+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
24 Апрель , 05:06

Яңы миҙал булдырылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы миҙал булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Яңы миҙал булдырылдыЯңы миҙал булдырылды
Яңы миҙал булдырылды

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров указы менән Башҡортостанда яңы юғары дүләт наградаһы булдырылды – “Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан” тип атала.
Миҙал махсус хәрби операцияны үткәреүгә бәйле ирекмәнлек, хәйриә эшмәкәрлеге, гуманитар һәм башҡа ярҙам өсөн, гуманитар йөктәрҙе йыйыуҙа һәм алып барыуҙа ярҙам иткән өсөн; махсус хәрби операция маҡсаттарына өлгәшеүгә булышлыҡ иткән бурыстарҙы уңышлы үтәгән өсөн; махсус хәрби операция биләмәһендәге бурыстарҙы үтәгән өсөн тапшырыла.
Яңы награданы булдырыу республика халҡының гражданлыҡ яуаплылығының, йәмәғәт хеҙмәтенең, шәхси батырлығының һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға булышлыҡ итеүҙең дөйөм эшенә индергән өлөшөнөң айырыуса әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Был ҡарар дөйөм эштән ситтә ҡалмағандарға, кешеләргә ярҙам иткәндәргә, фиҙаҡәрлек, рух көсө һәм бурысына тоғролоҡ күрһәткәндәргә рәхмәт белдереү булып тора.
Миҙалды Башҡортостан Башлығы йәки уның ҡушыуы буйынса башҡа вазифалы кешеләр тапшырасаҡ. Башҡортостандың дәүләт наградалары иерархияһында ул генерал Шайморатов миҙалынан түбәнерәк һәм “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалынан юғарыраҡ торған награда булараҡ билдәләнгән.
Миҙал түңәрәк диск рәүешендә эшләнгән, уртаһында биш юллы яҙыу: “От благодарного народа Башкортостана – СВО –“, георгий таҫмаһы менән үрелгән имән һәм лавр ботаҡтарынан рельефлы һүрәт менән уратып алынған. Артҡы яғында яланғас шашка һүрәтләнгән, шулай уҡ награданың тәртип номеры уйып яҙылған. Миҙал республика флагы төҫтәрендә биҙәлгән муар таҫмаһы менән стандарт биш мөйөшлө ҡалыпҡа беркетелгән. Миҙалды әҙерләү проектының авторҙарының береһе, тарих фәндәре кандидаты, РФ һәм БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Рәмил Рәхимов белдереүенсә, яңы дәүләт наградаһы дөйөм еңеү өсөн хеҙмәт иткән, эшләгән һәм үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған һәр кемгә Башҡортостан халҡының рәхмәт символына әүереләсәк.
– Яңы миҙал булдырыу логик рәүештә республиканың махсус хәрби операция һәм хәрби тематика менән бәйле наградаларының тулы комплектын булдырыуҙы тамамлай. Беҙҙә генерал Шайморатов ордены һәм генерал Шайморатов миҙалы бар, улар конкрет хәрби ҡаҙаныштар, ҡаһарманлыҡ һәм шәхси батырлыҡ өсөн тапшырыла. Ә яңы “Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан” миҙалы хәрби хәрәкәттәр барышында айырылып торған хәрбиҙәр өсөн генә түгел, ә фронт һәм тылға ярҙам итеүгә өлөш индергән республика халҡы өсөн дә тәғәйенләнгән. Улар - ирекмәндәр ҙә, гуманитар йөктәрҙе оҙатып йөрөүселәр ҙә, шул иҫәптән автобус водителдәре һәм ярҙам килтереүҙә ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған ҙур йөк машиналары водителдәре лә. Был категорияға Донбассты тергеҙеү һәм тылға ярҙам итеү өсөн ҡатмарлы шарттарҙа эшләгән юл төҙөүселәр, табиптар һәм уҡытыусылар ҙа инә.
Миҙалдың Георгий таҫмаһы, имән-лавр тажы кеүек элементтары Рәсәй һәм республика наградалар системаһы традициялары менән бәйләнеште билдәләй.
Шуныһы мөһим, миҙалдың иҫәп һаны буласаҡ, был уға юбилейлы түгел, ә конкрет награда статусын бирә. Был яҡшы кешеләрҙе билдәләргә һәм уларҙың МХО маҡсаттарына өлгәшеүгә индергән өлөшөнөң әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алырға мөмкинлек бирәсәк, – тине Рәмил Рәхимов.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас