+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Яңылыҡтар
29 Апрель , 09:41

Форум ҙур маҡсаттар билдәләне

Билдәле булыуынса, 20-22 апрелдә Мәскәүҙә илдең 89 төбәгенән 7 меңдән ашыу муниципалитет вәкилдәрен берләштергән III "Кесе ватан – Рәсәй көсө" Бөтә Рәсәй муниципаль форумы үтте.

Форум ҙур маҡсаттар билдәләнеФорум ҙур маҡсаттар билдәләне
Форум ҙур маҡсаттар билдәләне

Башҡортостан Республикаһы делегацияһы составында III "Кесе Ватан – Рәсәй көсө" форумында район хакимиәте башлығы Венер Вахитов һәм Табын, Красноусол, Мораҡ, Еҙем-Ҡаран, Сәйетбаба ауыл биләмәһе хакимиәте башлыҡтары Фидан Ғүмәров, Валерий Мөхәмәтйәров, Сергей Иванов, Миңнира Шәйәхмәтова, Венер Ҡунафин ҡатнашты.
Форум Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡушыуы буйынса үткәрелә. Сараны ойоштороусы - Рәсәй Президенты Хакимиәте ҡарамағындағы Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы. Унда муниципаль берләшмәнең, федераль һәм төбәк власы органдарының 7 меңгә яҡын вәкиле, шулай уҡ сит ил ҡалалары хакимиәттәренән 60-тан ашыу делегат ҡатнашҡан.
Форумда ҡатнашыусылар алдында Рәсәй Президенты Владимир Путин, Рәсәй Именлек Советы рәйесе урынбаҫары, "Берҙәм Рәсәй" партияһы рәйесе Дмитрий Медведев; Рәсәй Президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко һәм башҡалар сығыш яһаған.
- Был мөһим форумда ҡатнашыу урындағы үҙидара вәкилдәренә төрлө төбәктән килгән коллегалар менән танышыу, аралашыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге бирҙе. Һәр кемдең эште алып барыуҙың үҙенә генә хас үҙенсәлеге булһа ла, барыбыҙҙы ла бер маҡсат - биләмәне үҫтереү, унда йәшәгән халыҡ тураһында хәстәрлек күреү маҡсаты берләштерә.
Форумдың һуңғы көнөндә Дәүләт Думаһында булдыҡ. Яҡташыбыҙ, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова беҙҙе ҡаршы алып, экскурсия ойошторҙо. Парламенттың эше менән таныштырҙы, федераль үҙәк, төбәктәр һәм муниципалитеттарҙың үҙ-ара бәйләнеше тураһында аңлатты. Беҙҙең делегацияны йылы ҡаршылағаны өсөн Эльвира Ринат ҡыҙына рәхмәтлебеҙ.
Шулай уҡ ParkSeason Expo – Парктар форумы Халыҡ-ара күргәҙмә - конференцияла ҡатнаштыҡ. Төрлө экспозицияларҙы ҡарап, балалы ғаиләләр өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙың донъя һәм Рәсәй кимәлендәге иң яҡшы практикаһы менән таныштыҡ.
Форум барышында алынған белем һәм тәжрибәләрҙе артабан үҙ эшебеҙҙә ҡулланасаҡбыҙ, - тип яҙҙы район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улы "Бәләкәй Ватан – Рәсәй көсө" форумында алған тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Мәрхәбә Собханғолова.

 

Рәсәй Президенты В.Путин:
"Муниципаль идаралыҡҡа бәйле бөтә нәмә ил өсөн айырым әһәмиәткә эйә, сөнки был халыҡ менән туранан-тура бәйләнеш, иң мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү. Беҙ барыбыҙ ҙа илдең суверенитеты һәм хәүефһеҙлеген нығытыу өсөн эшләйбеҙ".

Форум ҙур маҡсаттар билдәләне
Форум ҙур маҡсаттар билдәләне
Форум ҙур маҡсаттар билдәләне
Форум ҙур маҡсаттар билдәләне
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас