

Башта Ҡауарҙы мәктәбендә пионервожатый, киләһе йылына 19 йәшлек ҡыҙҙы Юлыҡ мәктәбенә башланғыс кластарҙы уҡытыуға күсерәләр. Йәш ҡыҙға 1-се класс балаларын уҡытыуҙы ышанып тапшыралар. Артабан ситтән тороп Өфөләге 1-се педагогия училищеһын тамамлай. Ҡулына диплом алғас, ең һыҙғанып балаларға белем биреү эшенә тотона. Фируза Аллабирҙе ҡыҙы Юлыҡ мәктәбенә 23 йыл ғүмерен бағышлап, әллә күпме баланың күңеленә белем орлоҡтары сәскән. Беренсе уҡытыусы сабыйҙы хәреф танырға, уҡырға, яҙырға ғына түгел, уны оло тормошҡа әҙерләүгә күп көс һалған.
- Ул заманда балалар күп була торғайны. Мин Юлыҡ мәктәбендә эш башлаған йылды 1-се класҡа 70 бала уҡырға килде. Уларҙы ике класҡа бүлеп уҡыттыҡ. Мәктәп директоры Сәмиғулла Әхмәҙулла улы Ишмырҙин бик яҡшы, изге күңелле, хәстәрлекле етәксе булды. Тәүге йылдарҙа уның аҡыллы кәңәштәренә таянып эшләргә тура килде, ҡанаттарҙы үҫтерә, эшкә дәрт-дарман бирә ине, – ти Фируза Аллабирҙе ҡыҙы хәтер йомғағын һүтеп. – Уҡытыусы хеҙмәттәштәрем – башланғыс кластар уҡытыусыһы Рима Хөрмәт ҡыҙы Әлибаева (Юлыҡова) менән бер йылда эш башланыҡ, бер үк ваҡытта педагогия училищеһында, ул - Салауатта, ә мин Өфөлә уҡып, ҡулыбыҙға диплом алдыҡ. Еҙем-Ҡарандан Альмира Абдрахман ҡыҙы Мәҡсүтова (Кинйәғолова), Һабайҙан Гөлфара Мәхийән ҡыҙы Әминева (Зәйнетдинова), Салауат районынан йүнәлтмә буйынса балалар уҡытырға килгән Таңһылыу Фахразый ҡыҙы Дәүләтбаева менән ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-беребеҙгә ярҙамлашып, кәңәшләшеп, матур эшләнек. Араларында Гөлфара Мәхийән ҡыҙы ғына Юлыҡ ауылында йәшәй, башҡаларының булмауы күңелгә ауыр, - ти ул.
1963 йылда Юлыҡ ауылынан Миңлебай Ишмөхәмәтов менән яҙмышын бәйләп, өс ҡыҙға ғүмер бирәләр. Бик матур итеп, ауылдаштарын һоҡландырып, өлгөлө ғаилә булып донъя көтәләр. Фируза апайға ҙур юғалтыуҙар кисерергә тура килә. Һөйөклө тормош иптәше менән 18 йыл ғына йәшәп ҡалалар, ҡаты сирҙән йәшләй генә гүр эйәһе була. 3 бала менән яңғыҙ ҡалған Фируза апай яҙмыш һынауына бирешмәй, ҡыҙҙарын аяҡҡа баҫтырырға көс таба. Барыһын да уҡытыуға ирешә, ҡыҙҙары үҙҙәре яратып һайлаған һөнәрҙәренә эйә булалар. Иң өлкәне Фирҙәүсә менән уртансыһы Фәнилә инәйҙәренең юлын һайлап, педучилище тамамлайҙар. Ә иң кесеһе Луиза медицинаны юлын һайланы. Фирҙәүсә - бөгөн Юлыҡ ауылы мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмдөң өлкән тәрбиәсеһе. Икеһе лә берәр ҡыҙ, берәр улға инәй, өлкәне бер ейәнсәр, ике ейәнгә, кесеһе ике ейәнгә әсәй ҙә. Ғаилә ҡороп, ике ул, бер ҡыҙға инәй булып, матур ғына йәшәп ятҡанда, ҡыҙы – Фәниләне лә мәкерле сир аямай, 28 йәшендә генә мәңгелеккә яҡындарынан айыра. Кейәүе балаларын аяҡҡа баҫтырған, хәҙер барыһы ла башлы-күҙле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул да мәрхүм булған.
Ауыр ҡайғыларҙан бөгөлөп төшөр саҡтарында Фируза апайға бәхет йылмая. Яҙмыш Ерек ауылынан үҙе кеүек йәшләй генә дүрт бала (ике ҡыҙ, ике ул) менән тол ҡалған Айҙар Ноғоманов менән осраштыра һәм уға тормошҡа сығырға баҙнат итә. Ул да ике улын юғалтҡан. Яҙмыштары бер-береһенә оҡшаш кешеләр осрашып, ҡауышһа, уларҙан да бәхетле пар булмай тигән юрамыш бар. Ерек ауылында йәшәгән, бөтә яҡлап уңған Айҙар Сабит улы менән уларҙы шундай яҙмыш бәйләй ҙә инде. Бер бәхеттең ике яртыһы шулай тоташа.
23 йыл эшләгән, өйрәнгән Юлыҡ мәктәбенән айырылып, Ерек ауылына күсеп килеүе еңелдән булмай Фируза апайға. Яңы урын, мәктәп, кешеләргә өйрәнергә кәрәк, ләкин бирешергә ярамай. Айҙар ағай ҙа ипле, тырыш, уңған, аҡыллы, сабыр холоҡло, бик һәйбәт кеше булып сыға. Уға ҡарап, Фируза апай тыныслана, яйлап ҡына яңы ергә өйрәнеп китә. Һәр йәһәттән ярҙамсыһы була. Ҡыҙҙарын да яҡын күрә. Ғөмүмән, бер һүҙҙән булып, ике яҡлап та балаларға тигеҙ ҡарап, туйҙар үткәреп, оло тормош юлына оҙаталар. Бында ла яратҡан эшенән айырылмай Фируза Аллабирҙе ҡыҙы. Яугилде мәктәбенә дүрт йыл йөрөп эшләй, артабан Ерек башланғыс мәктәбендә балаларға белем бирә һәм 40 йылдан ашыу педагогик хеҙмәт стажына эйә булып, хаҡлы ялға сыға. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ була, бихисап Маҡтау грамоталары бар.
1987 йылда уртаҡ емештәре - ҡыҙҙары Гүзәл донъяға килә. Уны Красноусол башҡорт гимназия-интернатына уҡырға биргәс, йорт һатып алып, район үҙәгенә күсеп киләләр. Ҡура тултырып мал-тыуар аҫрайҙар, умарта ҡарап йәшәйҙәр. Гүзәлдәре хәҙер үҙе ике бала әсәһе. Кейәүҙәре Рәмил менән Искәндәр һәм Рамазан исемле улдар тәрбиәләп үҫтерәләр.
Фируза Аллабирҙе ҡыҙы тормош юлдашы Айҙар Сабит улы менән 40 йыл татыулыҡта ғүмер итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бынан дүрт йыл элек, 84 йәшендә, мәрхүм була. Фируза апай яңғыҙ ҡалғас, йортон фатирға алыштырып, ошонда ғүмер итә.
Фируза апай олпат юбилейын - ғүмеренең 85-се яҙын балаларына һөйөклө инәй, 10 ейән-ейәнсәре, 15 бүлә-бүләсәренә яратҡан әсәй, өләсәй булып, яҙмышынан ҙур ҡәнәғәтлек кисереп, бәхеткә-шатлыҡҡа төрөнөп ҡаршылай.
Бар ғүмерен балаларға белем-тәрбиә биреүгә бағышлаған уҡытыусы-ветеран Фируза Аллабирҙе ҡыҙына ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, ҡартлыҡ бәхете, балалар изгелеге, оҙон ғүмер теләйбеҙ.