

Был сарала бөгөнгө көндөң ысын патриоттары булған МХО яугирҙары, ветерандары, илебеҙ именлеге, барыбыҙҙың бәхетле, тыныс тормошта йәшәүебеҙ хаҡына ғүмерҙәрен ҡорбан иткән яугирҙарҙың атай-әсәйҙәре, яҡындары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, бар булмыштарын алғы һыҙыҡтағыларға ярҙам итеүгә арнаған оло йөрәкле ирекмәндәр, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Ә инде РФ Оборона министрлығының ирекле корпусы хәрби корреспонденты Павел Кукушкин һәм Рәсәй телевидениеһының 1-се каналы операторҙары ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен бермә-бер күтәрҙе.
Сараны тантаналы асҡандан һуң йыйылыусыларҙы сәләмләү өсөн тәүге һүҙ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтоваға бирелде.
- Бөгөнгө сара махсус хәрби операция биләмәһендә илебеҙ именлеген, тыныслығыбыҙҙы һаҡлаған яугирҙар һәм уларға тыуған яҡтан – тылдан ышаныслы терәк булып, һәр яҡлап ярҙам итеп, берҙәмлек менән көслө, ҡеүәтле булыуыбыҙҙы иҫбатлаған ирекмәндәргә арналыуы менән оло әһәмиәткә эйә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Гүзәл Зөфәр ҡыҙы. – Махсус хәрби операция сиктәрендә районыбыҙҙан 500-гә яҡын ир-егет илебеҙ именлеге һағына баҫты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалтыуҙар ҙа бар. Тыныс тормош, бәхетле киләсәк хаҡына ғүмерҙәрен ҡорбан иткән яугирҙар – бөгөнгө көн геройҙарының ата-әсәләренә улдарын ысын илһөйәр, Ватанының тоғро һаҡсылары итеп тәрбиәләгәндәре өсөн оло хөрмәт менән рәхмәт әйтәбеҙ. Уларҙың исемдәре мәңге онотолмаҫ. Бөгөн һәр беребеҙ махсус хәрби операцияның тиҙерәк Еңеү менән тамамланыуына үҙ өлөшөн индереп, “таҫма” артындағы яҡташтарыбыҙға ярҙам итергә тырыша. Һәр ауыл биләмәһендә ирекмәндәр был тәңгәлдә ҙур эш башҡара. Ағымдағы йылда ғына дөйөм тырышлыҡ менән МХО биләмәһенә 6 гуманитар ылау оҙатылды. Районыбыҙ ирекмәндәренә, ауыл биләмәләре башлыҡтарына, район халҡына ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт белдерге килә.
Ағымдағы йыл республикабыҙҙа “Ҙур һәм татыу ғаилә йылы”, ә Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге йылы тип иғлан ителде. Ниндәй генә ауырлыҡтар булһа ла, беҙ берҙәмлек һәм татыулыҡ менән уларҙы мотлаҡ еңеп сығасаҡбыҙ һәм Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, - тип тамамланы ул сығышын.
Артабан Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штаб етәксеһе Рәмзиә Насирова район ирекмәндәренең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләп, был изге эшкә бар булмышын арнаусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм бер төркөм ирекмәндәргә Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
МХО ветераны, Ғафури районы буйынса МХО ветерандары Ассоциацияһы рәйесе Илья Макаров “Ышаныслы тыл”дың махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙға 500-гә яҡын төрлө үлсәмле маскировкалау селтәре, окоп шәмдәре, төрлө кәрәк-яраҡтар, өй күстәнәстәре менән бихисап посылкалар оҙатҡан “көмөш” ирекмәндәренә “Фронтҡа ярҙам өсөн” миҙалы тапшырҙы. Мораҡ ауылынан “Россияночка” ирекмәндәр штабы һәм М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы ирекмәне Зоя Авдеева Донецк Халыҡ Республикаһы биләмәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға даими ярҙамдары өсөн 42038-се хәрби частың 3-сө мото-уҡсылар батальоны командиры, майор Жураковскиҙың, М.Шайморатов исемендәге район ирекмәндәр штабы 133-сө артиллерия полкы командиры, полковник Бояриндың Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Илья Николаевич шулай уҡ махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ярҙам итеүҙә, гуманитар ярҙам туплауҙа һәм оҙатыуҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн М.Шайморатов исемендәге, “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” штабтарына, “Ышаныслы тыл” ирекмәндәренә МХО ветерандары Ассоциацияһының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың яҡындары, атай-әсәйҙәре юғалтыу ҡайғыларын бауырына баҫып, бөгөн алғы һыҙыҡта булған яугирҙарға даими ярҙам итәләр. Сара барышында ирекмәнлек эшендә әүҙем ҡатнашыусы Любовь Мигунова, Харисовтар, Мөхәрмәтовтар, Шафиҡовтар, Ғәзизовтар, Драгуновскийҙар, Лоҡмановтар, Йосоповтар, Ғөбәйҙуллиндар, Ғәлиевтар ғаиләләренә М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Ә инде МХО ветерандары Ассоциацияһы етәксеһе Илья Макаров МХО ветераны, “Грозный” позывнойлы яугир Иван Васильевич Фёдоровҡа мөһим алыштар ваҡытындағы батырлығы өсөн РФ-ның Дәүләт наградаһы – “Батырлыҡ өсөн” миҙалын тапшырғанда тотош зал аяғөҫтө баҫып алҡышланы.
Кисәнең икенсе өлөшөндә бөгөнгө көн геройҙары булған яҡташтарыбыҙ тураһында иҫтәлектәр район мәҙәниәт һарайы артистарының илһөйәрлек рухындағы концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Ғафури тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы мөдире Лариса Маркисова Рәсәй Геройы, яҡташыбыҙ Андрей Павлович Мигунов хаҡында һөйләп, музейҙа уның иҫтәлегенә экспозиция булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сергей Тимофеев ҡаһарман яҡташыбыҙға арналған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Красноусолдағы 3-сө урта мәктәп уҡыусыһы Аделина Фәйезова - МХО-ла һәләк булған Алмаз Шафиҡов, 2-се урта мәктәптән Айгөл Фазретдинова менән Илдан Баҡыев - Динар Мөхәрмәтов, 1-се урта мәктәптән Никита Попков кесе сержант Ринат Каранаев тураһында һөйләне.
МХО ветераны Илья Макаров менән әңгәмә лә тамашасыларҙы ныҡ тетрәндерҙе, шул уҡ ваҡытта яугирҙың рухи йәһәттән ныҡлығы һоҡландырҙы. Сараны алып барыусының һорауҙарына яуап биреп, яугир “таҫма артында”ғы хәрби юлын барланы. 2023 йылдың 5 декабрендә яугир ҡаты яраланып, 8 ай һуҙымында госпиталдә дауалана, хирургтар уның тәненән 600 ярсыҡ ала.
- Алынып бөтмәгәндәре әле лә тәнемдә һаҡлана, - ти ул. – Нисек кенә булмаһын, МХО-ға барыуыма һис үкенмәйем, сөнки беләм – хәүеф янағанда илде һаҡлау һәр ирмен тигән ирҙең мөҡәддәс бурысы.
Сара “Усолочка” вокаль ансамбленең аһәңле “Рәсәй” йыры менән тамамланды.
Һуңынан алғы һыҙыҡ менән тылдың берҙәмлеге, районда ирекмәндәр эшмәкәрлеге, алда торған бурыстар хаҡында һөйләшеү сәй табыны артында дауам итте.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.