

Сараның тәүге өлөшөндә интернатта белем һәм тәрбиә алған уҡыусы балалар китапханасыһы Илһөйәр Шамил ҡыҙы Мортазина әҙерләгән бай күргәҙмәне ҡарап, башҡорт халҡының мәҙәниәте менән танышты. Һуңынан Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының "Рәсәй күңеле" премияһы лауреаты, ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ сәсәне, башҡорт музыкаль ҡоралдары эшләү оҫтаһы, мультиинструменталист, өзләү буйынса халыҡ-ара конкурстары лауреаты Илһам Байбулдин музыка ҡоралдары тураһында һөйләне, уларҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Балалар бик ҡыҙыҡһынып тыңланы уны, теге йәки был музыка ҡоралында уйнарға теләгән һәр бала үҙенең һәләтен һынап та ҡараны.
Сараның икенсе өлөшө мәктәптең тамаша залында дауам итте. Уҡыусылар Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән бай йөкмәткеле концерт ҡараны. Балалар бөтә сығыштарҙы ла ҙур ихласлыҡ менән ҡараны, көслө алҡыштарға күмде һәм үҙҙәре лә яҡындан ҡатнашты.
Мәктәп директоры Фәнүзә Әсҡәт ҡыҙы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтен белдерҙе һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.