

“Табын” район гәзите ҡарамағында эшләп килгән “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһенең - 40, башҡорт телендә үҙаллы булып сыҡҡан гәзиттең 35 йыллығына арналған әҙәби-музыкаль ҡунаҡханаға Ғафуриҙан сыҡҡан яҙыусылар, шағирҙар, ғалимдар, журналистар йыйылғайны.
Тәүҙә баш ҡала ҡунаҡтары һәм Өфөләге яҡташтар Башҡорт дәүләт академия драма театры алдында урынлашҡан күренекле шәхесебеҙ Мәжит Ғафури һәйкәленә сәскәләр һалды, районыбыҙға исем биргән беренсе халыҡ шағиры янында уға арналған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, ялҡынлы телмәрҙәр тотто, иҫтәлеккә фотоға төштө.
Яҙыусылар йортонда
Артабан барыбыҙ ҙа Яҙыусылар союзына юл алдыҡ. Унда ғафуриҙарҙы ҙурлап ҡаршылап һәм ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп күстәнәстәр менән сәй ҙә эсереп алдылар. Беренсе ҡатта китаптар күргәҙмәһе лә ойошторолғайны.
Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов капиталь ремоттан һуң яңыртылған бина менән таныштырҙы һәм ҡунаҡтарға бай йөкмәткеле экскурсия ойоштороп: “Яҙыусылар союзы республикала иң оло ижади ойошмаларҙан һанала. Ул 1934 йылдың 15 мартында барлыҡҡа килә. Ошо йылдар эсендә Яҙыусылар союзы менән Афзал Таһиров, Төхвәт Йәнәби, Йософ Гәрәй, Низам Ҡәрипов, Баязит Бикбай, Сәйфи Ҡудаш, Әхнәф Харисов, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Хәким Ғиләжев, Әсғәт Мирзаһитов, Динис Бүләков, Рауил Бикбаев, Азамат Юлдашбаев, Риф Тойғон, Наил Ғәйетбаев, Зәки Әлибаев кеүек шағирҙар һәм яҙыусылар идара итә. Яҙыусылар союзында поэзия, проза, әҙәби тәнҡит, драматургия, балалар әҙәбиәте секциялары, рус һәм татар яҙыусылары берләшмәһе уңышлы эшләп килә, - тине Айгиз Ғиззәт улы тарихи фотоларҙы күрһәтеп. – Ә был бүлмәлә Рауил Бикбаев Яҙыусылар союзы рәйесе булып эшләгәндә Башҡортостандың Дәүләт Гимны тексы яҙылған. Бында архив, музей бүлмәләре лә булдырылған”, - тип таныштырҙы һәм һәр экспозиция эргәһендә туҡталып, ҙур ғорурлыҡ менән башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш юлы, яҙыусылар ижады тураһында һөйләне, ҡыҙыҡһыныусыларға яуаптар ҙа биреп өлгөрҙө. Айырыуса, балаларҙа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның телефонын һәм башҡа яҙыусыларҙың сәғәттәрен, шәхсән әйберҙәрен, ремоттан һуң тантаналы асылыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хабировтың һәм башҡа күренекле ҡунаҡтарҙың ҡағыҙға яҙған теләк-ҡултамғаларын күреү, Халыҡ яҙыусыларына, МХО-ла йөрөгән яугир яҙыусыларға ҡуйылған стендтар ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Ғафури - таланттар төйәге
Кисә тамаша залында дауам итеп, сараны алып барыусы Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин Ғафури район хакимиәте башлығы Венер Вахитов исеменән сәләм еткергәс, Сәйетбаба урта мәктәбе уҡыусыһы Илһам Рәхимовтың ҡурай моңо һәм ҡыҫҡа шиғыр-сәләмләүе менән башланып китте.
“Табын” гәзитенең баш мөхәррире Гөлдәр Кинйәбаева гәзиттең үткәне һәм бөгөнгөһө менән таныштырҙы һәм яҡташтарҙы ла райондың йөҙөк ҡашы булған матбуғат баҫмаһын электрон форматта алдырып уҡырға саҡырҙы.
Артабан һүҙ күркәм йорт хужаһы, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айгиз Ғиззәт улына бирелеп, ул үҙ сығышында: “Мағаш тауышы” республикабыҙҙа көслө әҙәби берекмәләрҙең береһе булып танылыу алыуы һөйөнөслө. Ғафури төбәге – ул әҙәбиәтебеҙ өсөн бик уникаль, феноменаль төбәк. Унда таланттар урғылып сығып тора. Ниндәй көслө яҙыусылар булыуы был төбәктең рухи байлығын күрһәтә. Һеҙҙең һәр берегеҙ менән ғорурланабыҙ, әҙәбиәт өсөн эшләүегеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ. Мин үҙем ошо Яҙыусылар союзында эшләгән осорҙа ғына ла был төбәккә ҡағылышлы эштәр күп булған. Былтыр Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеменә Гөлнур Яҡупова лайыҡ булһа, өс ай ҙа үтмәне, Мөнир Ҡунафинға ошо исем бирелде. Октябрь айында йәш прозаик Рәзинә Урманшинаға Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы тапшырылды. 25 декабрҙә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһын Нияз Сәлимовҡа биреп, йылды тамамлап ҡуйҙыҡ. Әлбиттә, союзда башҡа эшләгән эштәр баһалап бөткөһөҙ. Ә бөгөн ошо йортта һеҙҙе күреүебеҙгә шатмын, киләсәктә лә осрашып торорға яҙһын. “Мағаш тауышы” һәр саҡ яңғырап торһон”, - тине һәм алда һанап киткән исемлеккә өҫтәп, Рәсәй яҙыусылар союзының Василий Шукшин миҙалын “Шоңҡар” журналының яуаплы секретары, сатира һәм юмор оҫтаһы Венер Исхаҡовҡа тапшырҙы.
Өфөләге Ғафуриҙар ойошмаһы етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин үҙенең 1988 йылда Салауат Әбүзәров менән танышыуына “Мағаш тауышы”, шиғриәт сәбәпсе булыуына бәйләп һөйләп үтте һәм төбәктә шәхестәр бар икән, тимәк халыҡтың күңеле лә матурыраҡ, яҡтыраҡ булыуын, шул йәһәттән “Табын” гәзите, “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһенең бурысы, маҡсаты тормошҡа ашыуын, шунда уҡ “Ағиҙел” журналы уҙғарған конкурста райондың әҙәби берекмәһе иң күп тауыш йыйып, еңеүсе булыуын билдәләп, уларға юбилейҙары айҡанлы бүләк тә тапшырып үтте.
Быуындар бәйләнеше
- Иң тәүҙә Яҙыусылар союзына ҙур рәхмәт әйтәм. Былтыр бик матур проект башланып, бөгөн Ғафури ижадсылары әҙәби десант булып баш ҡалаға килде. Тәүге туҡталыш – Мәжит Ғафури һәйкәле янында булып, уға баш эйеп, сәскәләр һалдыҡ, ошондай матур башланғыс артабан да дауам итһен. Башҡортостан тарихында бынан 35 йыл элек ҙур ваҡиға булып, үҙаллы, саф башҡорт телендә “Табын” донъя күрҙе. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, ырыуҙар араһында беренсе тапҡыр беҙ үҙебеҙҙең ырыуҙың исемен мәңгеләштерҙек. Ғафуриҙар көслө рухлы халыҡ, беҙ быны һәр саҡ иҫбатлап киләбеҙ. “Мағаш тауышы” исемен дә юҡҡа ғына бирмәнек, Мағаш тауының итәгендә йәшәгән М.Ғафури, Еҙем буйында ошо хозур тәбиғәткә һоҡланып ижад иткән шәхес. Оло Үтәш мәҙрәсәһендә бик күп ғилемле кешеләр уҡыған. Шул уҡ Мәжит Ғафури, Вәлиулла Ҡоломбәтов һәм бик күптәр. Беҙ, Ғафури районында нишләп талантлы кешеләр күп сыға тибеҙ, сөнки, был быуындан-быуынға күсә килеп, ҡап урталыҡта әҙәби процесста ҡайнап йәшәүебеҙгә бәйле. Ҡасандыр районда ижад лабораторияһы булған һәм бөгөн дә шулай, артабан да шулай булһын тигән теләк белдерәм. Беҙҙең “Мағаш тауышы” йәшәһен өсөн “Табын” гәзите лә йәшәргә тейеш. Гәзитебеҙ йәшәй икән, туған телебеҙ ҙә йәшәй, балалар ҙа башҡортса һөйләшәсәк, яҙасаҡ. Киләсәктә лә ошондай әҙәби-музыкаль саралар уҙғарырға насип булһын, - тине ҡасандыр үҙаллы гәзит булһын тип, йәнен-тәнен биреп эшләгән Ниязбай Булатбай улы тос фекерҙәрен еткереп.
“Мағаш тауышы” тураһында уның етәксеһе Гөлшат Вәлиева һөйләп: “Яҙыусылар союзының ошо күркәм йортонда “Мағаш тауышы”ның, “Табын” гәзитенең юбилейҙарын ҙурлап уҙғарыу ҙур мәртәбә. “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе әүҙемлеген юғалтмай, әленән-әле гәзит биттәрендә, төрлө осрашыуҙарҙа, район, республика, төбәк-ара шиғри бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар. "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөбөҙҙә лә шиғри шәлкемдәр баҫылып сығып тора. Даими яҙышыусыларыбыҙҙан Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбикә, Рәмзиә Монасипова-Илбикә, Рима Рафиҡова-Шәмсебикә, Гөлшат Дәүләтова, Зилә Сәйетбатталова, Фәниә Фәйзуллина, Зилә Рәхмәти, яңыраҡтарҙан Фәнзилә Биктимерова, Рәүфилә Ибраһимова, Нурия Бикбаева, Альфира Ғәлиеваны атап китергә була. “Мағаш тауышы”ның минән алда етәкселек иткән мәрхүмә Лилиә Миниязованың тырышлығы менән үҙенең китаптары, шулай уҡ әҙәби берекмәнең өсөнсө баҫмаһы сыҡты. Рима Рафиҡова, Рәмил Ғимрани, Фәйез Садиҡов, Фәүзиә Ҡотлогилдина, Гөлназ Ғәбитова, Рәмзиә Монасипова үҙ китаптарының исем туйҙарын уҙғарҙы. Эшләнәһе эштәр ҙә байтаҡ, киләсәгебеҙ өсөн эшләргә һәм йәшәргә тейешбеҙ. Бының өсөн ошондай быуындар бәйләнеше булған сараларҙы йыш уҙғарырға, йәштәрҙе күберәк йәлеп итергә кәрәк. Үҙемдең башҡорт гимназия-интернатында “Тамсыҡайҙар” түңәрәге эшләп килә. Остаздарыбыҙ булғанда киләсәгебеҙ буласаҡ”, - тине.
- “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе 40 йәшлек юбилейын тантаналы шарттарҙа Яҙыусылар союзы йортонда ҡаршыланы. Был йорттоң рух ҡәлғәһенә әйләнеүендә шәхсән йәш етәксенең роле ҙур булыуын бөтәбеҙ ҙә белергә һәм уға рәхмәтле булырға бурыслыбыҙ. Әлбиттә, был сараны ойоштороуҙың башында “Табын” гәзитенең тәүге баш мөхәррире, әҙәби берекмәгә нигеҙ һалыусы Ниязбай Сәлимов торҙо. Унан һуң гәзитте етәкләгән мөхәррирҙәр Әлфиә Килмөхәмәтова, Самат Ғәлиуллин, Мәрхәбә Собханғолова, Гөлдәр Кинйәбаевалар эстафетаны бик лайыҡлы дауам итте, берекмә етәкселәре Фәхри Ҡужин, Рәмзиә Монасипова, Фәрғәт Ғәлин, Рәйлә Сабитова, Лилиә Миниязова бар күңел йылыһын һалды, быйыл етәкселек Гөлшат Вәлиеваға тапшырылды, - тине 15 йылдан артыҡ “Мағаш тауышы”н етәкләгән, уҡытыусы-ветеран һәм шағирә Рәмзиә Монасипова.
Шиғри һүҙ, йыр-бейеү кисәне биҙәне
Ижадҡа ынтылыусы һәр балаға ҡанат үҫтереүсе “Ҡышҡы йәйғор” конкурсын алып барыусы сәсәниә Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбикә, Юлыҡ ауылынан Рима Рафиҡова-Шәмсебикә, башҡорт теле уҡытыусыһы Рәүфилә Ибраһимованың сығыштары ла күңелгә май булып яғылды.
Сығыш яһаусы күренекле әҙәбиәт белгесе, әҙәби тәнҡитсе, филология фәндәре докторы, профессор, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ғиниәт Ҡунафин, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, шағирә Гөлнур Яҡупова, сатирик Марсель Сәлимов, педагог, яҙыусы Фәнзил Санъяров, “Мәжит Ғафури - ХХI” мәҙәниәт фонды советы директоры, доцент Люциә Камаева, яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның фәһемле фекер-теләктәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Айһылыу Яҡушева Рәсәй Яҙыусылар союзынан “Михаил Булгаков - 135 лет” миҙалына лайыҡ булыу шатлығы менән уртаҡлашып, рус телендә яҙған шиғырын һөйләп, йыр ҙа бүләк итте.
Кисәлә ижадсы балаларҙың Гөлнур Яҡупова призына “Табын” гәзите 25 йыл уҙғарып килгән “Өмөтлө ҡәләм” конкурсы еңеүселәренең дә матур итеп сығыш яһауы, быуындар бәйләнешен нығытты. Ҡунаҡханала Илһам Рәхимов (Сәйетбаба мәктәбе) ҡурайҙа уйнап күңелде әсир итһә, Наҙгөл Зәйнетдинова (Красноусол башҡорт гимназия-интернатынан) үҙенең шиғырын оҫта итеп һөйләп, бейеүен дә һөнәри кимәлдә башҡарҙы. Рамаҙан Ишмырҙин (етәксе әсәһе Рима Ишмырҙина) шиғыр юлдарына һалған шәжәрәһе менән таныштырҙы. Гимназия уҡыусыһы Алтынай Вәлишина башҡарған “Оҙон сәс” бейеүе (етәксеһе Айгөл Буранова) барыһының күңеленә хуш килде. Милли китапхана хеҙмәткәре Гүзәл Сәлихова “Бишбармаҡ”ты бейеһә, Булат Сарбаев етәкселек иткән “БАТР” йәш үҫмерҙәр төркөмө башҡорт сәк-сәгенә һәм балына дан йырлап, күңелдәргә дәрт өҫтәне. Ошо бай әҙәби-музыкаль сараны тулы кимәлдә, йыйнаҡ һәм матур итеп алып барған яҡташыбыҙ Фәрүәз Урманшиндың йырын залдағылар көслө алҡыштарға күмде.
Залда ултырыусы “Һәнәк”тән Марат Әминев, “Аҡбуҙат”тан Миңнегөл Тайсина, “Шоңҡар”ҙан Венер Исхаҡов, Рәзинә Урманшина-Зәйнетдинова, “Аманат”тан Зөбәржәт Яҡупова, милли әҙәбиәт музейының ғилми хеҙмәткәре Хаят Сабитова, шулай уҡ Сара Басирова, Миләүшә Әбүбәкирова-Бәширова, Рима Ишмырҙина һәм башҡалар был сараға килеп, үҙҙәренең уй-кәңәштәре менән дә уртаҡлаштылар.
Ижадсыларҙың, яҡташтарҙың осрашыуы күмәкләп Мәжит Ғафури һәм Фәрғәт Ғәлин һүҙҙәренә Рәмил Ғимрани ижад иткән Ғафури районы гимнын башҡарыу менән тамамланды.
“Табын” гәзите менән “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһенең юбилейҙары Өфө ҡалаһының Яҙыусылар союзында үтеүе, әлбиттә, ҙур мәртәбә. Әҙәби-музыкаль ҡунаҡханаға ғафуриҙарҙың килеү идеяһын тәҡдим итеп, уны ойоштороуға күп көс һалған дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, журналист, шағир, үҙ төбәгенең ысын патриоты Нияз Сәлимовҡа оло рәхмәт һүҙҙәре әйтелеп, алда ла бындай осрашыуҙар үтеп торһон тигән теләктә ҡалды был сарала ҡатнашыусылар. Дәрт, көс-ҡеүәт менән һуғарылған сарала күренекле яҙыусыларҙың ҡатнашыуы, уларҙың илһамлы сығыштары ижадсыларға яңы ҡанат ҡуйҙы, һәр кем унан рух күтәренкелеге алып, бер-береһенә ижади бейеклектәр теләп таралышты.