+10 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
27 Апреля , 04:15

Аҫыл егеттәребеҙ илебеҙҙең ысын һаҡсылары

Вадим кесе лейтенант дәрәжәһендә хәрби инженер булып хеҙмәт итә. Был уның беренсе миҙалы түгел.

Добавить в предпочтительные источники Google
Аҫыл егеттәребеҙ илебеҙҙең ысын һаҡсыларыАҫыл егеттәребеҙ илебеҙҙең ысын һаҡсылары
Аҫыл егеттәребеҙ илебеҙҙең ысын һаҡсылары

Уның ҡустыһы Айҙар ҙа махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын батырлыҡ менән үтәй һәм шулай уҡ байтаҡ наградаларға эйә булған.
Ҡыйыу яугирҙарҙың әсәһе Венера Әхмәт ҡыҙы улдарын ысын Ватан һаҡсылары итеп тәрбиәләгән (һүрәттә). Ул 30 йылдан ашыу Красноусол үҙәк район дауаханаһында “Ашығыс ярҙам” фельдшеры булып эшләгән һәм кеше ғүмеренең ысын хаҡын яҡшы белә.
- Районыбыҙҙа ошондай ғаиләләр булыуы менән ғорурланам. Улар - батырлыҡ, илһөйәрлек һәм үҙ иленә тоғролоҡ өлгөһө. Вадимға, Айҙарға һәм бөтә яугирҙарыбыҙға һаулыҡ, көс һәм Еңеү менән тиҙерәк ҡайтыуҙарын теләйем! - тип яҙҙы Ғафури районы хакимиәте башлығы Венер Вахитов.

Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас