

Юлдарҙағы эштәр барышы менән таныштырыуын һорап Ғафури юл участкаһы начальнигы Зөфәр Мәғәсүм улы Хафизовҡа мөрәжәғәт иттек.
- Беҙгә төрлө өҫлөклө юлдарҙы тәртиптә тотоу, төҙөү, ремонтлау, төҙөкләндереү бурысы йөкмәтелгән. Быларға асфальт юлдарҙы ремонтлау, соҡор-саҡырлы урындарын ямау, ҡыш көнө ҡарҙан таҙартыу, шулай уҡ юл билдәләре урынлаштырыу, уларҙы, күперҙәр, автопавильондар торошон ҡарап тороу һәм башҡалар инә. Үҙебеҙгә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫ менән башҡарабыҙ. Грейдерсылар юлдарҙы тигеҙләй, тракторсылар юл ситтәрен сабалар, эшселәр автопавильондарҙы, юл билдәләрен, юлдарҙағы тотҡарлыҡ ҡоролма-кәртәләрен тергеҙеү, тәртипкә килтереү, буяу, юлсылар соҡор-саҡырлы урындарҙы ямау эштәре менән мәшғүл.
Уҙған дүшәмбенән асфальт заводы үҙ эшен башлап, юлдарҙың соҡор-саҡырлы участкаларын ямау эштәрен эҫе асфальт менән башҡарабыҙ, бығаса һалҡын асфальт менән эшләнек. Цапаловка ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы күпере янындағы юлдың соҡор-саҡырлы урынын ямау эштәрен башҡарҙыҡ. Еҙем-Ҡаран-Ҡауарҙы йүнәлешендәге автомобиль юлының Юлыҡҡа тиклемге өлөшөнә ҡырсынташ түшәлде. Толпар ауылына илткән автомобиль юлының иң насар участкаларын Мәндем ауылы янындағы карьерҙан алынған ваҡланған таш һалып, ремонтлау эштәрен башланыҡ.
Май байрамдарынан һуң, былтыр көҙ Цапаловка-Игенйылға йүнәлешендәге автомобиль юлына һалынған асфальт юлдың ситтәрен тәртипкә килтереп, рәсми рәүештә тапшырырға планлаштырабыҙ. Ошондай уҡ эштәр беҙҙе Игенселәр-Яңғыҙҡайын йүнәлешендәге юлда ла көтә.
Юлдарҙа беҙҙең юлсылар ғына түгел, подрядсылар ҙа эшләйҙәр. Красноусолдағы урау автомобиль юлын ремонтлауҙа Өфө ҡалаһының “Дортрансстрой” предприятиеһы тендерҙа еңеп, 7,5 километрҙағы юлды яңыртып, асфальт һалыу эштәренә тотондо.
Юл эшселәре башҡарылған эштең бөтә мөһимлеген һәм кәрәклеген аңлап, юлдарыбыҙ йөрөрлөк хәлдә, соҡорһоҙ, тигеҙ, матур булһын өсөн бар тырышлығын, көсөн һалып эшләй. Сөнки иғтибар һәм хәстәрлек – дөйөм эш, - ти Зөфәр Мәғәсүм улы.