+13 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
30 Апреля , 04:10

Башҡортостанда янғын хәүефе миҙгеле тураһында нимәләрҙе белергә кәрәк

Ул нимә була, ни өсөн ғәмәлгә индерелә һәм ҡасанға тиклем дауам итәсәк?

Башҡортостанда янғын хәүефе миҙгеле тураһында нимәләрҙе белергә кәрәкБашҡортостанда янғын хәүефе миҙгеле тураһында нимәләрҙе белергә кәрәк
Башҡортостанда янғын хәүефе миҙгеле тураһында нимәләрҙе белергә кәрәк

18 апрелдән республикала янғын йәһәтенән хәүефле осор башланды. Ул 25 октябргә тиклем ғәмәлдә була. Айырыуса балалар лагерҙарында, баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә, урман янғындары ҡурҡынысы янаған ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә иғтибар йүнәлтелгән.
Тәүге урман янғындары мартта уҡ теркәлде
Аномаль йылы һауа торошо арҡаһында яҙҙың тәүге айында – мартта уҡ тәүге урман янғындары теркәлде. Сағыштырыу өсөн: былтыр тәүге янғын 20 апрелдә булған.
27 мартта Учалыла янғын һүн­дереүселәр ойошҡанлы рәүештә ландшафт янғынын һүндергән (йәғни ҡоро баҫыу янған). 30 мартта Белорет районында 0,5 гектар биләмәлә урман янғыны теркәлгән. Бәхеткә күрә, ут тиҙ арала һүндерелгән, ауылдарға хәүеф янамаған.
Янғын һүндереүселәр оператив эш итергә әҙер булһын һәм хәл-торошҡа ваҡытында иғтибар итһен өсөн, Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы үҙенең эске бойороғо менән урмандарҙа янғын йәһәтенән хәүефле миҙгелде дөйөм иғлан ителгәндән алдараҡ асты.
– Һауа температураһының күтәре­леүен, ҡоро үләндең яныуын һәм йыһан мониторингы саралары ярҙамында термик нөктәләрҙең асыҡланыуын иҫәпкә алып, 2026 йылдың 8 апреленән Башҡортостан Республикаһының урман фонды биләмәһендә янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел асылды, – тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Шулай итеп, әлеге ваҡытта урмандарҙа шашлыҡ ҡурыу, усаҡ яғыу, шырпы һәм тәмәке төпсөктәрен ташлау, майлы материалдар ҡалдырыу, ағастар аҫтында һәм урман аҡландарында үлән яндырыу тыйыла. Урманға барыусылар шешә, быяла ярсыҡтарын ҡалдырмаһын ине, сөнки улар линза кеүек ут сығарыуы ихтимал.
Граждандарға урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 60 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Әйткәндәй, апрель аҙағында БР Урман хужалығы министрлығы ғәҙәттәгесә янғын хәүефе миҙгелен индереп кенә ҡалмай, ә янғынға ҡаршы махсус режим иғлан итә, ул хәүефһеҙлек талаптарын тағы ла ҡатыландыра. Мәҫәлән, хатта урманға барыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ла ихтимал. Ул саҡта ут тоҡандырыу, ташланған тәмәке төпсөгө өсөн штрафтар ҙа арта, унан да бигерәк, был осраҡта енәйәт яуаплылығы ла ҡаралған.
Республика янғындарға ҡаршы көрәшкә нисек әҙерләнә?
Республикала оператив штаб эшләй. Ул мәғлүмәттәрҙе йыя, хәлде баһалай һәм янғындарҙы һүндереү буйынса бурыстарҙы билдәләй. Ландшафт янғындарына ҡаршы көрәшеү өсөн ике меңдән ашыу ирекмән әҙерләнгән, улар махсус уҡыу программаһын үткән. Шулай уҡ көстәрҙе һәм мөмкинлектәрҙе төркөмдәргә бүлделәр: ландшафт янғындарын һүндереүгә туғыҙ меңдән ашыу кеше һәм ике мең берәмек техника сығасаҡ; урман янғындарына ҡаршы көрәшеү өсөн 12 мең кеше һәм 3,5 мең берәмек техника әҙерләнгән. Ка-32А11ВС янғын-ҡотҡарыу вертолеты әҙер тотола. Уны республика ике йыл элек һатып алды һәм ул үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫланы. Вертолетты ут сығанағын һүндереүгә генә түгел, ташҡынды һәм янғындарҙы күҙәтеү өсөн дә йәлеп итәләр. Унан алда кешеләрҙе ашығыс рәүештә килтереү өсөн автобустар, артмаҡлы янғын һүндергестәр, күсмә янғын резервуарҙары һатып алынғайны.
Хәл-торошто 30-ҙан ашыу пилотһыҙ осоу аппараты күҙәтә. Өҫтән төшөрөлгән күренеш ҡотҡарыусыларға янғындың ҡайҙа йүнәлеүен йәки ут сыҡҡан урынға нисек барырға мөмкин икәнен билдәләргә ярҙам итә. Шулай уҡ урмандарҙа «Урман һағы» янғындарҙы күҙәтеү системаһы видеокамералары эшләй. Былтыр урмансылар шулар ярҙамында уттың баҫыуҙан ағастарға күсеү осрағын ваҡытында күрҙе һәм булдырманы. Быйыл республика урмандарында тағы 35 камера урынлаштырыу планлаштырыла.
Нимә мөмкин, нимә ярамай?
Янғынға ҡаршы режим ваҡытында юғары хәүефһеҙлек сараларын үтәргә кәрәк. Мәҫәлән, усаҡ яғырға, сүп-сар яндырырға ярамай (хатта үҙ ихатаңда!). Ғәҙәттә, ҡағиҙәләрҙең үтәлешен янғын һүндереүселәр, урындағы хакимиәт хеҙмәткәрҙәре күҙәтеү аҫтында тота, улар даими рейдтар уҙғара.
Рәсәй Гидрометеорология үҙәге фаразы буйынса, майҙан сентябргә тиклем илдең күпселек төбәктәрендә ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә, июнь һәм июль айҙары иң көсөргәнешле осор буласаҡ.
Шашлыкка килгәндә, уны үҙеңдең баҡсаңда йәки йорт яны участкаһында әҙерләргә мөмкин. Ел булмаһын һәм мангалға урын дөрөҫ һайланһын. Бының өсөн ҡаралтыларҙан биш метр ситкәрәк китергә, тирә-яҡтағы ҡоро үләнде йыйып алырға, бешереү ҡорамалын ағастар аҫтына урынлаштырмаҫҡа кәрәк. Хәүефһеҙлек өсөн эргәгеҙгә янғын һүндергес йәки һыулы биҙрә ҡуйығыҙ.

Башҡортостанда йыл башынан алып 90-дан ашыу ҡоро үлән яныу осрағы, биш урман янғыны теркәлгән. Уларҙың барыһын да тиҙ арала – тәүлек эсендә һүндерҙеләр.

 

*Материалды «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто» акционерҙар йәмғиәте редакцияһы әҙерләне. 

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас