсатында йыл һайын йорт һәм ҡырағай күсмә ҡоштар араһында мониторинг тикшеренеүҙәре күләме арта. Хужалыҡтарҙа вакцинация үткәрелә, айырыуса һыу ҡоштарын вакцинациялауға баҫым яһала.
Шулай уҡ африка тағуны ҙур хәүеф тыуҙыра. Сөнки был сир сусҡа фермаларында һәм ҡырағай фаунала ҡабандар араһында йәшен тиҙлегендә таралып, уларҙың тулыһынса һәләк булыуына килтерә. Был сиргә ҡаршы вакцина уйлап табылмаған һәм ауырыуҙы бөтөрөүҙең берҙән-бер ысулы - бөтә малды яндырыу.
Үткән йылда Рәсәй буйынса африка тағуны буйынса 34 “усаҡ” теркәлгән, шуларҙың 21-е ҡырағай ҡабандар араһында. Сир буйынса көсөргәнешле хәл күрше төбәктәрҙә лә һаҡлана, ағымдағы йылда сирҙең 11 осрағы теркәлгән, шул иҫәптән 7-һе йорт сусҡаһы араһында. Сусҡаларҙа африка тағуны, ҡотороу ауырыуҙары әленән әле теркәлеп тора. Ваҡытында сара күрмәгән осраҡта, был афәтте “ауыҙлыҡлау” ауыр буласаҡ.
Бер нисә төбәктә, шул иҫәптән республика менән сиктәш төбәктәрҙә, бруцеллез сире “усаҡтары” артыуы хайуандар бруцеллезы таралыу хәүефен дә арттыра. Ғәмәлдәге ҡағиҙәләргә ярашлы ауырыу хайуандарҙы күсереп йөрөтөү ҡәтғи тыйыла. Бөгөнгө көндә Россельхознадзор Стәрлетамаҡ, Бишбүләк һәм Стәрлебаш райондарын бруцеллез буйынса “хәүефле зона” тип билдәләгән һәм был райондарҙан мал һатып алыу ҡәтғи тыйыла. Башҡа райондарҙа тоҡомло мал һатыуға сикләү юҡ.
Республикала хайуандарҙың ҡотороу сире йәһәтенән дә көсөргәнешлек һаҡлана. Былтыр хайуандарҙың һеләгәйе тейеүе, тырнауы һәм тешләүенә бәйле мөрәжәғәттәр республика буйынса 27 процентҡа артҡан һәм 11 меңдән ашыу тәшкил иткән. Күпселек йорт хайуандары - бесәй һәм эттәрҙән зыян күргән.
Районда хәл тотороҡло
Шуныһы һөйөнөслө, районыбыҙҙа малдар араһында йоғошло һәм инвазион ауырыуҙар буйынса хәл-торош ҡәнәғәтләнерлек. Ошо көндәрҙә бруцеллезға тикшереү маҡсатында һыйыр малдарынан ҡан алынды һәм тикшерелде. Бөтәһе 8 мең проба алынып, барыһы ла һау-сәләмәт тип табылды. Бруцеллез - Бруцелла бактериялары тыуҙырған йоғошло ауырыу. Был сир малдарҙың енес, үҙәк нервы системалары, йөрәк- ҡан тамырҙары, һөйәк һәм быуындарҙың зарарланыуы, аборттар менән характерлана.
Ҡотороу сире йоҡтороу осраҡтары ла теркәлмәне. Үлемесле был сирҙе иҫкәртеү маҡсатында ауыл хужалығы малдарын 100 процентҡа вакцинациялауҙан тыш төрлө һөҙөмтәле саралар күрелә. Беренсенән, һуңғы 10 йылдағы ҡотороу ауырыуы осраҡтарын анализлау нигеҙендә, төлкөләр ауылға күпләп сыҡҡан ҡышҡы осорҙа һаҡланыу сараһын көсәйтеү өсөн вакцинация графигын көҙгө осорға күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Шулай уҡ социаль селтәрҙәр аша ҡотороу сиренә прививка яһау йәһәтенән бушлай акциялар иғлан иткәс, йорт хайуандарына прививка яһатыу өсөн дәүләт ветеринария клиникаларына мөрәжәғәт итеүселәр бермә-бер артты. Сирҙе иҫкәртеүҙә шулай уҡ ит ашаусы ҡырағай хайуандар өсөн урман-аҡландарҙа вакциналар ҡалдырыу ҙа ҙур роль уйнай. 2025 йылда, мәҫәлән, ҡырағай хайуандарҙы ҡотороуға ҡаршы вакцинациялау маҡсатында ошондай 6000 вакцина һалынды.
Иҫкәртеү юлы - вакцинация
- Фаил Һәҙиәт улы, бөгөн интернет селтәрҙәрендә Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә хәүефле сир таралыу сәбәпле малдарҙы күпләп яндырыу күренештәренә тап булаһың. Ошо хәлгә лә асыҡлыҡ индереп китһәгеҙ ине.
- Ысынлап та шулай. Күп төбәктәрҙә һыйыр малдары, сусҡалар һәм ҡуш тояҡлы ҡырағай хайуандар араһында айырыуса хәүефле сир таралған. Был сир вирустың бик тиҙ таралыуы менән үтә лә хәүефле. Сирле бер баш мал бер нисә сәғәт эсендә йөҙҙәрсә малды зарарлауы ихтимал. Уларҙы дауалау файҙаһыҙ, сөнки сирҙе үткәргән мал вирус йөрөтөүсе булып, оҙайлы ваҡыт һуҙымында башҡаларҙы зарарлаясаҡ. Ветеринария ҡағиҙәләренә ярашлы, сир асыҡланған осраҡта бөтә мал яндырыла.
Йорт малдары һәм ҡуш тояҡлы ҡырағай хайуандар вирустың төп сығанағы һәм таратыусылар булып тора. Вирустың малдың тиҙәге, һеләгәйе, һөтө, хатта һулаған һауа аша ла күсеүе ихтимал. Шулай уҡ транспорт саралары, малсылыҡ продукцияһы, эш ҡоралдары, ҡоштар, был сиргә бирешмәгән башҡа хайуандар, хатта бөжәктәр һәм талпандар аша ла. Сир нигеҙҙә туранан-тура бәйләнеш ваҡытында, вирус һыҙырылған, яраланған тире йәки лайлалы тиресәгә эләккән осраҡта күсә. Вирус шулай уҡ эш ҡоралдары, хатта фураж аша ла икенсе малға күсергә мөмкин.
- Унан һаҡланыу, иҫкәртеү саралары тураһында ла әйтеп үтегеҙ әле, бәлки уға ҡаршы махсус вакцина ла барҙыр.
- Ниндәй генә сир булһа ла беренсе сиратта һаҡланыу, иҫкәртеү сараһы күрелергә тейеш: хужалыҡтарҙың биләмәһен кәртәләп алыу һәм биләмәгә "индереү-сығарыу" системаһын ойошторорға кәрәк. Шулай уҡ “имен булмаған” төбәктәрҙән мал һатып алыуҙы тыйырға, индерелгән һәм сығарылған малды “карантинда тотоу”, көтөүлектәрҙе һәм һыулау урындарын контролдә тотоу, малдарҙы иҫәпкә алып даими ҡарап, күҙәтеү һәм сир билдәләрен үҙ ваҡытында асыҡлап, тулыһынса диагностик тикшереү үткәреү мөһим роль уйнай. Малсылыҡ объекттарының биоименлеген тәьмин итеү беренсе сиратта мал хужаларының төп бурысы.
Иҫкәртеү саралары күрелеүгә ҡарамаҫтан сирле малды рөхсәтһеҙ (санкцияһыҙ) үҙебеҙҙең төбәккә алып ҡайтыуҙары бик ихтимал. Тик шуға иғтибар итергә кәрәк. Бөгөн республикабыҙ “вакцинацияһыҙ имен төбәк” статусына эйә, тимәк эпизоотик сараларға федераль бюджет иҫәбенән вакцина бүленмәйәсәк. Шул уҡ ваҡытта малды һаҡлап ҡалыу өсөн өс тапҡыр профилактик вакцинация үткәреү талап ителә. Хужалыҡтар малын һаҡлап ҡалыу өсөн туранан-тура Федераль һаулыҡ һаҡлау үҙәгенән йә булмаһа Щелковск биокомбинатынан вакцина һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Бер доза өсөн вакцинаның хаҡы 26-42 һум тәшкил итә. Вакцина һатып алыу механизмы хужалыҡтар етәкселәренә аңлатылды. Ҡыҫҡаһы, райондың эпизоотик именлеген тәьмин итеү өсөн беренсе сиратта иҫкәртеү һәм һаҡланыу сараларын ҡәтғи үтәү, сирле малды район биләмәһенә индермәҫкә, шулай уҡ дөйөм һәм шәхси хужалыҡтарҙа аҫыралған малдарға һаҡлағыс вакцинация үткәреүҙе ойоштороу мәсьәләһен тиҙ арала хәл итергә кәрәк буласаҡ.
Тамғалау ҙа мөһим ысул
- Фаил Һәҙиәт улы, мал-тыуарҙы маркировкалау ҙа ошо йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеүҙен бер алымы түгелме?
- Эйе, хайуандарҙы иҫәпкә алыу йоғошло ауырыуҙарҙың, шул иҫәптән кеше һәм хайуандар өсөн дөйөм булған сирҙәрҙең таралыуын иҫкәртеү, шулай уҡ уларҙың таралыу сығанағын оператив асыҡлау өсөн кәрәк. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының 2023 йылдың 3 ноябрендәге 832-се бойороғо хайуандарҙы мотлаҡ маркировкалауҙы һәм иҫәпкә алыуҙы күҙ уңында тота. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа малдар ҙа ауырыуҙарға дусар була һәм ауырыу сығанағы булып ҡала. Шуға күрә уларҙы ауыл хужалығы продукцияһын һатыу өсөн тотмаһалар ҙа, маркировкаларға һәм иҫәпкә алырға кәрәк. 2026 йылдың 1 сентябренә тиклем 10 баштан ашыу булһа тауыҡ, ҡаҙ һәм башҡа йорт ҡоштарын тамғаларға кәрәк буласаҡ.
Ғөмүмән, райондың ветстанцияһы хеҙмәткәрҙәре артабан да төбәктең эпизоотик именлеген тәьмин итеү һәм һаҡлау, хайуандарҙың, йорт малдарының айырыуса хәүефле ауырыуҙары барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймау буйынса һөҙөмтәле эш алып барасаҡ.
- Әңгәмә барышында халыҡты борсоған күп һорауҙарға аңлатма бирелеп, асыҡлыҡ индерелде. Ентекле һәм йөкмәткеле һөйләшеү өсөн рәхмәт, Фаил Һәҙиәт улы. Ауыр һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйем.
Мәрхәбә Собханғолова әңгәмәләште.