Мәҫәлән, Салауат Юлаев ордены менән республиканың Бокс федерацияһы спортсыһы Артур Собханҡолов бүләкләнде. Ул уҙған аҙнала Өфөлә үткән «БЕТСИТИ. IBA.PRO 17» профессиональ бокс кисәһендә еңел ауырлыҡта IBF версияһы буйынса дәғүәселәр алышында Тажикстандан Баходур Усмоновты техник нокаут менән еңеүгә иреште.
Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге спортсылары Аделина Заһиҙуллина һәм Владислав Журавлёв Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Улар Ҡазанда үткән Фехтование буйынса Рәсәй чемпионатында шәхси зачётта алтын һәм көмөш миҙал яуланы. Команда ярыштарында республика өсөнсө урын алды.
Төбәк етәксеһе спортсыларҙы уңыштары менән ҡотланы һәм яңы еңеүҙәр теләне.
– Республикабыҙҙа фехтование мәктәбе йылдар буйына формалашты. Һәм хәҙер беҙ ошондай яҡшы һөҙөмтәләр күҙәтәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бокс сағыу ваҡиғаға әйләнә бара, унда ла уңыштарыбыҙ бар. Республикабыҙҙа көрәш буйынса ла тәүге чемпиондар барлыҡҡа килә. Күренекле спортсыларыбыҙ тураһында киң һөйләйәсәкбеҙ. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ!
Аделина Заһиҙуллина республиканың идара итеү командаһына төбәктә спортты үҫтереүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Бар спортсылар исеменән ярҙамығыҙ һәм заманса объекттар төҙөүгә булышлыҡ итеүегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Беҙҙә күнекмәләр һәм, иң мөһиме, нығыныу өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Спорттың берләштереү функцияһына эйә булыуы мөһим, – тип билдәләне спортсы