+9 °С
Дождь
Антитеррор
Яңылыҡтар
28 Апреля , 04:00

Башҡортостанда ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға нисек ярҙам итәләр

15-16 апрелдә Өфөлә бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең XXV Бөтә Рәсәй съезы үтте. Эксперттар нимә тураһында фекер алышты?

Башҡортостанда ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға нисек ярҙам итәләрБашҡортостанда ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға нисек ярҙам итәләр
Башҡортостанда ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға нисек ярҙам итәләр

Республикабыҙҙың баш ҡалаһында үткән съезға бөтә илдән 600-ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйылды. Улар – Рәсәй Президенты ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил, Балаларҙы яҡлау фонды рәйесе Мария Львова-Белова, илдең генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин, шулай уҡ бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәр, федераль һәм төбәк министрлыҡтары һәм ведомстволары хеҙмәткәрҙәре, хәйриә һәм йәмәғәт ойошмалары ағзалары, социаль яуаплы бизнес вәкилдәре, ата-әсәләр һәм балалар. Делегаттар ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә, үҫмерҙәргә нисек һөҙөмтәле ярҙам итеү тураһында фекер алышты.
Ил Президенты Владимир Путин ҡатнашыусыларға сәләмләү хаты ебәрҙе. Ул съезда күтәрелгән темаларҙың көнүҙәклеген билдәләне, МХО яугирҙәренең ғаиләләренә, күп балалыларға ярҙам итеүгә, шулай уҡ балаларҙың һәләттәрен асыу өсөн шарттар булдырыуға иғтибар йүнәлтте.
– Һеҙ билдәләгән темалар араһында ауыр тормош хәлендә ҡалған үҫмерҙәр менән эште ойоштороу мәсьәләһенең булыуы – ҡыуаныслы күренеш. Бындай балаларға ярҙам итеү, тормошта үҙ урынын табырға булышлыҡ күрһәтеү, ижадта, спортта, фәндә, башҡа өлкәләрҙә һәләттәрен асыу өсөн тейешле шарттар булдырыу айырыуса мөһим. Бындай эшмәкәрлек һеҙҙән юғары профессиональ сифаттар ғына түгел, күңел һиҙгерлеге һәм ярҙамсыл булыуығыҙҙы ла талап итә, – тине Владимир Путин.
Ярҙам саралары бар
Башҡортостанда ауырлыҡтарға тарыған үҫмерҙәргә һәм ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса тотош система булдырылған. Дәүләт программалары ла, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҙа ярҙам итә. Мәҫәлән, ике йыл элек төбәктә «Башҡортостан Республикаһында йәштәр сәйәсәтен үҫтереү» дәүләт программаһы старт алды. Уның бурысы – йәштәргә тормошта үҙ урынын табыу өсөн шарттар булдырыу, уларҙың ижади мөмкинлектәрен үҫтереү, ауыр тормош хәлендә ҡалған үҫмерҙәргә ярҙам итеү. Республикала ауыр холоҡло балалар менән эшләүгә ирекмәндәр, остаздар йәлеп ителә, улар үҫмерҙәргә ата-әсәһе, тиҫтерҙәре менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға, мәктәптәрҙә эҙәрлекләүҙәрҙән ҡотолорға, шәхси кисерештәрҙе еңеп сығырға ярҙам итә.
Республиканың бөтә райондарында ла «Ғаилә» үҙәктәре эшләй, унда ауыр хәлгә тарыған кешеләр яҡлау таба. Үҙәктә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам итәләр, балалар һәм ата-әсәләр өсөн байрамдар һәм ҡыҙыҡлы саралар ойошторалар, психолог ярҙамы күрһәтәләр.
«Балалар ғаиләлә йәшәргә тейеш»
Республикала социаль етемлекте иҫкәртеү буйынса маҡсатлы саралар ойошторола. Ғаиләгә ғаилә булып ҡалырға, упҡынға тәгәрәмәҫкә ярҙам итеү өсөн төбәктә мөмкин булғандың барыһын да эшләйҙәр.
– Балалар йортондағы күп кенә кескәйҙәрҙең ата-әсәһе иҫән-һау, – ти Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Төрлө тормош ауырлыҡтары, насар ваҡиғалар арҡаһында улар бала тәрбиәләү хоҡуғын юғалта, әммә бала барыбер ата-әсәһенә тартыла. Беҙҙең бурыс – мөмкин булғанса ғаиләләрҙе һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итеү. Социаль етемлеккә ҡаршы көрәш буйынса тулы программа эшләй, ваҡытында ярҙам итергә, насар күренештәрҙе иҫкәртергә кәрәк. Беҙ балалар йорттарында урындар һанын һиҙелерлек кәметтек. Был – бик яҡшы күрһәткес. Балалар ғаиләлә йәшәргә тейеш.
Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңғы биш йылда Башҡортостанда етем балалар һаны – 19 процентҡа, социаль етемлек өлөшө 22 процентҡа кәмегән. Бөгөн етем балаларҙың 94 проценты ғаиләләрҙә тәрбиәләнә. Был системалы эштең төп һөҙөмтәләренең береһе булып тора.
Үҙенсәлекле ғаиләләргә ярҙам
Белгестәрҙең һәм йәмәғәт ойошмаларының берлектәге тырышлығы ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға булышлыҡ итеүе хаҡында «Кәртәләрҙе емереп» республика социаль технологиялар үҙәге автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы етәксеһе Алина Хәбирова һөйләне: «Бөтә балаларға ла тигеҙ мөмкинлектәр биргән инклюзив программаларҙы үҫтереүҙе дауам итеү мөһим. Башҡортостан тәжрибәһенең илдең башҡа төбәктәре өсөн өлгө булып тороуы бик ҡыуаныслы».
Съезд барған көндәрҙә балалар омбудсмены Мария Львова-Белова «Салют» реабилитация үҙәгендә булды. Белеүебеҙсә, ул Радий Хәбиров инициативаһы буйынса элекке шифахана нигеҙендә ойошторолдо. Бында йыл һайын һаулыҡ үҙенсәлектәре булған ете меңдән ашыу бала ярҙам ала. «Салют» дауахана түгел, бында һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә: табиптар баланың физик һаулығы менән шөғөлләнә, уҡытыусылар һәм социаль хеҙмәткәрҙәр сабыйҙы йәмғиәттә йәшәргә әҙерләй, ә ата-әсәләр психолог ярҙамы ала.
– Тотош ғаиләне яҡлауға, уға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлек иртәгәһе көнгә ышаныс бирә, – тине Мария Львова-Белова. – Бөгөн беҙ инвалид бала тәрбиәләгән йөклө әсәйҙе күрҙек. Ғаиләһендәге хәл уны киләһе сабый тыуыуынан туҡтатмай, сөнки ул ярҙам, ресурс барлығын күрә, тоя, барыһы ла һәйбәт булырына ышана.
– Төбәк Башлығының бөтә командаһына балалы ғаиләләр мәнфәғәтендә башҡарған матур эштәре, ихласлыҡтары өсөн рәхмәт! Бала үҫтергән ғаиләләр Башҡортостан еренең төп байлығы булып тора, – тип билдәләне омбудсмен.

 

!Һеҙгә яҡын урынлашҡан «Ғаилә» үҙәгенең эше тураһында белер өсөн 8-800-347-5000 телефонына шылтыратығыҙ.

 

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр һаны 73 меңдән ашыу. Был күрһәткес буйынса төбәгебеҙ Волга буйы федераль округында – беренсе, илдә етенсе урынды биләй. 200 мең ғаилә 50-гә яҡын социаль ярҙам сараһы ала.

 

БЫЛ ВАҠЫТТА…
Башҡортостан «Кисеү» яңы федераль проектының пилот ҡатнашыусыһы булды. Проект хәүеф төркөмөндәге үҫмерҙәр менән эшләүҙе, уларҙы ярамаған ғәмәлдәр ҡылыуҙан ваҡытында туҡтатыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
– Үҫеп килеүсе быуынды яҡлау буйынса һөҙөмтәле саралар күреү мөһим. Беҙ мәктәптең һаҡ системаһын көсәйттек, педколлективтарҙың һәм психологик хеҙмәттәрҙең эшен үҙгәртеп ҡорҙоҡ. Минеңсә, иң мөһиме – үҫмерҙәрҙең тәртибендәге тайпылыштарҙы ваҡытында асыҡлау һәм быға юл ҡуймау, – тине төбәк Башлығы Радий Хәбиров.

 

Материалды «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто» акционерҙар йәмғиәте редакцияһы әҙерләне. 

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас