

Әлбиттә, ауыл старостаһы. Ул урындағы үҙидара, йәғни ауыл хакимиәте менән халыҡты бәйләүсе төп звено булып тора. Ә тынғыһыҙ һәм тырыш староста – ауылдың терәге, урындағы хакимиәттең таянысы, уң ҡулы ла ул. Ауылдың был әүҙемселәре иң тәүгеләрҙән булып ярҙамға килә, улар һәр саҡ урындағы проблемаларҙың алғы сафында.
Ауыл старосталары – инициативалы һәм абруйлы кешеләр, яҡшы ойоштороусылар. Улар һәр ваҡыт халыҡ араһында булып, ауыл биләмәһе башлығына теге йәки был мәсьәләне: ҡышын ауыл урамдарын ҡарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү, янғын хәүефһеҙлеге, эсәр һыу һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәклеген еткерә. Старостаны “йорт хужаһына” тиңләп була. Бер яҡтан, ул үҙ биләмәһендә, йәғни “йортта” барлыҡ етешһеҙлектәрҙе күреп, уның яҡшы торошо тураһында хәстәрлек күрергә тейеш. Икенсе яҡтан – “йортта йәшәүселәргә” һәйбәт һәм уңайлы булһын өсөн тырышырға һәм өсөнсөнән, уларҙы изге эштәргә дәртләндерергә һәм үҙ артынан эйәртә алырға тейеш.
Бурлы ауыл советында старосталар институты үҙен аҡлай. Бурлыла Рәшит Яҡупов, Ҡормантауҙа Ғаяз Шарапов, Яугилделә Әхәт Буранғолов әүҙемлектәре һәм тырышлыҡтары менән айырылған старосталар. Улар ауыл сходтарында һайлап ҡуйылған. Араларында был еңел булмаған эшкә яңы тотонғандары ла, тиҫтә йылдан ашыу уңышлы эшләгәндәре лә бар.
Бөгөнгө яҙмабыҙ Бурлы ауылында староста булып оҙаҡ йылдар эшләүсе Рәшит Нурислам улы Яҡупов тураһында.
Бер ниндәй түләү ҙә ҡаралмаған йәмәғәт башланғысындағы староста вазифаһында тыуған ауылы йәшәйешенә битараф булмаған, үҙенең барлыҡ мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәй, ауылдаштары мәнфәғәтен ҡайғыртыусы кеше генә эшләй ала. Рәшит Нурислам улы тап шундайҙарҙан. Алда һанап үтелгән донъяуи проблемалар һәм хәстәрлектәр старостаға яҡшы таныш. Ауылды эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителгән, халыҡтан аҡса йыйып, насос һатып алып урынлаштырғандар. Мал көтөү мәсьәләһен дә ауылдаштары менән электр көтөүсе һатып алып урынлаштырып хәл иткәндәр. Өмә ойоштороп, ауыл кешеләренең дөйөм тырышлығы менән зыярат биләмәһен тәртиптә тоталар, ауыл урамын, мәсет биләмәһен, оло юл ситтәрен көнкүреш ҡалдыҡтарынан таҙартыу өмәләренә сығалар. Алда тағы ла сход уҙғарып, ауылды санитар таҙартыу, төҙөкләндереү, янғын хәүефһеҙлеге кеүек мәсьәләләрҙе ҡарау тора. Әлбиттә, был тәңгәлдә староста ауыл хакимиәте менән даими бәйләнештә.
- Бурлылар староста Рәшит Нурислам улынан уңды, һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлауына ҡарамаҫтан, ныҡ әүҙем, тырыш, тынғыһыҙ кеше ул, һаулығын ғына бирһен. Ауылдаштары араһында ихтирам-хөрмәт ҡаҙанған. Ауылдағы берҙәм эшләй торған эштәргә, атап әйткәндә, биләмәне төҙөкләндереү һәм тәртипкә килтереү кеүек шәмбе өмәләренә ауылдаштарын йыйып, үҙ артынан эйәртә һәм эштәргә дәртләндерә белә ул, - ти Бурлы ауыл биләмәһе башлығы Рәүфә Хәйретдинова.
Ауыл кешеләре менән һөйләшкәндә, ысынлап та, старостанан уңыуҙары хаҡында ишетергә мөмкин булды. “Ауылыбыҙ терәге ул, бер ваҡытта ла бер нимәне лә кире ҡаҡмай, ыңғай хәл итергә тырыша. Күптәргә ышаныслы кәңәшсе лә”, - тиҙәр. Рәшит Нурислам улы ла, үҙ сиратында, ауылдаштарын һәйбәт яҡтан телгә алды.
- Ауылдағы бар эштәрҙе лә ауыл хакимиәте менән килешеп, ауылдаштарҙы бергә туплап, берҙәм атҡарырға тырышабыҙ. Һәр ҡайҙағыса, ауылыбыҙҙа бер эштән дә ҡалмай, башлап йөрөүсе бер нисә әүҙем ир-ат бар, уларға таянырға тура килә. Ниндәй генә эшкә тотонһаң да, техника кәрәк була, был йәһәттән “Урожай” КХ ЯСЙ-е етәксеһе Нәжип Хисаметдинов ярҙамға килә, бының өсөн рәхмәтлебеҙ. Ауылдың янғын һүндереүсе-водителе Рим Басиров – уң ҡулым, Фәрүәз Ғибаҙуллин, Хәләф Тәүхетдинов, Наил Шәрипов, Фәнир Вәлиев, Рәзил Зәйнуллин, Наил Тимербулатов, Ришат Ғәлиев, Ғәзим Мөхәрмәтов һәм башҡалар әүҙемлектәре менән айырыла. Әнүр Мифтахов менән Илмир Шарапов техникалары менән ярҙам итәләр, - ти староста.
Старостаны хужалары ҡарамағанлыҡтан ауылды йәмһеҙләп, ташландыҡҡа әйләнеп, биләмәһен сүп үләндәре баҫып ултырған буш йорттар проблемаһы борсоуға һала. Шулай уҡ Рәсәй Геройы Ф.А.Яҡуповтың тыуып үҫкән, хәҙер һеңлеһе йәшәгән Имәнлек урамы юлының үтә лә насар хәлдә булыуына зарланып, ремонтлау өлгөрөп еткән мәсьәлә булыуы, Фрунзе урамы юлын да ҡарарға кәрәклеге хаҡында ла әйтеп үтте.
Р.Яҡуповтың бар ғүмерен колхоздағы эшкә бағышлап, комбайнсы, бригадир, иҫәпсе булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветераны булыуы ла билдәле булды. Өлгөлө һәм хәстәрлекле ғаилә башлығы тормош иптәше Миңлегөл Ғабдрахман ҡыҙы менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырғандар. Ҡыҙҙары Гүзәлиә ғаиләһе менән күрше - Ҡормантау ауылында йәшәһә, улдары Ришат Стәрлетамаҡ районының Борятино ауылында төпләнгән. 6 ейән, бер ейәнсәрҙең яратҡан олатаһы-өләсәһе лә Яҡуповтар.
Бына шулай, ауылдаштары менән уртаҡ тел табып, берҙәм эшләгәндә, эштәр ҙә алға бара, донъяуи мәсьәләләр ҙә еңел хәл ителә.