+13 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
30 Апреля , 04:00

Уяулыҡ, ҡыйыулыҡ талап иткән хеҙмәт

30 апрелдә янғын һаҡсылары үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан 74-се янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Евгений Николаевич ОПАРИНға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

Уяулыҡ, ҡыйыулыҡ  талап иткән хеҙмәтУяулыҡ, ҡыйыулыҡ  талап иткән хеҙмәт
Уяулыҡ, ҡыйыулыҡ талап иткән хеҙмәт

Бар уңайлыҡтар булдырылған
- Красноусолдағы Гагарин урамында өр-яңы ике этажлы 74-се янғын-ҡотҡарыу часы бинаһына күсеп, эшмәкәрлегебеҙҙе 2023 йылда башлағайныҡ. Урынлашҡан урыны, урау юлға яҡын булыуы бик тә уңайлы. Барлыҡ норматив талаптарға ярашлы заманса итеп төҙөлгән, барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған ҙур һәм иркен бинаға күскәс, күрше райондарҙан коллегаларҙы үҙебеҙҙә йышыраҡ ҡабул итеүгә мөмкинлектәр тыуҙы. Биләмәлә төрлө спорт ҡорамалдары менән иркен спорт майҙансығы ла урын алды. Шуға ла янғын һаҡсылары араһындағы күп кенә ярыштар беҙҙең часть базаһында үтә. Атап әйткәндә, юл-транспорт ваҡиғаларында авария-ҡотҡарыу эштәре буйынса, газ-төтөндән һаҡлау хеҙмәтенең иң яҡшы звеноһы һәм башҡа ярыштар. Ярыштарҙа беҙҙең часть командаһы ныҡлы әҙерлекле булыуын һәм яҡшы кимәлен күрһәтеп, призлы урындар яулай килә.
Тәүлек әйләнәһенә хеҙмәт вахтаһында торған райондың ауыл биләмәләрендә урындағы ирекле янғын һағы командаларына айырым иғтибар бирелә, дөйөм эшкә улар ярайһы ғына үҙ өлөшөн индерә. Улар араһында ла “Ғафури районының иң яҡшы ирекле янғын һағы командаһы” ярыштарын үткәреү матур йолаға әйләнде. Ярыштың былтырғыһында Табын ауыл биләмәһе командаһы еңеүсе булды. Артабан республика бәйгеһендә ҡатнашып, дүртенсе урынға лайыҡ булдылар, призлы – 3-сө урынға бер нисә секунд ҡына етмәне.
Йыл һайын беҙҙең частан бер хеҙмәткәр Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән янғын-ҡотҡарыу гарнизондары араһындағы “Һөнәре буйынса иң яҡшы” смотр-конкурсында ҡатнашып, уңышлы сығыш яһай. Был тәңгәлдә янғын һүндереүсе Әлфир Дәмин улы Рәхимовты билдәләп үтергә кәрәк. Ул был конкурста беҙҙең часть намыҫын яҡлап, бер нисә тапҡыр ҡатнашты һәм призлы урындар яуланы.
Йәштәр килеүе - шатлыҡ
Подразделение эшмәкәрлегенә килгәндә, беҙҙең янғын һүндереүсе-ҡотҡарыусы һөнәре йәштәрҙе күберәк үҙенә йәлеп итеүен билдәләп үтергә теләйем. Күптән түгел әрме хеҙмәтенән һуң килгән йәш, 2005 йылғы егетте эшкә ҡабул иттек. Тап ошондай йәштәр өсөн беҙҙең ишектәребеҙ һәр ваҡыт асыҡ. Иң мөһиме – эшләргә теләк булһын, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, шулай уҡ физик әҙерлек кәрәк. Һәр ҡайҙағыса, водителдәргә ҡытлыҡ кисерәбеҙ.
Беҙҙең эшмәкәрлегебеҙ йүнәлештәренең береһе булып йәштәрҙе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы (МЧС) йүнәлешендәге юғары уҡыу йорттарына уҡырға барырға ҡыҙыҡһындырыу тора. Иң яҡыны - Екатеринбург ҡалаһындағы, иң эреләрҙән Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы юғары уҡыу йорттары. Был уҡыу йорттарына уҡырға барырға теләге булған сығарылыш класс уҡыусыларына беҙ тулы мәғлүмәт бирергә һәм ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Уҡыу түләүһеҙ, яҡшы стипендия, йәшәр урын бирелә.
Берҙәм, татыу коллективта
Беҙҙең 74-се янғын-ҡотҡарыу часы 28 кешене берләштерә. Коллектив менән 2011 йылдан алып 15 йыл начальнигыбыҙ Вадим Владимирович Отмахов (әлеге ваҡытта сираттағы отпускыла) ойошҡан һәм татыу, берҙәм һәм эшлекле мөхит булдырып, етәкселек итә. Алдынғы ҡарашлы Вадим Владимирович ныҡышмаллыҡ күрһәтеп, яңы янғын һағы депоһын төҙөтөүгә иреште, был йәһәттән өлөшө ҙур булды, барлыҡ техниканың һәйбәт торошта һәм частың тәртиптә булыуы булдыҡлы етәксебеҙҙең тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе.
Коллектив берҙәм, татыу. Райондың ауыл биләмәләрендә урындағы ирекле янғын һағы командалары тәүлек әйләнәһенә хеҙмәт вахтаһында тора. Частың личный составы үҙ бурыстарын бер төптән, мөһим хеҙмәткә үҙ өлөшөн тейешенсә индереп башҡара. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан бер нисәүһен телгә алып китәйек. Тәжрибәле һәм ҙур стажға эйә булған хеҙмәткәрҙәрҙән: 1999 йылдан янғын һағында эшләүсе ҡарауыл начальнигы Дмитрий Васильевич Фёдоров, янғын һүндереүселәр: Сергей Михайлович Саранцев (2000 йылдан алып эшләй), Сергей Александрович Бусыгин (2001 йылда эшкә килгән), янғын һүндереү автомашинаһы водителе Марат Әмир улы Ғәйфуллин (2003 йылдан эшләй). Улар йәштәргә традицияларҙы тапшыра һәм рухтарын күтәрә, уларҙы дәртләндерә, ауыр саҡта ярҙам итә.
Планға ярашлы, янғын часы биләмәһен төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү эштәрен алып барабыҙ. Уҙған көҙ алма, слива кеүек емеш ағастары ултырттыҡ. Шәмбе өмәләре даими уҙғарыла, часты таҙалыҡта һәм тәртиптә тотабыҙ.
Часть тарафынан район учреждениеларында йыш ҡына учениелар үткәрелеп тора. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм шифахана-курорт объекттары айырым контролдә тотола.
Район халҡының иғтибарын шуға йәлеп итергә теләйем, районда һәм бөтөн республика биләмәһендә 30 апрелдән янғынға ҡаршы айырыуса режим иғлан ителә. Был осорҙа үҙ участкаңда, шулай уҡ уның янында йыйылған сүп-сарҙы һәм үләнде, шулай уҡ урманда яндырыу тыйыла. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, янғынға ҡаршы айырыуса режим шарттарында күҙәтеү хеҙмәттәре вәкилдәре тарафынан иҫкәртеү түгел, ҡаты саралар күрелә, йәғни административ протоколдар төҙөлөп, улар нигеҙендә, ҡағиҙә булараҡ, штрафтар һалына.
Һөнәри байрамыбыҙҙа хөрмәтле хаҡлы ялдағы ветерандарыбыҙҙы ла онотмайбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сафтары һирәгәйә бара, улар бөгөнгө көндә 10 кеше.
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллективты, ауыл биләмәләрендәге ирекле янғын һағы дружиналарын, коллегаларҙы, ветерандарыбыҙҙы Янғын һағы көнө менән ҡотлайым. Ҡаҡшамаҫ ныҡлы сәләмәтлек, янғындарға ҡаршы көрәш, кешеләрҙе янғындан һаҡлау эшендә уңыштар, ҡаһарманлыҡ, уяулыҡ һәм фиҙаҡәрлек талап иткән хеҙмәтегеҙҙә именлек, янғындар менән хәл тотороҡло булыуын теләйем.

Уяулыҡ, ҡыйыулыҡ  талап иткән хеҙмәт
Уяулыҡ, ҡыйыулыҡ  талап иткән хеҙмәт
Уяулыҡ, ҡыйыулыҡ  талап иткән хеҙмәт
Уяулыҡ, ҡыйыулыҡ талап иткән хеҙмәт
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас