

Илдус Әхмәтгәрәй улы махсус операция иғлан ителгәнгә тиклем, 2022 йылдың авгусында уҡ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй.
- Киткәнендә беҙгә: “Өфөлә вахта буйынса эшкә урынлаштым, дөйөм ятағы ла бар, бер нисә айһыҙ ҡайта алмам”, - тине. Ә ул 4 айға контракт төҙөп, хәрби әҙерлек үтеп йөрөгән булған, - тип шул саҡтарҙы иҫкә ала Зөлфиә Рәйес ҡыҙы. - Артабан Луганск йүнәлешендә атыусы булып хеҙмәт итте. Контракттың ваҡыты үтеп, әйләнеп ҡайтҡайны, 2023 йылдың апрелендә йәнә 8 айға контракт төҙөнө. Күмәкләп өгөтләп ҡараныҡ. Яуабы бер булды: “Беҙ ҙә бармаһаҡ кем барһын?”
Илдус Әхмәтгәрәй улы был юлы укрофашистарға ҡаршы Башҡорт батальоны составында һуғыша. Ошо уҡ йылдың декабрендә контракт буйынса хеҙмәтен тамамлап, ғаиләһе янына ҡайта.
- Өйгә ҡайтҡас, үҙенә тынғы таба алмай бер булды. Көн һайын тиерлек унда барған хәлдәрҙе интернеттан, телевизорҙан, йә булмаһа хеҙмәттәштәренән һорашыр ине. Түҙмәне, 2024 йылдың апрелендә йәнә контракт нигеҙендә МХО-ға юлланды. Был барғанында Донецк йүнәлешендә штурмлаусы булды, - тип дауам итә яугир ҡатыны. – Май айында еңелсә яраланды. Госпиталдә ятып, яралары бер аҙ уңалыуға йәнә алғы һыҙыҡҡа китте.
Сираттағы хәрби задание ваҡытында баш осонан бер туҡтауһыҙ күҙәтеп торған дрон Илдус йәнәшәһендәге яугирҙың хәрәкәтен һиҙеп ҡалып, мина ташлай. Илдус шундуҡ ситкә һикерә, әммә ярсыҡтарҙан ныҡлы яралана. Екатеринбург ҡалаһындағы госпиталдә дауаланғас, яугир тағы ла МХО биләмәһенә юллана...
Сираттағы яраланыуҙан һуң Илдус Әхмәтгәрәй улы башта Свердловск ҡалаһындағы хәрби госпиталдә дауаланып, һуңынан Өфөләге ветерандар госпиталендә оҙайлы реабилитация үтә.
Рәсәйҙең Именлек советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев Башҡортостанға килгән ваҡытында МХО-ла яраланып, ветерандар госпиталендә дауаланған 6 яугирға, шул иҫәптән Илдус Әхмәтгәрәй улына, “Батырлыҡ өсөн” миҙалын тапшырҙы. Был ваҡиғанан бер нисә көн алда ғына хәрби комиссариаттан уға “МХО-ла ҡатнашыусы” миҙалы бирелгән була.
- Яралары уңалып, аяғына баҫыу менән: “Иң яуаплы һәм ауыр мәлдә мин нисек түҙеп өйҙә ятайым”, - тип, йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә йыйынды һәм 2025 йылдың февралендә китеп тә барҙы, - тип дауам итә яугир ҡатыны. – 19 майҙа хәрби заданиеға китәбеҙ, тип яҙҙы ла шуның менән бәйләнеш өҙөлдө. Штурм ваҡытында улар дошмандың көслө артиллерия утына эләгеүҙәре хаҡында хеҙмәттәштәре аша ғына белдек. Өйгә “хәбәрһеҙ юғалды” тигән хәбәре килде. Үткән йылдың октябрендә генә алып ҡайтып, ерләнек...
Әле бына Ураҙа байрамы көнөндә хәрби комиссариаттан шылтыратып, Илдус Әбделмәновтың наградаһы килеүе тураһында хәбәр иттеләр һәм Ауырғазыға саҡырҙылар. Махсус хәрби операция барышында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн хәрби часть командованиеһы уны 2025 йылдың 27 декабрендә Батырлыҡ ордены менән наградлау тураһында бойороҡ сығарған булған һәм бына орден беҙгә килеп етте, - ти Зөлфиә орденды ҡулына алып.
Әбделмәновтар ғаиләһендә өс бала – ике ул һәм бер ҡыҙ. Оло улдары Булат бөгөн алыҫ Себер тарафтарында эшләп йөрөй, Илсиә ҡыҙҙары Стәрлетамаҡта медицина колледжында шәфҡәт туташы һөнәрен үҙләштерә. Кинйә улдары Азат әлегә Йөҙимән мәктәбендә 9-сы класта уҡып йөрөй. Атайҙары Илдус Әхмәтгәрәй улы улдары һәм ҡыҙы өсөн тыуған илгә тоғролоҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө булып тора. Эйе, батыр яугир хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булып, һуңғы һулыштарына тиклем биргән антына тоғро ҡалған.Илебеҙ, беҙҙең именлегебеҙ өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткән бөгөнгө көн геройҙары онотолмаҫ, һәммәбеҙҙең йөрәгендә мәңге һаҡланыр.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.