

Уның эшендә районға эш сәфәре менән килгән Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының инфраструктураны һәм биләмәне үҫтереү, хәүефһеҙлек, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм юл хужалығы буйынса комиссия рәйесе Александр Волков ҡатнашты.
Александр Анатольевич БР Йә-мәғәт палатаһы эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренә туҡталды. Улар араһында – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә мониторинг. Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Йәмәғәт палатаһы “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыуға, юлдарҙың торошона, йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүгә йәмәғәт контролен тормошҡа ашыра. Шулай уҡ республика парламентына закон сығарыу башланғыстарын индереү, йыл һайын үткәрелә торған “Атайҙар даны” республика конкурсын үткәреү һәм башҡалар иғтибар үҙәгендә тора. А.Волков Йәмәғәт палатаһының үткән йылғы эшмәкәрлеге буйынса аныҡ һандар һәм факттар килтерҙе.
Йәмәғәт советының район бүлексәһе эшмәкәрлеге тураһында уның рәйесе Хәлимә Батыршина һөйләне. Бөгөн урындағы бүлексә 17 кешене берләштерә. Улар йәмәғәт мониторингтары, тикшереүҙәр, экспертизалар, тыңлауҙар үткәрә, мөһим ижтимағи-сәйәси сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Граждандарҙың ирекмәнлек хәрәкәтендә ҡатнашыуы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, “Урындағы башланғыстарға ярҙам программалары”н һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар (НКО) проекттарын тормошҡа ашырыу һәм башҡа мәсьәләләр өҫтөнлөклө булып тора.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова районыбыҙ активистарына емешле эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм был мөһим, бөтәбеҙ өсөн кәрәкле эштә темпты кәметмәү теләген еткерҙе.
Артабан Йәмәғәт советы ағзалары үҙҙәрен борсоған һорауҙары менән уртаҡлашты. Төбәктә йәшәүселәрҙе ике мәсьәлә борсой. Беренсеһе – район үҙәгендәге “Йәшлек” паркында ҡара ҡуңыҙҙың зарарлауы арҡаһында шыршы ағастарын ҡырҡыу. Икенсеһе – “Уңайлы ҡала мөхите” программаһы буйынса стадионды төҙөкләндереү.
Беренсе мәсьәлә буйынса Александр Волков Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы аппаратына рәсми мөрәжәғәт әҙерләргә тәҡдим итте һәм хәлде контролдә тоторға вәғәҙә бирҙе.
Икенсеһе буйынса Гүзәл Зөфәр ҡыҙы тәҡдиме менән Йәмәғәт советының сираттағы ултырышында киңәйтелгән төркөмдә – стадионды төҙөкләндереү проекты өсөн яуаплыларҙы саҡырып, мәсьәләне ҡарарға хәл ителде. Был ултырышта район Йәмәғәт советы составын киңәйтеү мәсьәләһен ҡарарға ла ниәтләйҙәр. Уға махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе Илья Макаровты һәм М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының урындағы бүлексәһе етәксеһе Рәмзиә Насированы индерергә тәҡдим ителде.
Комиссия рәйесе Александр Волков махсус хәрби операциялағы хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам йыйыуҙа һәм ебәреүҙә үҙенең ярҙамын тәҡдим итте.
Ултырышты йомғаҡлап, Александр Анатольевич осрашыу өсөн рәхмәтле булды. Һәм Ғафури районына тағы ла килергә вәғәҙә биреп хушлашты.