Яңылыҡтар
22 Апреля , 04:30

Уңған, тырыш ғаилә

Иҫке Тайыш ауылы тәбиғәте менән генә түгел, унда йәшәүсе кешеләре менән дә матур. Шул яҡтарға юл төшкәндә, бер ыңғайҙа уның ишле ғаиләләренә лә һуғылмай ҡайтмайыҡ, тип, үҙҙәренең матур итеп донья көтөүе, ауыл тормошона битараф булмауы һәм тәрбиәле балалар үҫтереүе менән һоҡландырыусы Яҡуповтар ғаиләһенә лә кереп сығырға булдыҡ.

Уңған, тырыш ғаиләУңған, тырыш ғаилә
Уңған, тырыш ғаилә

Дилбәр Миңнибай ҡыҙы менән Ғәйәр Зәйнулла улы - үҙҙәренең күркәм көнитмеше менән тыуған төбәген нурлы-ҡотло иткән, үҙ көстәре менән лайыҡлы донъя көткән, матур балалар үҫтергән, ауылға йәм һәм йән өргән абруйлы ғаилә, һоҡланғыс пар. Асыҡ йөҙлө, ҡунаҡсыл, ихлас кешеләр ҙә улар. Ауылдарындағы клубты тергеҙеүгә үҙ көстәрен һалып, яңыртылған мәҙәниәт усағы өсөн яуаплылыҡты үҙ ҡулдарына алғандар һәм уны асыу тантанаһынан һуң ҡунаҡтарҙы үҙ йорттарында өҫтәл тулы табын менән ихлас ҡаршыланылар.
Улар икеһе лә күмәк балалы ғаиләлә тыуып үҫкәндәр. Шуға ла туғанлыҡтың, ғаилә ҡиммәттәренең, кешелектең ҡәҙерен белеп йәшәйҙәр, бар эште берҙәм, кәңәшләшеп башҡаралар. Үҙҙәре лә бөгөн генә өйләнешкән парҙар кеүек бер-береһенә йылмайып ҡарап, үткән йәшлек йылдарын байҡанылар.
Иҫке Тайыш ауылында тыуып-үҫеп, башта үҙ ауылында башланғыс, Имәндәштә урта белем алған Ғәйәр Зәйнулла улы. Һәр егеткә хас булғанса әрме хеҙмәтендә лә үҙ бурысын лайыҡлы үтәп ҡайтҡан. Шулай бер саҡ Юлыҡ ауылына кейәүгә сығып, шунда йәшәгән апаһына ҡунаҡҡа барғанда осраҡлы ғына ауыл клубына ла керә. Кеше менән шығырым тулы клубта ошо ауыл ҡыҙы Дилбәргә бер күреүҙә ғашиҡ була һәм киске уйындан һуң оҙатып ҡуя. Ҡыҙ ҙа уны оҡшата, сибәр егеттең өйөнә тиклем оҙата барыуына ҡаршы килмәй. Бар күңелен ялмап алған ҡыҙҙы бер аҙна үтеүгә үк еңгәһе, ағаһы менән һоратырға килә егет. Ике яҡтың да туғандарын йыйып, туй яһап өйләнешә улар. Уңған, тырыш һәм бай рухлы ғаилә тарихы нәҡ ошо мәлдән башлана ла инде. Был саҡта Дилбәргә 17 йәш кенә була.
Йәштәр хеҙмәт ветераны, фронтовик булған егеттең атаһы Зәйнулла, әсәһе Мәстүрә менән 26 йыл дуҫлыҡта, татыулыҡта бергә йәшәйҙәр. 2000 йылда атай-әсәйҙәренә ҡаршы ғына ерҙә үҙҙәренә өй төҙөп керәләр. Ике уңған бергә тура килгәс, донъялары ла гөл кеүек, бар ерҙә тәртип, таҙалыҡ күҙгә ташлана. Йорт ҡураларына ҡараһаң, бында эшсән, егәрле, тырыш кешеләр йәшәгәнлеге күренеп тора. Күпләп һыйыр малы тотҡас, башмаҡ-быҙауҙары ла ҡура тулы. Ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса тултырып йәшелсә, бәрәңге ултырталар. Үҙҙәренең “МТЗ-82” тракторҙары, уға бесән йыйғыс, сапҡыс кеүек тағылмалары ла, еңел машиналары бар. Хужа кеше бар техниканы һәм кәрәк-ярағын япмаға бөхтә итеп урынлаштырып, ер ҡарҙан асылыуға эшкә әҙерләп тә ҡуйған. Йорт эсе лә матур итеп эшләнеп, зауыҡ менән йыйыштырылған.
- Балаларҙың үҫкәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ, ауырлыҡтар хәҙер онотолған. Баланың балаһы балдан татлы тигәндәй, хәҙер балаларҙың бишәүһе башлы-күҙле булып, бишәүгә өләсәй-олатай булдыҡ инде. Бергә йыйылһаҡ, үҙе бер ҙур ҡунаҡ кеүек. Электән нимә эшләһәк тә, бергә башҡарабыҙ. Ҙур ғаиләнең йәме лә, бар эште бергә эшләп, берҙәмлектә йәшәүҙәлер. Иң мөһиме – һаулыҡ булһын, - тиҙәр Яҡуповтар.
Бәләкәй генә ҡәүемдең үҙ ҡанундары, ғөрөф-ғәҙәттәре була, һәр ғаилә бәхетле булыу өсөн тырыша. Үҙҙәренең йылы усағын да балҡытып, матур итеп тота. Дилбәр Миңнибай ҡыҙы менән Ғәйәр Зәйнулла улы ла күркәм ғаилә булдырған. Мөхәббәт емештәре булған һигеҙ балаһы уларҙың йыуанысы ла, ҡыуанысы ла. Оло ҡыҙҙары Гөлназ кейәүҙәре Андрей Исмәғилев менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнеп, Артём, Линар исемле улдар үҫтерәләр. Салауат улдары - Әлшәй ҡыҙы булған кәләше Рәмилә менән Салауат ҡалаһында йәшәп, Тимурҙы тәрбиәләйҙәр. Айгүзәл ҡыҙҙары кейәүҙәре Илнар Искәндәров менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй, Әлиә исемле ҡыҙға әсәй-атай булғандар. Сорғотта вахта ысулы менән эшләп йөрөүсе улдары Айҙар, кәләше – Красноусол ҡыҙы Илүзә менән сәстәрен-сәскә бәйләп, йәшәү урыны итеп Салауат ҡалаһын һайлағандар. Илүзә ҡыҙҙары Юрмаш ауылы егете Айбулат Аҫылбаев менән ғаилә ҡороп, Айзилә исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Ғәлиә ҡыҙҙары Стәрлетамаҡ ҡалаһында лаборант булып эшләһә, Алмаз Имәндәш мәктәбендә 6-сы класта уҡып йөрөй. Ә сос, алсаҡ булған бәләкәй Нурзиләгә әле 4 йәш. Ул инде барыһының ҡарашын үҙенә тартып, йортҡа нур бөркөүсе. Уларҙың балалары ярҙамсыл, олоға ла, кесегә лә берҙәй хәстәрлекле, уңған булыуҙары менән айырылып торалар. 2006 йылда Дилбәр Миңнибай ҡыҙы Әсәлек даны миҙалы менән бүләкләнгән.
Бөгөн ирле-ҡатынлы Яҡуповтар рәхәтләнеп йорт эштәрен башҡара, ауырлыҡтарға зарланмай: “Йәштәр ҙә ваҡытында ғаилә ҡороп, ил-көн тыныслығында, бер-береһен тыңлап, аңлап йәшәһендәр”, - тиҙәр улар.
Ошондай эшһөйәр, уңған кешеләр донъяны йәмләй ҙә инде. Дилбәр Миңнибай ҡыҙы менән Ғәйәр Зәйнулла улына киләсәктә лә мөхәббәттә һәм тоғролоҡта, хеҙмәт һөйөү, балалар тәрбиәләү буйынса башҡаларға үрнәк, һоҡланғыс парҙар булып, бер-берегеҙгә ярҙам итеп, терәк-таяныста йәшәргә насип булһын.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас