

Ил именлеген һаҡлаған яҡташтарыбыҙ дошман менән аяуһыҙ көрәштә ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә. Ҡаһармандар сафын тулыландырған яугирҙар араһында “Моряк” позывнойлы яугир - Ибраһим ауылында тыуып үҫкән гвардия кесе сержанты Илшат Муллағолов алғы һыҙыҡта ла һынатмай, йәш быуын өсөн батырлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө булып тора.
Илшат Раян улы 2023 йылдың авгусында Оборона министрлығы менән контракт нигеҙендә именлек һағына баҫып, парашют-десант ротаһында дошмандарға ҡаршы һуғыша. Киҫкен мәлдәрҙә юғалып ҡалмауы, батырлығы һәм тәүәккәллеге, һөнәри оҫталығы өсөн Илшат Раян улы “Суворов”, “Батырлыҡ өсөн”, шулай уҡ Оборона министрлығының “Хәрби батырлыҡтары өсөн”, 299-сы гвардия парашют-десант полкының 80 йыллығы уңайынан юбилей миҙалы һәм “ Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалы менән бүләкләнә. Полк командованиеһының Рәхмәт хаттары ла яугирҙың Ватанының ысын терәге, яҡлаусыһы булыуын дәлилләй.
- Гвардия кесе сержанты Илшат Муллағолов йәш быуын өсөн илһөйәрлек, Ватанға һәм үҙ бурысына тоғролоҡ өлгөһө булып тора, - тип яҙа М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы етәксеһе Рәмзиә Насирова. - Ҡаһарман яугир - беҙҙең героик үткәнебеҙҙең, бөгөнгөбөҙҙөң һәм яҡты киләсәгебеҙҙең бер өлөшө. Уның батырлығы – ил алдындағы бурысын үтәү генә түгел, ул беҙҙең тыныс күк йөҙө, имен тормош, бәхетле ғаилә усаҡтарыбыҙ нигеҙе.
- Беҙ үҙебеҙҙең сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе һәм хөрмәтләүебеҙҙе әйтеү өсөн һинең иҫән-имен һәм Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуыңды көтәбеҙ. Унда үткән һәр минутығыҙ - дөйөм именлеккә табан бер аҙым. Ныҡ бул, Герой. Беҙ күңелебеҙ менән һеҙҙең янда һәм барығыҙҙың да иҫән ҡайтыуығыҙҙы теләгән доғаларыбыҙ һеҙгә ҡалҡан булһын, - тип яҙа штаб ирекмәндәре “Бәйләнештә” селтәрендә һәм барыбыҙҙа ла ошо бер теләк.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.