+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
13 Апрель , 04:10

Хеҙмәт итеү – изге бурыс

Яҙ килде. Ә меңләгән Рәсәй граждандары өсөн ул хәрби хеҙмәткә саҡырыу ҡағыҙҙары алыу менән дә бәйле. 1 апрелдән илебеҙҙә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу кампанияһы башланды. Республика буйынса 5 меңдән ашыу кеше хәрби хеҙмәткә алынасаҡ.

Хеҙмәт итеү – изге бурысХеҙмәт итеү – изге бурыс
Хеҙмәт итеү – изге бурыс

Әлеге ауыр мәлдә күп кенә саҡырылыусылар Ватан алдындағы бурысын үтәргә теләк белдерә. Быны беҙ Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби комиссариатының бүлексә начальнигы ярҙамсыһы Игорь Ступников менән һөйләшергә килгәндә саҡырыу комиссияһы эше барышында ла күрҙек. Бынан тыш, 8 апрелдә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.
Хәрби комиссариаттар өсөн ҡыҙыу – хәрби хеҙмәткә саҡырыу мәле булыуға ҡарамаҫтан, Игорь СТУПНИКОВ беҙҙең менән әңгәмәләшергә ваҡыт тапты һәм бер нисә һорауға яуап алдыҡ.

Йәмғиәт менән армияны бәйләп тороусылар

- Игорь Александрович, хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын нисек ҡаршылай?

- 8 апрелдә Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде. Был беҙҙең өсөн мөһим дата. Бөгөн хәрби комиссариаттар йәмғиәт менән армияны бәйләүсе звено булып тора. Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең нигеҙе булып, хәрби комиссариаттар бик күп ҡатмарлы һәм мөһим - армияны личный состав менән комплектлауҙан алып запастағы һәм МХО-лағы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе һәм уларҙың ғаиләләрен социаль яҡлауға тиклемге мәсьәләләрҙе хәл итәләр. Дөйөм алғанда, был уғата ҙур эш һәм һөнәри байрамда үҙ бурыстарын намыҫ менән башҡарыусыларҙың хеҙмәттәре баһалана.
Был һөнәри байрам көнө һәр саҡ хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу эштәренең иң ҡыҙған мәленә тура килә, шуға ла, нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, беҙгә байрам итергә ваҡыт юҡ. Бынан тыш, беҙ шулай уҡ бүлексә начальнигы ярҙамсыһы Эльза Вил ҡыҙы Шәрипова менән икәү генә эшләйбеҙ. Ә эште ауыл биләмәләренең хәрби-иҫәп өҫтәле хеҙмәткәрҙәре менән бергәләп башҡарабыҙ.

Йыл әйләнәһенә эшләйбеҙ

- 2026 йылғы хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы: әрмегә яңы саҡырылыусы егеттәрҙе ниндәй яңылыҡтар көтә һәм улар ҡасан ғәскәрҙәр сафын тулыландырасаҡ?

- Хәрби хеҙмәткә саҡырыу – ул хеҙмәт урынына ебәреү генә түгел, ә медицина тикшереүе, профессиональ-психологик һайлап алыу, саҡырыу комиссияһы ултырышы кеүек саралар комплексы.
2026 йылғы яҙғы саҡырылыш яңыртылған ҡағиҙәләр буйынса үтә: йәш диапазоны киңәйтелгән, электрон повесткалар таратыла, ҡасып ҡалған өсөн яуаплылыҡ етдиләштерелгән. Бынан тыш, хәҙер хәрби хеҙмәткә саҡырыу саралары йыл әйләнәһенә дауам итә. “Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында”ғы законға төҙәтмәләр индерелде, уға ярашлы, 2026 йылдың 1 ғинуарынан хәрби хеҙмәткә саҡырыу хәҙер яҙғы һәм көҙгө кампанияларға бүленмәй, йыл әйләнәһенә – 31 декабргә тиклем үткәрелә.
Был яңылыҡ саҡырыу комиссияларына нагрузканы тигеҙ бүлергә һәм хәрби хеҙмәткә саҡырыу сифатын һиҙелерлек арттырырға мөмкинлек бирҙе. Быйыл яҙғы саҡырылышта Ғафури районынан төрлө ғәскәрҙәргә 66 кешене ебәреү планлаштырыла.
Саҡырылышҡа яраҡлы граждандар бөтә календарь йыл дауамында тейешле сараларға саҡырыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта, ҡабул ителгән үҙгәрештәргә ярашлы, хәрби комиссариат повесткаһы буйынса килеү датаһы уны ебәрелгән (тапшырылған) повесткалар реестрына урынлаштырыу датаһынан 30 көндән артыҡ була алмай, был граждандар өсөн мөмкин булған кире эҙемтәләрҙе тейешле кимәлдә юҡҡа сығара.

- Хәрби хеҙмәткә ебәреү һәм хеҙмәт итеү ваҡыттары нисек?

- Призывниктарҙы хеҙмәт итеү урынына ебәреү ваҡыттары үҙгәрешһеҙ ҡала – элеккесә, хәрби хеҙмәткә бурыслылар 1 апрелдән 15 июлгә тиклем һәм 1 октябрҙән 31 декабргә тиклем армияға оҙатыласаҡ.
Хеҙмәт итеү ваҡыты ла үҙгәрешһеҙ - бер йыл килеш ҡала һәм саҡырыу буйынса хеҙмәт итеүселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашырға ебәрелмәйәсәк.

Етди яуаплылыҡ ҡаралған

- Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар повесткаларҙы нисек һәм ниндәй формала ала? Уларҙың ҡағыҙ формаһы һаҡланамы?

- 2024 йылғы хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы ваҡытында электрон уведомлениеларҙы тик бер нисә өлкә һәм бер республика призывниктары ғына алды. Ә 2025 йылдан Рәсәйҙә электрон повесткалар реестры эшләй башланы. Был - хеҙмәткә саҡырылырға тейешле бөтә граждандарҙың персональ мәғлүмәттәренең цифрлы исемлеге. Был яңылыҡҡа ярашлы, саҡырылыусыға “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша хәрби комиссариатҡа килеү көнө һәм ваҡыты күрһәтелгән электрон повесткалар киләсәк. Традицион ысулға килгәндә – ҡағыҙ формала һәм эш биреүсе аша уведомление биреү – ул да һаҡлана. Бындай повесткалар әле лә юридик көскә эйә. Шуны ла иҫкә төшөрөргә кәрәк, әгәр повестканы (электрон йәки ҡағыҙ) алғандан һуң 20 көн эсендә сәбәпһеҙ хәрби комиссариатҡа килмәгән осраҡта ҡасып йөрөүсене күп кенә ваҡытлыса сикләү саралары ҡулланыла: күсемһеҙ милек менән килешеүҙәр яһауға, водитель таныҡлығы алыуға һәм транспорт менән идара итеүгә, шәхси эшҡыуар булып теркәлеүгә, үҙ аллы эшләүсе статусын алыуға, шулай уҡ кредиттар һәм займдар алыуға тыйыуҙар.

- Хәрби хеҙмәт бурыстарын башҡарыуҙан ҡасып ҡалырға тырышыусылар бармы һәм ул тағы ла ниндәй насар эҙемтәләргә килтерә?

- Йәшермәйем, призыв кам-панияһының кире моменттары ла бар, улар армия хеҙмәтенә барыуҙан төрлө юлдар менән ҡасып ҡалырға маташыусы йәш егеттәр. Ундайҙар, әлбиттә, бик күп түгел. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, егеттәребеҙҙең күпселеге армияға ҙур теләк менән бара һәм хәрби хеҙмәттәрен намыҫлы һәм лайыҡлы үтеп ҡайталар.
Армияла хеҙмәт итеү Рәсәй Федерацияһы Конституцияһында яҙылған гражданиндың дәүләт алдындағы изге бурысы. Шуға күрә унан ҡасырға тырышыу енәйәт тип баһалана. Башҡаса әйткәндә, армия хеҙмәтенән азат итеүҙең законлы нигеҙе булмаған йәш кешегә административ йәки енәйәт эҙәрлекләүе янай.
Саҡырыу ҡағыҙын алыуҙан баш тартҡан, уны алғандан һуң хәрби комиссариатҡа килмәгән, медицина комиссияһын үтмәгән, башҡа саҡырыу сараларында ҡатнашмаған һәм йыйылыу пунктына килмәгән призывниктарҙы хеҙмәткә барыуҙан ҡасып йөрөүселәр тип иҫәпләргә мөмкин. Шулай уҡ кисектереү ваҡыты үткәндән һуң хәрби комиссариатҡа килмәү, сит илгә сығып киткәндә йәшәү урынының үҙгәреүе тураһында мәғлүмәт бирмәү ҙә енәйәткә инә.

Кисектереү бирелә

- Граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса норматив базала кисектереү менән бәйле үҙгәрештәр булманымы?

- Ҡайһы бер категориялағы граждандар өсөн кисектереү һаҡланып ҡалды. Мин уларҙың бер нисәһен, иң таралғандарын ғына һанап үтәм. Ике йәки унан да күберәк бала тәрбиәләүсе атайҙар һәм опекундарға, өс йәшкә тиклемге инвалид балаһы булған атайға, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында көндөҙгө бүлектә уҡыусы егеттәргә, ҡарт ата-әсәһен йәки ауырыу ағай-һеңлеһен, олатай-өләсәһен ҡараусыларға (әгәр башҡа ҡарарлыҡ кешеһе булмаһа) кисектереү бирелә.

Яңы ғәскәр төрө

– Игорь Александрович, яңы булдырылған ғәскәр төрө тураһында нимә әйтерһегеҙ?

– Ысынлап та, 2025 йылдың III кварталында пилотһыҙ осоу системалары ғәскәрҙәре булдырылды. Оборона министрлығы хәҙер уларҙы киңәйтеүгә тотондо. Уларға беҙҙең райондан да яңы хеҙмәткә саҡырылыусылар эләгергә мөмкин. Пилотһыҙ осоу системалары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең төп критерийҙары - психологик әҙерлек, стрессҡа сыҙамлыҡ, шулай уҡ ҡәнәғәтләнерлек физик әҙерлек кимәле мотлаҡ булып тора.
Һүҙемде йомғаҡлап, бөтә әрме хеҙмәтенә саҡырылыусыларға ла һәр ир-егеттең тормошондағы был мөһим этапты намыҫ менән үтеүҙәрен теләйем, шулай итеп яҡташтарыбыҙ һеҙҙең менән ғорурланһын һәм Ватанды һаҡлаусыларҙың яңы быуыны алдағыларынан бер ҙә ҡалышмауын аңлаһын.

- Һөнәри байрамығыҙ уңайынан теләктәрегеҙ ҙә барҙыр?

- Беҙҙең менән был өлкәлә хеҙмәт итеүсе барлыҡ кешеләрҙе ҡотлайым. Барығыҙға ла эшегеҙҙә уңыштар, сабырлыҡ, ныҡлыҡ, һаулыҡ, именлек теләйем. Һәм, әлбиттә, тыныс күк йөҙө!

- Бик фәһемле әңгәмә өсөн рәхмәт һеҙгә, Игорь Александрович. Призыв буйынса пландарҙы уңышлы үтәргә һәм районыбыҙ егеттәренә лайыҡлы хеҙмәт итергә яҙһын!

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас