

Махсус хәрби операцияның тәүге айҙарында уҡ был һуғыштың икенсерәк булыуы асыҡлана. Технология көрәше бара, бында автомат түгел, ә джойстик күп кенә алыштарҙың һөҙөмтәһен хәл итә. Фронтта техник белгестәрҙең етешмәүе асыҡланғас, яҡташыбыҙ – Ишембай егете Артем Усов 19 йәшендә контрактҡа ҡул ҡуя һәм Ватанды яҡларға китә.
- Күп кенә таныштарым минең һуғышҡа барыуымды күҙ алдына килтерә алманы, ҡарарыма бик ғәжәпләнделәр. Мин армияла хеҙмәт итмәнем, әммә бала саҡтан уҡ атайым илһөйәр итеп тәрбиәләне. Шуға күрә мин: “Тыуған илгә һөйөүемде әле булмаһа ҡасан иҫбатлармын?” тип уйланым. Ул ваҡытта ҡатыным һәм улым бар ине. Иң ҡыйыны ҡатыныма тура килде, әммә ул минең төшөнкөлөккә бирелмәүемде, тәүәккәл ҡарашта булыуымды күреп ҡарарымды ҡабул итте.
Артем Екатеринбургта өс ай һуҙымында БПЛА менән эшләү нескәлектәренә өйрәнә.
- Беҙ ике йүнәлеште: квадрокоптерҙарҙы - улар һуғыш яланын күҙәтергә, артиллерияны һәм авиацияны төҙәтергә, йөк ташларға мөмкинлек бирә, шулай уҡ FPVдрондарҙы өйрәндек, - тип билдәләй яугир.
Артем Усов штурмлау ротаһында һәм разведкала хеҙмәт итә. Тәүге көндәрҙә үк ул алғы һыҙыҡта пилотһыҙ осоу аппараты операторының эше дрон менән идара итеү һәм мониторға ҡарап ултырыу ғына түгеллеген аңлай. Штурмлау төркөмдәре менән команда эше төҙөү, шул уҡ ваҡытта тиҙ һәм һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеү мөһим була. Беренсе заданиенан һуң командование квадрокоптерҙарҙың булыуы һуғыштағы хәлде яҡшыртыуын, юғалтыуҙарҙың кәмеүен билдәләй.
- Пилотһыҙ осоу аппараттары подразделениелар өсөн хәүефте кәметә. Дрондар менән идара итеүҙә, әлбиттә, бик күп нескәлектәр бар: ҡатмарлы шарттарҙа эшләй белергә, яугирҙар менән үҙ-ара аралашырға кәрәк, – тип аңлата Артем Усов. - Эштең мөһим өлөшө булып элемтә, маскировка, дошманды урап үтеү өсөн ҡулайлы урындар эҙләү тора.
Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары үҙ бурыстарынан тыш, яралыларҙы һуғыш яланынан мотоциклдарҙа эвакуациялай. Йәйәүләп йәки носилкаларҙа һалдаттарҙы беренсе медицина ярҙамына алып барып өлгөрмәйҙәр, ә автомобилдәр өсөн күп осраҡта юлдар ябыҡ була. Позицияларҙы тиҙ үҙгәртә белеү - пилотһыҙ осоу аппараттары операторы өсөн кәрәкле оҫталыҡ. Бер ваҡыт Артем Усов өсөн ул шәхси һынау була. 2024 йылдың октябрендә мотоциклдарҙағы операторҙар төркөмө таныш маршрут буйынса хәрәкәт итә. Һәм ҡапыл туранан-тура яугирҙарға дошман дроны осоп килгәнен күрәләр.
- Беҙ мотоциклдарҙан һикерҙек, яҡындағы урман һыҙатына йүгерҙек. Унда яланғас ағас олондары ғына тора, йәшеренергә урын юҡ тиерлек. Һәм төркөм булып бармаҫ өсөн, мин иптәштәремә дронға ҡаршы хәрәкәт итергә ҡуштым, ә үҙем уның траекторияһы буйлап йүгерҙем. Бындай тактика пилотһыҙ осоу аппараты хәрәкәт йүнәлешен үҙгәртмәһен һәм яугирҙарға зыян килтермәһен өсөн ҡулланыла. Дрон миңә яҡынлашып килгәндә, ағас артына ҡастым, - тип хәтерләй яугир. - Мин йығылдым, ә дрон минала шартланы, ярсыҡтары янымдан ғына осоп китте.
Артем контузия ала, мөһим артерияһы зыян күреп ҡанын күп юғалта. Ул яраланғандан алып госпиталгә килтереп еткергәнгә тикшлем үҙ аңында була, хәрби иптәштәренә нимә эшләргә, ниндәй укол яһарға кәрәклеге тураһында кәңәштәрен бирә. Артабан яугир өс операция үткәрә һәм демобилизациялана. Бөгөн махсус операция ветераны өйҙә, яҡындары араһында. Күптән түгел ғаиләһендә тағы бер балалары донъяға килгән. Артем автомеханик һөнәре менән бәйле үҙ эшен асырға хыяллана. Ул махсус хәрбиоперация биләмәһенә барыуына һис үкенмәй. Әгәр бөтәһен дә яңынан үтергә тәҡдим итһәләр, шулай уҡ эшләр инем. Сөнки Ватанды һаҡлау – ир-егеттең төп бурысы, - ти МХО ветераны.