

- Махсус хәрби операция ветерандары һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаилә ағзалары, яҡындары тураһында хәстәрлек күреү, уларға төрлө мәсьәләләрҙә ярҙам итеү беҙҙең фондтың төп маҡсаты булып тора, - ти Рәмзиә Шәкирйән ҡыҙы. - Фондтың төп фигураһы - социаль координатор. Ул - мөрәжәғәт итеүсе менән власть органдары, ведомстволар араһында бәйләнеш булдырыусы. Мөрәжәғәт итеүсегә теге йәки был проблеманы хәл итеүҙең индивидуаль маршрутын төҙөү, юристарҙы, психологтарҙы, медиктарҙы, социаль хеҙмәткәрҙәрҙе, ирекмәндәрҙе йәлеп итеү координаторҙың төп эше. Бөтә Рәсәй буйынса берҙәм эш алгоритмы һәм документлаштырылған система билдәләнгән. Республика муниципалитеттарында барлығы 120 социаль координатор эшләй. Район филиалында, белеүегеҙсә, беҙ - ике координатор эшләйбеҙ. Икебеҙ ҙә РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте һәм халыҡ хужалығы академияһында махсус әҙерлек үттек.
Һорауҙар ярҙам сараларына ҡағыла
- Фондҡа күберәк кемдәр һәм ниндәйерәк һорауҙар менән мөрәжәғәт итә?
- Алда әйтеп үтеүемсә, беҙ махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре һәм демобилизацияланғандар менән эшләйбеҙ. Эш башлаған осорҙан ярҙам һорап барлығы 3 мең самаһы кеше мөрәжәғәт итте. Һорау-үтенестәр журналда теркәлеп бара һәм “Ватан һаҡсылары”ның дәүләт мәғлүмәт системаһына индерелә. Төрлө һорауҙар менән күберәк МХО-ла һәләк булғандарҙың яҡындары мөрәжәғәт итә. Һорау-үтенестәрҙең күпселеген социаль ярҙам сараларын тәғәйенләүгә бәйле мәсьәләләр тәшкил итһә, аҡсалата түләүҙәр, юридик йүнәлештәге һорауҙар, медицина ярҙамы, шулай уҡ шифахана-курортта дауаланыу мөмкинлектәре буйынса мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бар. Шулай уҡ хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү-табыу буйынса ла. Был осраҡта беҙ ДНК өлгөләрен алыуҙа һәм уны тикшереүгә тапшырыуҙа, ғариза яҙыуҙа һәм эҙләү карталарын ебәреүҙә ярҙам итәбеҙ.
Яңғыҙҙарын ҡалдырмайбыҙ
- Демоблизацияланғандар, йәғни хәрби хәрәкәттәр ветерандары тураһында хәстәрлек саралары хаҡында ла әйтеп үтегеҙ әле.
- Беҙҙең комплекслы оҙатыуҙа хеҙмәттән бушатылған 40 хәрби хәрәкәт ветераны иҫәпләнә, шуларҙың 22-һе МХО инвалиды. Ауыр яраланған ветерандарҙы реабилитациялауға айырыуса ҙур иғтибар бүленеп, район дауаханаһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Поликлиникала махсус хәрби операция ветерандарын ҡабул итеү өсөн айырым кабинет асылды, уларға табип Эдуард Илдус улы Хәбибуллин беркетелгән. Ғөмүмән, мөрәжәғәт итеүселәргә ваҡытында һәм тейешле ярҙам күрһәтелә. Йәнә МХО-нан инвалид булып ҡайтыусылар ҙа беҙҙең оҙатыуҙа. Торлаҡ йортто инвалидтың шәхси ихтыяждарына яраҡлаштырыу һәм уларҙы юғары технологиялы техник реабилитация саралары менән тәьмин итеү эшмәкәрлегебеҙҙә төп йүнәлештәрҙең береһе. Бындай ярҙам алыу өсөн инвалидлыҡ, хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһы, хәрби хеҙмәттән азат ителеү, торлаҡ бинала теркәлеү һәм ғаилә ағзаларының ризалығы төп шарт булып тора. Районда инвалидтарҙың торлаҡ биналарын тикшереү буйынса берлектәге муниципаль комиссия эшләй. Бөгөнгө көндә бер яугирҙың йорто яраҡлаштырылды, биш яугирҙың йортона эксперт баһаһы үткәрелде. Тағы икәүҙе яраҡлаштырыуға ғариза бирелде. Шулай уҡ биш ветеран өсөн адаптив кейемгә заявка ебәрелде.
Тыныс тормошҡа ҡайтыу
- МХО ветерандарын эшкә урынлаштырыу мәсьәләһенә лә туҡталайыҡ.
– Хәрби хәрәкәттәр ветерандарын эшкә урынлаштырыу, йәғни уларҙы тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу айырыуса мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала һәм уға ныҡлы иғтибар бирелә. Беҙ райондың Мәшғүллек үҙәге менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ: төрлө саралар үткәрәбеҙ, вакансиялар йәрминкәһендә ҡатнашабыҙ. Бөгөнгө көндә МХО ветерандарының 7-һе эшләп йөрөй, 20-һе шәхси хужалыҡ алып бара. Бер ветеран эшкә урынлашып йөрөй. 11 кеше төрлө сәбәптәр менән эшләмәй.
Билдәле булыуынса, 1 ғинуарҙан Рәсәй Президенты Указына ярашлы үҙ эшеңде асыуға социаль контракт шарттарына үҙгәрештәр индерелде һәм уға ярашлы был осраҡта МХО-ла ҡатнашыусының килеме иҫәпкә алынмай. Унда ҡатнашыу өсөн МХО-ла ҡатнашыу тураһында белешмә, Мәшғүллек үҙәгенән белешмә, бизнес-план һәм “Ватанды һаҡлаусылар” фондынан рекомендация булыуы шарт. МХО инвалидтары социаль контракт төҙөү хоҡуғын ҡатынына ла бирә ала. Фонд шулай уҡ уҡытыу программаһын ойоштороу менән шөғөлләнә. Бөгөнгө көнгә ике ветеран был программа менән уҡыһа, тағы берәү юғары белем программаһы буйынса уҡыуын дауам итә.
Берҙәмлектә - көс!
– МХО-ла һәләк булғандарҙың ғаиләләре, атай-әсәйҙәре менән эш нисек ойошторола?
– “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан филиалы (етәксеһе - Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина) тарафынан бер нисә уникаль проект уңышлы тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, “Ватанды һаҡлаусы атаһы” проекты ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға һәм улдары Ватанды яҡлауға баҫҡан атайҙарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Бөгөн был проект миҙалын һәләк булған геройҙың атаһы Рәфис Харисов ғорурлыҡ менән йөрөтә. Йылдың-йылы уҙған “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” бөтә Рәсәй конкурсында яугирҙарҙың әсәйҙәре әүҙем ҡатнаша. Уҙған йылдарҙа Любовь Александровна Мигунова, Тәнзилә Ғайса ҡыҙы Йәнешева, Гөлсинә Фәрит ҡыҙы Шафиҡова еңеүсе булғайны. Быйыл райондан М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы етәксеһе Рәмзиә Насирова һәм һәләк булған геройҙың әсәһе Минзилә Рәсүл ҡыҙы Лоҡманова ҡатнашты. Минзилә Рәсүл ҡыҙы мәртәбәле конкурста еңеүгә өлгәшеп, “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнһә, Рәмзиә Сергеевна “Ирекмән” номинацияһында махсус Дипломға лайыҡ булды.
Тағы ла бер проект - “Ер көсө” этномәҙәни фестивале мәҙәни-ара диалогты нығытыу, Рәсәй халыҡтарының мираҫын һаҡлау, яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә медицина, хоҡуҡи һәм психологик ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. 2024 йылда был фестиваль районыбыҙҙа үтте һәм 2000 самаһы ҡатнашыусыны йыйҙы. Дин әһелдәре лә ветерандарға һәм һәләк булғандарҙың ғаиләләренә рухи һәм психологик йәһәттән баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыусыларҙы, ветерандарҙы, МХО–ла һәләк булғандарҙың ғаиләләрен, атай-әсәйҙәрен мәсеткә осрашыуға, байрамға саҡырыуҙарына бик рәхмәтлебеҙ. “Ватанды һаҡлаусылар” һәм “Әсәйҙәр” телетапшырыуҙары ветерандарҙың тормош юлы, уларҙың тыныс тормоштағы уңыштары, геройҙар тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар тураһында һөйләй. Уҙған йылдың көҙөндә МХО ветераны Илнар Вәлиев һәм яугир әсәһе Рәсимә Сәйфуллина ошо тапшырыуҙа ҡатнашты. Шулай уҡ фондтың “СВОя семейная гостиная” проекты ла уңышлы булып сыҡты. МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың атай-әсәйҙәре, яҡындары бергә йыйылып, сәй табыны артында үҙ-ара һәм психолог менән аралаша, ҡайғыны еңеп сығыу тәжрибәһе менән уртаҡлашалар. Йәнә үҙебеҙҙең МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә клубы - “Беҙ бергә. Ғафури” (етәксеһе - Любовь Мигунова, урынбаҫары - Рәйфә Харисова) проекты бар. Клуб эсендә атайҙар (Рәфис Харисов), әсәйҙәр (Гөлсинә Шафиҡова), ҡатындар (Әлфиә Вәлишина) советтары эшләй һәм улар район тормошонда әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, үткән йыл Һабантуй байрамында ҡунаҡтарҙы тәмле былау менән, 9 май – Еңеү көнөндә иһә байрамға килеүселәрҙе һалдат бутҡаһы һәм ҡайнар сәй менән һыйланылар.
Ғөмүмән, “Ватанды һаҡлаусылар” Дәүләт фондының Ғафури районындағы филиалы эшмәкәрлеге адреслылыҡ, комплекслылыҡ һәм һәр тәрбиәләнеүсе хаҡында хәстәрлек принциптары буйынса алып барыла. Даими ярҙамдары өсөн район етәкселегенә, ауыл биләмәләре башлыҡтарына, предприятие һәм ойошмалар етәкселәренә, йәмәғәт ойошмаларына һәм дөйөм эшкә битараф булмаған барса ғафуриҙарға ярҙамдары өсөн рәхмәтлебеҙ.
- Фәһемле һәм киң яҡлы әңгәмә өсөн Һеҙгә ҙур рәхмәт. Яуаплы һәм ауыр эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА әңгәмәләште.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:
- Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хаҡында хәстәрлек күреү – өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе. Республика ҡалаларында һәм райондарында 29 МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәге эшләп килә.
2026 йылдың аҙағына тиклем бындай учреждениелар һәр муниципалитетта барлыҡҡа киләсәк. Башҡортостанда яугирҙарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына бөтәһе 55 ярҙам сараһы ғәмәлдә.