

- Китап менән күңелебеҙ нурлана, сафлана, Ҡулға китап алыу менән изге юл башлана, - тигән шиғыр юлдары менән асылды кисә. Яҙыусы менән балаларҙы ҡыҫҡаса таныштырып үтте. Рәзинә Урманшина 1990 йылда Ғафури районы Юлыҡ ауылында тыуған. Тормош иптәше Салауат менән Алтынай һәм Асия исемле ике ҡыҙ үҫтерәләр. Рәзинә кейәүгә сығып, оло ҡыҙы донъяға килгәс, яҙыу эшенә тотона. Башта балалар һәм үҫмерҙәр өсөн бер генә ваҡиғаларҙы һүрәтләгән хикәйәләр яҙа, яҙмалары “Йәншишмә” гәзитенда баҫылып сыға, - тип билдәләне алып барыусы.
Әҙәбиәткә йәштәр килеүе һөйөнөслө хәл. Тимәк, бөгөнгө заман әҙәбиәтенең киләсәге бар. Йәш яҙыусылар араһында Рәзинә һылыуҙың ижады айырым иғтибарға лайыҡ. Йәштәр үҙ әҫәрҙәрендә заман һулышын сағылдыра. Детектив, фантастик жанрҙағы әҫәрҙәре милли әҙәбиәтебеҙҙе тулыландыра. Шулай уҡ тәржемә эшендә әүҙем ҡатнаша.
Рәзинә Зәйнетдинова менән Заһиҙә Мусина башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә кереткән өлөштәре өсөн Ш.Бабич исемендәге Республика йәштәр премияһына лайыҡ булды. Рәзинә Зәйнетдинова - республикала үткәрелгән конкурстар еңеүсеһе. Ул Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында башҡорт филологияһы факультетын тамамлай. “Шоңҡар” журналының өлкән мөхәррире булып эшләй. 2018 йылда Китап нәшриәтенең “Йәштәр тауышы” серияһында “Килен шәле” китабы донъя күрә. 2024 йылда “Ҡашлы йөҙөк” тип аталған повесть һәм хикәйәләр йыйынтығы баҫылып сыға. Йәш яҙыусы проза өлкәһендә күберәк мажаралы, детектив, фантастик жанрҙарҙа ижад итә. Рәзинә үҙ ижадында бер ниндәй ҙә темаларҙан ҡурҡмай. Автор геройҙарын һүрәтләгәндә лә халыҡ аҡылына таяна. Шуның менән һәр уҡыусының күңелен яулап ала ла инде.
Китапханасы уҡыусыларҙы яҙыусының тормош юлы менән таныштырғас, һүҙҙе ҡунаҡҡа бирҙе. Мөләйем яҙыусыбыҙ уҡыусыларҙы интернетты дөрөҫ ҡулланырға, китап менән дуҫ булырға саҡырҙы һәм үҙенең яҙған әҫәрҙәренә байҡау яһаны. Уҡыусылар бер-бер артлы һорауҙар яуҙырҙы, һәр кем авторҙың ижадҡа килеү юлы менән ҡыҙыҡһынды, киләсәккә пландарын белгеһе килде.
Осрашыу сәй табыны артында дауам итте. Яҙыусы бер нисә китабын, “Шоңҡар” журналдарын ауыл китапханаһына бүләк итте. Уҡыусылар ҙа, яҙыусы ла ҙур ҡәнәғәтлек кисереп, осрашыу барыбыҙҙың да күңеленә хуш килгәндер тигән ышаныста ҡалабыҙ. Һүҙебеҙҙе йыҡмай, саҡырыуыбыҙҙы ҡабул итеп, ваҡытын йәлләмәй осрашыуға килгәне өсөн ҙур рәхмәт. Киләсәктә уға ижади уңыштар, яңынан-яңы китаптар, ихтирамлы уҡыусылар теләйбеҙ. Халҡыбыҙҙы рухи яҡтан тәрбиәләүҙә уның әҫәрҙәре ҙур роль уйнар, тип ышанабыҙ.
Гөлнәзирә ҒӘЛИНА.