Яңылыҡтар
24 Апреля , 05:47

Гөрләп үтте өмәбеҙ

Быйылғы тәүге экологик өмәне һәр йылдағыса сүп-сар контейнерҙары майҙансығынан башларға ҡарар итеп, ауылдаштарҙы сәғәт 11-гә өмәгә саҡырҙым.

Гөрләп үтте өмәбеҙГөрләп үтте өмәбеҙ
Гөрләп үтте өмәбеҙ

Ауылда халыҡ һаны күп кенә булһа ла, сүп йыйыу урыны бер ерҙә генә билдәләнгәйне. Ҡыш сыҡҡансы контейнерҙар ташып, майҙансыҡ тирәһендәге сиҙәмлеккә бик күп сүп-сар йыйылып өлгөрә.
Өмә ваҡытында йыйылған сүп-сарҙы тейәү өсөн Табын ауыл биләмәһе хакимиәтенән ебәрелгән трактор ҙа ваҡытында килеп етте. Өмәгә халыҡ күмәк сыҡты: ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа, ағинәйҙәр ҙә, хатта балалар ҙа килде. Аҡбашевтар һәм Чебурашкиндар ғаиләһенән өләсәйҙәр, улдар һәм ейәндәр ҙә бар ине, хатта. Бер төркөм үҫмерҙәр үҙҙәре йәй буйына футбол уйнай торған майҙансыҡты тәртипкә килтерҙе, сүп-сарын йыйҙы. Тимәк, ауылыбыҙ киләсәге, матурлығы ышаныслы ҡулдарҙа.
Күмәк кешегә эш сыҙаймы ни! Бер сәғәт тә үтмәне, контейнерҙар майҙансығы тирәһендә туҙышып ятҡан барса сүп-сар йыйылып, трактор арбаһына тейәлеп тә бөттө. Тирә-яҡ матурланды, күңелдәр шатланды. Әйткәндәй, халыҡ хәҙер үҙҙәренең йорт-тирәһен, урамдарҙы, ауылдың тирә-яғын таҙа тотоуға күнегеп бара инде, элекке кеүек түгелдәр. Өмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Бына шулай татыулыҡта, дуҫлыҡта дәррәү үтте тәүге өмәбеҙ. Тирә-яҡ шундай таҙа булып ҡалды. Моронлап сығып килгән йәшел үләндәр ҙә, хатта, үҙҙәрен сүп-сарҙан арындырған өсөн шатланалар кеүек тойолдо. Ошо таҙалыҡты йәй буйына һаҡлаһаҡ ине.
Өмә тамамланғас, күмәкләп фотоға төшөп, эшебеҙҙең һөҙөмтәһен күреп, күңелдәребеҙ һөйөнөп таралыштыҡ.
Фәүзиә Ҡотлогилдина,
Родина-Ватан ауылы старостаһы һәм ауыл хәбәрсеһе.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас