Яңылыҡтар
24 Апреля , 06:55

Покров ғибәҙәтханаһы тураһында һүҙ барҙы

16 апрелдә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында “Ғафури районының йәлеп итеү нөктәләре: идеянан маршрутҡа” тип аталған түңәрәк өҫтәл үтте. Осрашыуҙың төп темаһы булып Ҡарағай ауылындағы Покров ғибәҙәтханаһы торҙо. Был архитектура ҡомартҡыһы туристар өсөн төп йәлеп итеү нөктәләренең береһе була ала.

Покров ғибәҙәтханаһы тураһында һүҙ барҙыПокров ғибәҙәтханаһы тураһында һүҙ барҙы
Покров ғибәҙәтханаһы тураһында һүҙ барҙы

Был ғәжәйеп ғибәҙәтхана 1904 йылда урындағы оҫталар тарафынан уҫаҡ ағасынан бер бөртөк ҡаҙаҡһыҙ буралып, Мәндем йылғаһының текә бейек ярынән 50 метр алыҫлыҡта төҙөлгән. Бөгөн, 120 йылдан ашыу ваҡыт үткәс, ғибәҙәтхана үткәндәрҙең оҫталары тураһында хәтерҙе һаҡлап ҡына ҡалмай, ә ҙур туристик потенциалға эйә - уны хаҡлы рәүештә Ғафури районы буйынса маршруттарға индерергә кәрәк, тиҙәр.

Фекер алышыуҙа Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, Ғафури районы хакимиәте вәкилдәре, туроператорҙар, шулай уҡ тарихсылар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашты. Ҡатнашыусылар ике мөһим бурысҡа иғтибар итте: крайҙың иҫтәлекле урындарын - Покров ғибәҙәтханаһын һәм Богородица‑Табын монастырын - берҙәм туристик маршруттарға берләштереү һәм был ғибәҙәтхананың туристик агентлыҡтар программаһына инеүенә өлгәшеү.

2023 йылда Ҡарағай сиркәүен ҡотҡарыуға “Твёрдая почва” Хәйриә фонды (Өфө ҡалаһы) ныҡлы тотонған. Ул сиркәүҙе реконструкциялау проекты менән Президент гранттары конкурсында еңеү яулай. Шул ваҡыттан алып территорияны таҙартыу өсөн 20-нән ашыу өмә уҙғарылған: эштәрҙә тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәүселәр генә түгел, Өфө һәм Красноусол ауылдарынан ирекмәндәр ҙә ҡатнашҡан. Берлектәге тырышлыҡ менән манараның аҫҡы ярустарының емерелгән участкаларын ҡыйыҡ тимер менән ҡаплау мөмкин булған, ә 2024 йылдың йәйендә һаҡланып ҡалған алтарь диуарын һәм манараны тулыһынса консервациялау тамамлана.

Ғибәҙәтхананы һаҡлау буйынса мөһим аҙымдар яһалған да инде. 2025 йылда уға төбәк әһәмиәтендәге архитектура һәм тарих ҡомартҡыһы статусы бирелә. Президент гранттары фонды һәм шәхси хәйриәселәр ярҙамында реставрация эштәре башлана. Ауыл үҙәгендәге ғибәҙәтхана яны территорияһы үҙгәрә: бында Еңеүҙең 80 йыллығы скверы барлыҡҡа килә, балалар һәм спорт майҙансыҡтары йыһазландырыла, амфитеатр һәм ябыҡ сәхнә төҙөлә.

Әммә алда әле байтаҡ эш тора - ғибәҙәтхананы тергеҙеү һәм уға тәүге ҡиәфәтен ҡайтарыу бурысы тора. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар туристик маршруттарҙы үҫтереү уникаль мәҙәни мираҫты һаҡлап ҡалырға ғына түгел, ә ғафури районының үҫешенә яңы этәргес бирәсәк, тип ышана.

Покров ғибәҙәтханаһы тураһында һүҙ барҙы
Покров ғибәҙәтханаһы тураһында һүҙ барҙы
Покров ғибәҙәтханаһы тураһында һүҙ барҙы
Покров ғибәҙәтханаһы тураһында һүҙ барҙы
Покров ғибәҙәтханаһы тураһында һүҙ барҙы
Покров ғибәҙәтханаһы тураһында һүҙ барҙы
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас