

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант хәҙер дөйөм халыҡ хәрәкәте төҫөн алды. Акция Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма тарафынан Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы, мәҙәниәт министрлығы, йәштәр сәйәсәте министрлығы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Аҡмулла университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, шулай уҡ төбәк милли-мәҙәни берекмәләре ярҙамында үткәрелә.
2026 йылда диктант текстары өс мөһим темаға бағышланғайны: Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы, Башҡортостан Республикаһында ҙур һәм татыу ғаилә йылы һәм башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 200 йыллығы.
Акция төрлө форматта үтте. Майҙансыҡтар районыбыҙҙың мәктәптәрендә, китапханаларҙа, мәҙәниәт йорттарында ойошторолғайны, шулай уҡ онлайн-форматта ҡатнашыу мөмкинлеге лә ҡаралғайны. “Табын” район гәзите коллективы ла был акцияға ҡушылып, милли кейемдә диктант яҙҙы. Уларҙың барыһы ла Башҡортостан юлдаш телевидениеһы буйынса Мөнир Ҡунафиндың “Беҙҙең көс” тигән башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн тәғәйенләнгән диктантты ҡурайсы, педагог, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Башҡорт музыкаһы факультеты деканы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Азат Миңлеғәле улы Айытҡолов етәкселегендә яҙҙы. Редакция хеҙмәткәрҙәре диктант яҙып бөткәс: “Башҡорт теле лә, милли кейемебеҙ ҙә мәңге йәшәһен!”, - тигән изге теләктәрен дә еткерҙе. Диктант яҙыуҙа гәзитебеҙҙең элекке яуаплы сәркәтибе, мәрхүмә Заһира апай Ғәзизованың ҡыҙы Ләйсән Табулдинаның ҡатнашыуы ла ҙур мәртәбә булды. Уның матур яҙыу менән тейешле талаптарға тап килтереп яҙыуы, яғымлы һөйләшеүе барыбыҙҙы ла һоҡландырҙы.