

Тағы ла бер ғаиләгә, “Башҡортостан Республикаһында инвалидтарға социаль ярҙам тураһында” законды бойомға ашырыу йәһәтенән, торлаҡ һатып алыу өсөн социаль түләүгә сертификат тапшырылды. Сертификаттарҙы район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев тапшырҙы.
- Барығыҙҙы ла ошо күңелле ваҡиға менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Йорттарығыҙ ҡотло, ғаилә нигеҙегеҙ ныҡлы булһын. Балаларығыҙҙы илебеҙ өсөн кәрәкле, ышаныслы шәхестәр итеп үҫтереүегеҙҙе теләйем! – тип әсәйҙәргә үҙенең изге теләктәрен еткерҙе Ғафури район хакимиәте башлығы Венер Вахитов үҙенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә.