

Акция халыҡтың экологик мәҙәниәтен күтәреүгә йүнәлтелеп, битараф булмаған кешеләргә экология тураһында хәстәрлек күрергә һәм тыуған төйәген йәшелләндереүгә үҙ өлөшөн индерергә мөмкинлек бирә. Билдәле булыуынса, “Йәшел Башҡортостан” акцияһы йылына ике тапҡыр – яҙын һәм көҙөн уҙғарыла
- 2,1 мең төп эре ағас һәм 84 мең төп ҡыуаҡ - “Йәшел Башҡортостан” акцияһының беренсе көнө һөҙөмтәһе. Ул бөгөн башланды һәм 10 майға тиклем дауам итәсәк. Республиканың төрлө ҡала һәм райондарында Чернобылдәге һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар иҫтәлегенә, Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге, Ҙур һәм татыу ғаилә йылына һәм башҡа темаларға арналған 54 яңы аллея барлыҡҡа килде. Был бик дөрөҫ алым тип иҫәпләйем - бындай тематик киңлектәр ауылдарыбыҙҙы ысын мәғәнәһендә биҙәй, уларҙы уңайлы һәм заманса итә. “Йәшел Башҡортостан” менән параллель рәүештә республиканың өс районында “Экологик именлек” милли проекты сиктәрендә “Хәтер баҡсаһы” акцияһы старт алды. Был проектта ла Башҡортостан йылдың-йылы ҡатнаша. Быйылғы тәүге һөҙөмтәләр - Иглин районында -14 мең төп йәш шыршы, Йылайырҙа - 15 мең төп һәм Учалы районында 30 мең төп ҡарағай ултыртылды. Киләһе аҙнала был изге эште мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ.
Шулай уҡ Башҡортостанда өмәләр үтә. Ошо көндәрҙә ҡалаларыбыҙҙа һәм ауылдарыбыҙҙа тәртип урынлаштырырға ярҙам иткәндәрҙең, ағас ултыртыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм. Бергәләп республиканы тағы ла матурыраҡ итәсәкбеҙ, - тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Бәйләнештә” селтәрендә.
“Йәшел Башҡортостан” акцияһына ғафуриҙар ҙа дәррәү ҡушылды. Был көндө төрлө ойошмалар, предприятиелар, учреждениелар хеҙмәткәрҙәре Көгөш йылғаһы ярына йәш үҫентеләр ултыртты. Был изге эштә республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илшат Сәйетовтың ҡатнашыуы сараның әһәмиәтен һәм мәртәбәһен бермә-бер күтәрҙе. Район мәҙәниәт йорто артистары акцияла ҡатнашыусыларға дәртле йыр-моңдарын бүләк итте. Акция сиктәрендә шулай уҡ Аэродром урамының Үҙәк район дауаханаһы ҡаршыһындағы тротуар буйлап миләш ағастары ултыртылды.
“Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә һәр ауылда йәш ағастар ултыртылды, экологик өмәләр ойошторолдо. Ра-йон буйынса акцияла барлығы 450 кеше ҡатнашып, 500 төптән ашыу ҡарағай, шыршы, ҡайын, миләш, имән, муйыл, йүкә һәм саған ағастары ултыртылды.
Был көндө шулай уҡ “Йәшел Рәсәй” акцияһы сиктәрендә Бөтә Рәсәй экологик өмә ойошторолоп, төрлө учреждениелар, ойошмалар, предприятиелар коллективтары үҙҙәренең биләмәһен һәм тирә-яғын таҙартты. Өмәләрҙә 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты һәм 37 берәмек техника йәлеп ителде.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.