Яңылыҡтар
25 Апреля , 07:05

“Варяг” дрондарға оҫта идара итә

Башҡортостанда пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә яугирҙәрҙе йыйыу дауам итә. Дрон  операторҙары хәрби бурыстарын алғы һыҙыҡтан йыраҡта ла башҡара.

“Варяг”  дрондарға оҫта идара итә“Варяг”  дрондарға оҫта идара итә
“Варяг” дрондарға оҫта идара итә

“Айгир” пилотһыҙ осоу аппараттары махус отрядының “Варяг” позывнойлы яугире үҙенең хеҙмәте тураһында һөйләне. Сығышы менән ул Туймазы яҡтарынан. Тыныс тормошта ул ашнаҡсы, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе булып эшләгән. 2023 йылда дуҫтары артынан үҙ теләге менән “Башҡортостан” полкы составындағы  Таһир Кусимов исемендәге батальонға ҡушыла. Дрондарға идара итеү оҫталығына ул хәрби күнекмәләр ваҡытында тәжрибәле инструкторҙарҙан өйрәнә.

Яугир әйтеүенсә, пилотһыҙ осоу аппараттары алдында ҙур маҡсат ҡуйылған, разведканан алып утлы һөжүмгә, штурмлау төркөмдәрен оҙатып барыуға тиклем бурыстар башҡаралар.

–Йыраҡтан эш алып барабыҙ. Штурмлаусылар өсөн юлды асабыҙ. Артиллерия утын корректировкалау, өҫтән шартлатҡыстар ташлау, дошмандарҙың идара итеү пункттарын эҙләү менән шөғөлләнәм, - ти "Варяг" позывнойлы яҡташыбыҙ.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. 112 телефон һандары буйынса тулы мәғлүмәт белә алаһығыҙ.  

“Варяг”  дрондарға оҫта идара итә
“Варяг” дрондарға оҫта идара итә
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас