

Балаларҙың ижади һәләтен асыу һәм үҫтереү, илһөйәрлек, туған телгә һөйөү тәрбиәләү, башҡорт телен үҫтереү, балаларҙың сәхнә оҫталығын, туған телдә фекерләү кимәлен арттырыу маҡсатында районыбыҙҙың Сәсәндәр мәктәбе тарафынан мәктәп уҡыусылары араһында ижад бәйгеһе үткәрелеп килә. Һигеҙенсе йыл уҙғарылған ижад байрамында йәйғорҙоң ете төҫө кеүек ете номинацияла Ғафури һәм Ишембай районы уҡыусылары ҡатнашып, үҙ һәләттәрен һынап ҡараған. Бәйгегә 138 эш ҡабул ителеп, районыбыҙ уҡыусыларынан – 122, ишембайҙарҙан 16 ижади эш ҡаралған.
“Ҡышҡы йәйғор” китабының баҫылып сығыуы ҙур шатлыҡ, сөнки ул уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең, сәсәниәләрҙең дә ҙур хеҙмәт емеше.
Сарала төркөм-төркөм балалар, номинацияларҙа еңеүселәр район мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Айрат улы Рафиҡов, “Табын гәзите редакцияһының баш мөхәррире Гөлдәр Барый ҡыҙы Кинйәбаева, яҙыусы, милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре Рәйлә Хәбир ҡыҙы Сабитова, сәсәниәләр, уҡытыусы-ветерандар Рәмзиә Ғайса ҡыҙы Монасипова, Фәниә Акрам ҡыҙы Фәйзуллина, Ж.Кейекбаев музейы һәм Табын фонды директоры Рима Камил ҡыҙы Ишмырҙина ҡулынан бүләктәр һәм дипломдар алып ҡыуанды. Был матур кисәне китапханасы Вәсилә Вәис ҡыҙы Әбделмәнова менән район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Рәүилә Рафаэль ҡыҙы Йәнтүрина алып барҙы. Сара күңелдәрҙә йылы, матур тәьҫораттар ҡалдырып, күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.
Сара тураһында тулыраҡ гәзиттең алдағы һандарында уҡырһығыҙ.