

Барса йәштәр кеүек ул да буш ваҡыттарында төрлө компьютер уйындары, айырыуса тиҙлек, теүәллек һәм дөрөҫ фекерләү талап ителгән уйындар менән мауыға. Шул уҡ ваҡытта ла спорт менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Ул көрәштең “джиу- джитсу” төрөнә өҫтөнлөк биреп, күп ваҡыт келәмдә еңеүгә өлгәшә.
МХО-ға бәйле яңылыҡтар, республикабыҙҙағы хәлдәр менән даими танышып барған Данила бер көндө кинәт кенә Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә ҡарар итә.
- Яңылыҡтарҙа Рәсәйҙә пилотһыҙ системалар ғәскәре төҙөлөүе тураһында ла уҡыным. Был бик дөрөҫ һәм ваҡытлы ҡарар. Сөнки бөгөнгө һуғышта заманса технологиялар ҙур роль уйнай. Автомат менән генә алға ҡуйылған бурысты үтәү мөмкин түгел. Һәм мин мотлаҡ БПЛА операторы булам тип ҡарар иттем,- тип аңлата яугир был аҙымын. - Өҫтәүенә, геймер оҫталығы булған йәштәр кәрәк тип яҙыла. Оҫталыҡ бар, шутеры и RPG-ла күп ваҡыт еңеүсе булдым. Ысынбарлыҡта МХО биләмәһе уйын майҙаны түгеллеген аңлайым, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта үҙемде алғы һыҙыҡта ысын оператор булырға әҙер тип уйланым: күҙ үткер, бармаҡтар йүгерек, физик йәһәттән дә ныҡ ҡынамын.
Егет фронтҡа ярҙам итеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Ул алғы һыҙыҡта күп яҡташтары хеҙмәт итеүен билдәләне. Ҡыҫҡа ғына ялда улар йәштәр менән осраша һәм уңыштары менән уртаҡлаша: башҡорт һалдаттарының һәм офицерҙарының уңышлы һөжүм итеүе, дошмандың техникаһын һәм тере көсөн юҡ итеүе тураһында һөйләй. Уның бер иптәше сапер булып хеҙмәт итә, икенсеһе — разведкала, ә өсөнсөһө — нығытыусы (алынған позицияларҙы тотоп торған һәм төҙөкләндергән, оборона ойошторған һәм дошмандың контратакаларын кире ҡаҡҡан хәрбиҙәр). Улар ҙа Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Улар„Һин беҙгә кәрәк“, - тимәйҙәр. Әммә Тыуған илгә ярҙам кәрәклеге аңлашыла. Мине ата-әсәйем патриот итеп тәрбиәләгән. Бына улар өсөн күберәк борсолам. Яҡындарым мине аңланы, артыҡ ҡаршы булманы. Дөрөҫөн әйткәндә, күптән инде һуғышҡа ашыға инем. Аҙаҡҡы ҡарар ҡабул итеүгә бер ай самаһы ваҡыт китте. Барыһын да уйланым, үлсәп ҡараным, башҡаларға ла дроноводтар сафына ҡушылырға кәңәш итәм. Бергә хеҙмәт итеп, еңеүҙе бергә яуларбыҙ», - ти Данила.
Башҡортостанда пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә кешеләр йыйыу дауам итә.
БПЛА операторы һөнәренең өҫтөнлөктәре:
- Хәүефһеҙлек - алғы һыҙыҡтан алыҫта.
- Гарантиялар - тулы соцпакет, вуздарҙа урын һаҡлана.
- Премиялар- уңышлы операциялар өсөн 500 мең һумға тикдем түләүҙәр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда йәшәүсе пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә теләүселәр +7 (34740) 2-14-57, +7 965 652-40-92, 112 телефон һандары буйынса шылтырата йәки Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса Красноусол хәрби комиссариатының хәрби-иҫәп пунктына (Красноусол ауылы, К.Маркс урамы, 14) мөрәжәғәт итә ала.
Махсус хәрби операция зонаһында контракт буйынса хеҙмәт итеү, хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә аҡзаларына социаль ярҙам саралары тураһында башбат.рф, “Башҡортостандың пилотһыҙ системалары ғәскәрендә хеҙмәт итеү” чат-боты сайттарында белергә була.