+9 °С
Дождь
Антитеррор
Яңылыҡтар
28 Апреля , 04:00

Ижадсылар кәңәш ҡорҙо

10 апрелдә “Табын” гәзите ҡарамағында эшләп килгән “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһенең сираттағы ултырышы булып үтте. Берекмә ағзалары йыйылышып, ижади эштәрен байҡаны, мөһим мәсьәләләр ҡаралды.

Ижадсылар кәңәш ҡорҙоИжадсылар кәңәш ҡорҙо
Ижадсылар кәңәш ҡорҙо

Йыйынды гәзиттең баш мөхәррире Гөлдәр Кинйәбаева асып, изге теләктәр, тәҡдимдәр еткерҙе.
- Районыбыҙ ижадсыларын бергә туплаусы әҙәби берекмә ағзалары әүҙем эш алып бара - һәр иҫтәлекле көнгә тиерлек шиғырҙар яҙылып, улар берекмәнең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә донъя күрә, гәзиттә “Мағаш тауышы” махсус битендә даими сығып килә, төрлө сараларҙа, конкурстарҙа ла ҡатнашалар. Февраль айында Яугилде ауылында уҡытыусы, шағирә, йәмәғәтсе, берекмәнең элекке етәксеһе Лилиә Миниязованың Хәтер кисәһе, Өфө ҡалаһында Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәби-музыкаль ҡунаҡханала мағаштар ҙур теләк менән сығыш яһаны. Алда ла һеҙҙән яңы шиғырҙар көтәбеҙ, йыл һуҙымында әҙәби осрашыуҙар тағы ла үтеп торһон. Гәзиткә лә яҙылып ҡуйығыҙ, башҡаларҙы ла яҙҙырығыҙ, - тине үҙ сығышында Гөлдәр Барый ҡыҙы һәм берекмәнең әүҙем ағзаларын Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Эйе, “Табын” гәзите ҡарамағында “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе уңышлы ғына эшләп килә. Ҡасандыр үҙаллы гәзит булһын тип, йәнен-тәнен биреп эшләгән Ниязбай Булатбай улы Сәлимов 1985 йылда “Йондоҙ” гәзите мөхәррире урынбаҫары сағында уҡ “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһен булдыра. Әҙәби берекмә бөгөн дә тулы көсөндә эшләп, районыбыҙҙағы һәм унан ситтәге ижадсы яҡташтарыбыҙҙы бергә туплай. Оҙаҡ йылдар берекмәнең етәксеһе Рәмзиә Монасипова булды, унан һуң шағир, журналист Фәрғәт Ғәлин, яҙыусы Рәйлә Сабитова, мәғариф ветераны, әүҙем йәмәғәтсе Лилиә Миниязова эшләне. Бөгөнгө көндә “Мағаш тауышы”н тәжрибәле педагог, мәғариф алдынғыһы, йәмәғәт эшмәкәре, шағирә Гөлшат Вәлиева етәкләй. “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе “Ағиҙел” журналы ойошторған конкурста еңеү яулап, бушлай китап сығарыу мөмкинлегенә лә эйә булды. Был әлеге етәксе Гөлшат Вәлиеваның тәүге уңыштарының береһе тиһәң дә була.
Ултырышта Гөлшат Акрам ҡыҙы Вәлиева ойошманың эше, пландары тураһында еткереп: “Мин бөгөн беренсе тапҡыр “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе етәксеһе булараҡ алдығыҙҙа баҫып торам. Берекмәнең “Бәйләнештә”ге төркөмөнә һәр берегеҙҙең эшен ҡуйырға тырышам. Беҙ киләсәгебеҙ өсөн, йәш быуын телебеҙҙе, илебеҙҙе белеп үҫһен өсөн эшләйбеҙ. Сертификат буйынса 50 дана китап баҫтырасаҡтар. Өҫтәп аҡса керетеп, күберәк сығарырға ла була, - тине һәм китапҡа индереләсәк авторҙар һаналып, шиғырҙар ҡаралды.
- Беҙҙе районда, ауылыбыҙҙа барыһы ла ҡәләм оҫтаһы тип белә. Беҙ шулай ҙа бәхетле, үҙебеҙҙең шиғыр юлдары аша әйтер һүҙебеҙҙе еткерә алыуыбыҙға шатмын. Донъяны үҙебеҙсә шиғриәт күҙлегенән күрәбеҙ. Шулай ҙа шиғыр яҙғас, һәр саҡ үҙеңде үҫтерергә лә кәрәк. Шиғри әҫәрҙәр ҡыҫҡалыҡ билдәһе, шиғырҙың тәьҫир көсө булырға тейеш, - тине уҡытыусы-ветеран Рәмзиә Монасипова һәм Фәхри Ҡужиндың шиғырын илһамланып уҡып ишеттерҙе, һуңынан шиғырҙы дөрөҫ яҙыу буйынса Ким Әхмәтйәновтың китабынан мәғлүмәттәр килтереп, шиғыр яҙыу оҫталығы буйынса мөһим фекерҙәр әйтеп үтте. Шулай уҡ шиғырҙарҙы ҡарап барыу өсөн бер нисә кешенән торған комиссия булдырырға кәрәк тигән тәҡдимен дә индерҙе.
Халыҡ сәсәниәһе Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбикә үҙенең “Алтын ҡәләм” премияһын был юлы Юлыҡ ауылынан үткер телле шағирә, халыҡ сәсәниәһе Рима Рафиҡова-Шәмсебикәгә тапшырҙы.
“Табын” гәзите редакцияһында “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһенең ултырышы эшлекле шарттарҙа үтте. Үткәндәргә йомғаҡ яһалып, киләсәккә пландар ҡуйылды. Берекмә ағзалары һәр береһе яңы шиғри күстәнәстәренән ауыҙ иттерҙе. Мағаштарға киләсәктә лә илһамланып ижад итергә, юғары бейеклектәр, үҙҙәренә һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ. Китаптарығыҙ районыбыҙ күрке булып сығып торһон.

Ижадсылар кәңәш ҡорҙо
Ижадсылар кәңәш ҡорҙо
Ижадсылар кәңәш ҡорҙо
Ижадсылар кәңәш ҡорҙо
Ижадсылар кәңәш ҡорҙо
Ижадсылар кәңәш ҡорҙо
Ижадсылар кәңәш ҡорҙо
Ижадсылар кәңәш ҡорҙо
Ижадсылар кәңәш ҡорҙо
Ижадсылар кәңәш ҡорҙо
Ижадсылар кәңәш ҡорҙо
Ижадсылар кәңәш ҡорҙо
Ижадсылар кәңәш ҡорҙо
Ижадсылар кәңәш ҡорҙо
Ижадсылар кәңәш ҡорҙо
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас