Рәсәй Президентының 2025 йылдың 15 ғинуарындағы "Еңеү" Рәсәй ойоштороу комитетының 47-се ултырышы йомғаҡтары буйынса йөкләмәләр исемлегенең 4-се пунктын, шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Т.А.Голикованың 2025 йылдың 2 апрелендәге күрһәтмәһенең 4-се пунктын үтәү сиктәрендә район хакимиәтенең архивтар һәм эш башҡарыу бүлеге МХО-ла ҡатнашыусыларҙан йәки уларҙың ғаилә ағзаларынан документтарҙы архивта һаҡлауға ҡабул итә. МХО-ға ҡатнашлығы булған һәр кем үҙенең документтарын һаҡлауға тапшырыу мәсьәләһе буйынса архивҡа мөрәжәғәт итә ала. Шәхси документтарҙы төрлө хәрби званиелы, төрлө ғәскәрҙә хеҙмәт итеүсе хәрбиҙәр, элекке хәрбиҙәр, шәхси хәрби компаниялар хеҙмәткәрҙәре һәм ирекле формированиеларҙа ҡатнашыусылар, шулай уҡ МХО-ға ярҙам итеү Фондтарында һәм программаларҙа ҡатнашыусылар, ирекмәндәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары тапшыра ала.
Архивҡа документтар төрлө формаларҙа (текст һәм һүрәтләү документтары, аудио-видеояҙмалар, фотоһүрәттәр һ.б.), шул иҫәптән электрон документтар ҡабул ителә.
Тапшырылған документтар исемлеге:
- биография;
- көндәлектәр, ҡуйын дәфтәре, мемуарҙар, хәтирәләр;
- хаттар;
- төрлө жанрҙағы ижади эштәр (йырҙар, шиғырҙар, һүрәттәр һ. б.);
- фотоһүрәттәр (айырым фотолар, фотоальбомдар, шулай уҡ төшөрөлгән фотоплёнка һәм электрон фотоматериалдар);
- видеояҙмалар;
- рәсми шәхси документтар (таныҡлыҡтар, хәрби билеттар һ. б.);
- профессиональ эшмәкәрлекте, кешенең тормош юлын һәм мауығыуҙарын сағылдырған документтар;
- МХО-ла ҡатнашыусы йәки МХО менән бәйле айырым ваҡиғалар тураһында мәҡәләләр, гәзит һәм журналдарҙан өҙөктәр;
- МХО, унда ҡатнашыусы яугирҙар йәки айырым ваҡиғалар тураһында интервью яҙмалары.
Тапшырыу тәртибе:
Документтар йәки әйберҙәрҙе архивҡа тапшырырға теләүселәр башта ғариза тултыра. Документтарҙы тапшырыу килешеү нигеҙендә рәсмиләштерелә. Һайлап алынған документтарҙы даими һаҡлауға ҡабул иткәндә архивҡа эштәрҙең, даими һаҡлауға тапшырылған документтарҙың исемлеге төҙөлә. Исемлек һәм тапшырыу тураһындағы акттар тапшырыусы менән килешелә. Һайлап алынған документтар шәхси сығышы йәки башҡа билдәләре буйынса айырым фондҡа туплана йәки тематикаһы төрлө кешеләрҙең документтарынан төҙөлгән коллекцияға индерелә.
Архив шулай уҡ яҙма текст, аудио йәки видеояҙма рәүешендә интервью эшләргә тәҡдим итә ала, был осраҡта интервью биргән кеше менән килешеү булырға тейеш. Шулай уҡ фотодокументтар төҙөү мөмкинлеге бар.
Архив Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте менән һаҡланған теге йәки был мәғлүмәттең конфиденциаллеген һаҡлау өсөн яуаплы. Шулай уҡ ижади характерҙағы документтар интеллектуаль милек тураһындағы ҡануниәт менән һаҡлана. Ҡағиҙә булараҡ, килешеү төҙөгәндә уға әҫәрҙәрҙе ирекле ҡулланыу, авторлыҡты мотлаҡ күрһәтеү һәм уларҙың башҡа хоҡуҡтарын үтәү иҫәпкә алына.
Документтарҙы архивҡа һаҡлауға тапшырыу мәсьәләһе буйынса түбәндәге адресҡа мөрәжәғәт итергә: Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2,103-сө бүлмә. Телефоны: 8(34740) 2-12-83. Эш ваҡыты: 08.00 -16.00 сәғ.