+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
17 Апрель , 09:30

Бәләбәйҙә ҡурҡыныс аварияла дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән

Бәләбәй районында теркәлгән авария дүрт кешенең ғүмерен өҙгән. Таңғы сәғәт алтыла Бәләбәй – Приют автомобиль юлының 28-се километрында «Дэу Нексия» юл ситенә сығып осҡан. Машина түңкәрелгән. Рулдәге үҫмерҙең водитель таныҡлығы юҡ.  

Юл фажиғәһендә 27 йәшлек ир, 29, 28 һәм 25 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар һәләк булған. Водитель үҙе ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған.

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең эшен координациялау, шулай уҡ хәл-шарттарҙы асыҡлау өсөн Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, полиция полковнигы Олег Дмитриев юл-транспорт ваҡиғаһы урынына барған. Тикшереү башланған, тип хәбәр иттеләр дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән.

Бәләбәйҙә ҡурҡыныс аварияла дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас