Яңылыҡтар
21 Апреля , 04:00

Тыуған ауылы яҙмышы өсөн янып көйгән депутат

Урындағы үҙидара көнө алдынан Сәйетбаба ауыл Советының Ҡаранйылға ауылы депутаты Шамил Кинйәбай улы Вахитов менән осрашып һөйләшергә насип булды.

Тыуған ауылы яҙмышы өсөн янып көйгән депутатТыуған ауылы яҙмышы өсөн янып көйгән депутат
Тыуған ауылы яҙмышы өсөн янып көйгән депутат

Депутаттарҙың эшмәкәрлеге үҙ бурыстарын үтәү менән генә сикләнмәй. Уларҙың төп маҡсаты - кешеләргә ярҙам итеү, теләктәшлек күрһәтеү һәм уларҙың проблемаларына төшөнөү. Күп кенә депутаттар өсөн эштәре тормоштарының айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнгән. Ҡаранйылға ауылында тыуып-үҫеп, матур эштәрен йәнтөйәгенә бағышлаған депутат Шамил Вахитов шуға асыҡ миҫал булып тора. Ауылдаштары Шамил Кинйәбай улына ышаныс күрһәтеп, өсөнсө саҡырылышҡа депутат итеп һайлап ҡуйған.
Шамил Вахитов Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығының төп таянысы һәм тығыҙ бәйләнештә эшләйҙәр. Ул һәйбәт ойоштороусы, үҙ һайлаусылары менән әленән-әле осрашып, бирелгән наказдарҙы үтәү хәстәрен күрә, халыҡты туплап, мөһим эштәр башҡаралар. Шулай уҡ ауыл старостаһы Раил Ҡотлоәхмәтов менән һәр эште бер төптән булып, үҙ-ара аңлашып, кәңәшләшеп эшләйҙәр.
Ш.Вахитовтан ауылда депутат булыу нисек һәм йәмәғәт башланғысындағы бындай йөк ауырмы икәнлеген ҡыҙыҡһындым.
- Ауыл кимәлендә булһа ла депутат булыу еңел түгел, әлбиттә. Һәр эш үҙенән көс, энергия һәм яуаплылыҡ талап итә. Ауылдаштарың һиңә ышаныс күрһәткән икән, уларҙың өмөттәрен аҡларға кәрәк. Һәр кемде борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып тикшереп, тормошҡа ашырыуға өлгәшеү – депутаттың бурысы, - ти Шамил Кинйәбай улы.
Әңгәмә барышында асыҡланыуынса, уға Ҡаранйылға ауылы халҡы үҙҙәрен борсоған төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Был - юлдарҙың торошо, газ үткәргестәр һуҙыу, урамдарҙы яҡтыртыу һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр. Ҡаранйылғаларҙың “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда әүҙем ҡатнашыуы ла туранан-тура депутаттың әүҙемлегенә бәйле. Был программа сиктәрендә ауылда төрлө йылдарҙа байтаҡ әһәмиәтле эштәр башҡарылған.
2023 йылда 500 метр арауыҡтағы урам юлына асфальт түшәлгән, ауылдың Кейекбаев менән Совхоз урамдарын тоташтырып торған күперҙе яңыртҡандар. 2024 йылда Ҡаранйылға ауылы “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылып, халыҡ тәбиғи газ менән файҙалана башлаған. Халыҡтан аҡса йыйып, ауыл ир-егеттәре менән берлектә яуҙа һәләк булған ауылдаштары иҫтәлегенә обелиск, көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу майҙансығын көпләп эшләп ҡуйғандар. Юлдар торошон үҙ көстәре менән күҙәтеп-ҡарап торалар, ауыл урамдарына, Ҡаранйылға-Сәйетбаба автомобиль юлына ҡомташ түшәлгән. Ауылды таҙа, тәртиптә тотоу, зыяраттың кәртәләрен яңыртыу, буяу һәм башҡа барлыҡ башланғыстарҙа урындағы халыҡты әйҙәүселәр булып, үҙҙәре уртаһында ҡайнайҙар. Киләсәктә ауылдағы шишмәләрҙе төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү уй-пландары менән йәшәйҙәр. Барлыҡ пландарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙамы өсөн Сәйетбаба ауыл биләмәһе хакимиәтенә, шулай уҡ күләмлерәк, финанс менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә район Советы депутаты Ә.Аҫылбәковҡа рәхмәтлеләр.
Һөйләшеү барышында Шамил Кинйәбай улының йәнтөйәген бар күңеле менән яратҡан, ауылының патриоты, өлгөлө, хәстәрлекле ғаилә башлығы, күмәк балалы атай булыуы хаҡында ла белдек. Имәндәш ауылынан Люциә Кинйәбай ҡыҙы менән сәстәрен-сәскә бәйләп, ғаилә ҡорғас, бәхет эҙләп ситкә сығып китеүҙе хуп күрмәй, тыуған ауылында төпләнергә ҡарар иткәндәр. Дүрт балаға (ике малай, ике ҡыҙ) атай-әсәй булғандар, хәҙер биш ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй ҙә. Балаларының иң өлкәне – улдары Камил ике ул, бер ҡыҙға атай, Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. Ҡыҙҙары Фирүзә лә - тормошта, ҡыҙы һәм улы бар, һөнәре буйынса уҡытыусы, әле – декрет ялында. Юлиә ҡыҙҙары программалаусы, Себерҙә эшләй. Барыһы ла Стәрлетамаҡ ҡалаһында үҙ фатирҙары менән йәшәйҙәр. Иң кесеһе – улдары Наил 9-сы класты тамамлай. Вахитовтар үҙ көстәре менән ҙур, иркен йорт һалып сыҡҡандар, күпләп мал-тыуар аҫрап, биш баш ат тотоп, малдан килгән аҡса менән ғаилә бюджетын тулыландырып, тормош көтәләр.
Өлгөлө ғаилә башлығы, тыуған ауылы яҙмышы өсөн янып көйгән Шамил Кинйәбай улы кеүек ир-егеттәр күберәк булһа, ауылдарҙың киләсәге лә яҡты булыр.

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас