

Был йыйынды гәзиттең баш мөхәррире Гөлдәр Кинйәбаева асып, изге теләктәр, тәҡдимдәр әйтте. Берекмә етәксеһе Гөлшат Вәлиева ойошманың эше, пландары тураһында еткерҙе. Уҡытыусы-ветеран Рәмзиә Монасипова шиғыр яҙыу оҫталығы буйынса һөйләне.
Белеүегеҙсә, быйыл районыбыҙ ижадсыларын бергә туплаусы әҙәби берекмәнең юбилей йылы – уға 40 йәш! Ошо уңайҙан берекмә ағзалары әүҙем эш алып баралар - һәр иҫтәлекле көнгә тиерлек шиғырҙар яҙылып, улар берекмәнең Бәйләнештәге төркөмөндә донъя күрә, гәзиттә "Мағаш тауышы" махсус битендә баҫыла, төрлө сараларҙа, конкурстарҙа ла ҡатнашалар. Февраль айында Яугилде ауылында уҡытыусы, шағирә, йәмәғәтсе, берекмәнең элекке етәксеһе Лилиә Миниязованың хәтер кисәһе, Өфө ҡалаһына Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәби-музыкаль ҡунаҡханала мағаштар ҙур теләк менән сығыш яһанылар. Йыл һуҙымында әҙәби осрашыуҙар тағы ла үтеп торһон тигән теләктә таралышты ижадсылар ултырыштан.