Яңылыҡтар
10 Апреля , 10:40

"Ҡошсоҡ"тар алғы һыҙыҡта мөһим роль уйнай

- Үҙемдең мотлаҡ унда булырға һәм илгә файҙа килтерергә тейешлегемде аңланым. Ҡурҡыу булды, әлбиттә, әммә был намыҫ эше, - ти “Сыуаш”позывнойлы яугир.

"Ҡошсоҡ"тар алғы һыҙыҡта мөһим роль уйнай"Ҡошсоҡ"тар алғы һыҙыҡта мөһим роль уйнай
"Ҡошсоҡ"тар алғы һыҙыҡта мөһим роль уйнай

Башҡортостан яугиры МХО биләмәһендә үҙенең нисек БПЛА операторы булып китеүе хаҡында һөйләне. Яҡташыбыҙ 2024 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла, ә һуңынан йөрәк ҡушыуы буйынса контрактҡа ҡул ҡуйып, МХО-ға барырға ҡарар итә.

- Үҙемдең мотлаҡ унда булырға һәм илгә файҙа килтерергә тейешлегемде аңланым. Ҡурҡыу булды, әлбиттә, әммә был намыҫ эше, - ти “Сыуаш”позывнойлы яугир.

 Контракта ҡул ҡуйып, әҙерлек үткәндән һуң ул дрондар менән идара итеү нескәлектәрен үҙләштерә һәм бөгөн тәүәккәл яугир разведка, күҙәтеү һәм айырым нөктәләргә һөжүм итеү кеүек  мөһим бурыстар үтәй.

- БПЛА-лар алғы һыҙыҡта мөһим роль уйнап, һөҙөмтәлелекте һәм хәүефһеҙлеген күпкә арттыра, -ти ул.

 Хәрби бурыстарҙы үтәүҙән тыш,  яугир хеҙмәттәштәрен пилотһыҙ аппараттар менән эшләргә лә өйрәтә.  Намыҫлы һәм өлгөлө хеҙмәте өсөн яугир  грамоталар менән бүләкләнгән. Ул шулай уҡ “Хәрби хәрәкәттәр ветераны” статусына эйә.

 Тыуған яғында яугирҙы ғаиләһе көтә. Әйткәндәй, уларҙың ғаиләһендә оло шатлыҡ көтөлә - беренсе сабыйҙары тыуасаҡ. Яугирҙың хеҙмәтендә уңыштар һәм оҙаҡламай уның Еңеү менән иҫән-имен ғаиләһе янына ҡатыуын теләйбеҙ.

 

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда йәшәүсе пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә теләүселәр +7 (34740) 2-14-57, +7 965 652-40-92, 112  телефон һандары буйынса шылтырата йәки Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса Красноусол хәрби комиссариатының хәрби-иҫәп пунктына (Красноусол ауылы, К.Маркс урамы, 14) мөрәжәғәт итә ала.

Махсус хәрби операция зонаһында контракт буйынса хеҙмәт итеү, хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә аҡзаларына социаль ярҙам саралары тураһында башбат.рф, “Башҡортостандың пилотһыҙ системалары  ғәскәрендә хеҙмәт итеү” чат-боты сайттарында белергә була.

"Ҡошсоҡ"тар алғы һыҙыҡта мөһим роль уйнай
"Ҡошсоҡ"тар алғы һыҙыҡта мөһим роль уйнай
"Ҡошсоҡ"тар алғы һыҙыҡта мөһим роль уйнай
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас