Партия лидеры Башҡортостандың «Туризм. Бизнес. Киләсәк» федераль форумын уҙғарыусы тәүге майҙансыҡ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Яңы кешеләр» партияһы вәкилдәре лә ҡатнашҡан сараның маҡсаты – тармаҡтың төбәктәрҙә эш урындары һәм биләмәләр өсөн яңы мөмкинлектәр булдырыу йәһәтенән иҡтисад двигателе булыуын күрһәтеү.
– Бөгөн беҙ форум сиктәрендә эшҡыуарҙар өсөн «Төбәктәрҙең яңы иҡтисады булараҡ туризм» дискуссиялар серияһын асабыҙ. Бергәләп бизнесҡа нисек ярҙам итергә һәм яңы эш урындары булдырырға тигән һорауҙарға яуап эҙләйәсәкбеҙ, – тине Алексей Нечаев. – Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеү өсөн, «Яңы кешеләр» партияһы төбәктәргә ҡайһы бер мәсьәләләрҙе үҙҙәре хәл итергә рөхсәт биреү тураһында закон проектын индерә. Мәҫәлән, һөнәрселәрҙең эшмәкәрлегенә ниндәй шөғөлдәрҙе индереүҙе, шулай уҡ халыҡ кәсептәрен үҫтереүсе эшҡыуарҙарға ниндәй льготалар билдәләүҙе һайлау. Һәр төбәк үҙенсәлекле, һәм бындай мәсьәләләрҙе урындарҙа хәл итеү яҡшыраҡ.
Башҡортостан Башлығы туристик тармаҡты үҫтереү потенциалын юғары баһаланы һәм «Яңы кешеләр» партияһы менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлектең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Туризмды иҡтисад үҫешенең мөһим йүнәлештәренең береһе тип ҡарайбыҙ. Башҡортостан тәбиғи һәм тарихи объекттары менән бай, һәм әле беҙ туристик инфраструктураны үҫтереү өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ. Был урындарға транспортта барып етеү мөмкинлеге, заманса юл буйы сервисы, уңайлы ҡунаҡханалар, ҡунаҡтарыбыҙ өсөн төрлө хеҙмәттәр, – тине Радий Хәбиров. – Туризм – ярайһы уҡ ҡатмарлы бизнес, һәм уға, әлбиттә, дәүләт ярҙамы мөһим. Республикала эшҡыуарлыҡҡа, шул иҫәптән туризм өлкәһендә эшләүселәргә ярҙам саралары комплексы ғәмәлдә. Беҙ шулай уҡ профилле федераль программаларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Иң мөһиме – эшҡыуарҙар республиканың идара итеү командаһы бизнестың эше ыңғай барыуы һәм яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуы менән ҡыҙыҡһына икәнлекте аңлаһындар.
Төбәк етәксеһе һөнәрҙәрҙе үҫтереү тураһындағы закон проектының көнүҙәк булыуын да билдәләне.
– Был тәү сиратта ниндәйҙер продуктты үҙ ҡулдары менән эшләй алған һәләтле кешеләр өсөн ижадын коммерциялаштырыуға этәргес. «Яңы кешеләр» менән креатив иҡтисадты үҫтереү сиктәрендә ошо йүнәлеш буйынса ла эшләйбеҙ, – тип аңлатты Радий Хәбиров. – Башҡортостанда халыҡ художество кәсептәренә ярҙам итеү тураһында ҡарарҙар бар ҙа инде. Ә федераль башланғыстар был өлкә үҫешенә яңы импульс өҫтәү мөмкинлеген бирәсәк.